Шәжәрәгә тиеп килдек04.05.2018
Шәжәрәгә тиеп килдек
Тыуған ауылым Боранғол
Асылыкүл буйҙарында.
Һандуғастар һайрап тора
Уның туғайҙарында.
Табын ырыуы ҡыҙының
Итәктәре әберкә.
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙарының
Ҡашы ҡара, бил нескә.
Ең һыҙғанып эш эшләйҙәр,
Егеттәр булды уңған.
Йырҙар йырлап эшләнек беҙ,
Әйтерһең дә, бер туған.
Асылыҡай буйҙарында
Гөрләп үтте йәш ғүмер.
Ураҡ урҙыҡ, бесән саптыҡ,
Торф сыҡҡан нурлы ер.
Атсапҡанда таш сығарҙыҡ,
Бурын йыйҙыҡ Норанан.
Килембәттә тоҙо ла бар,
Барыһы ла Алланан.
Шәжәрәгә тиеп килдек,
Етәксебеҙ хәстәрҙән.
Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә
Ҡалышмайса йәштәрҙән.
Миҙгелем
Көҙ, ямғыры менән быҫҡып,
Йыл оҙата тағы.
Ағастағы төҫтәр күптән
Ҡыҙыл, алтын һары.
Ярты быуат йүгереп үтте,
Көмөш көҙөм етте.
Сәстәремә эҙҙәр һала
Ҡыштың һалҡын ҡары.
Бөтөлмәгән эштәрем күп,
Ғүмер, ваҡыт елә.
Минут, сәғәттәрен һанап,
Минең ҡышым килә.
Әйтелмәгән һүҙҙәрем күп,
Ярһыу хистәр һүнә...
Дуҫ
Ауыр саҡта дуҫың булһын терәккә.
Яҡшы дуҫты һатып алып булмай,
Уның өсөн мал, йәнеңде бирһәк тә.
Эс-бауырыңа кереп, сереңде сискән,
Ә һуңынан барлыҡ ғәләм ишеткән,
Дуҫ буламы, әллә ҡарағошмо икән?
Һин икән
Йөрәгемдә ятҡан һалҡын боҙҙо
Иретер ҙә ир-ат — һин икән.
Ғүмеркәйҙәр үтеп барған мәлдә
Яратыр ҙа кешем бар икән.
Донъя хәстәренән арыған саҡта
Йыуатыр ҙа әҙәм бар микән?
“Матурым!” — тип алһыу таңдарымда,
Уятырҙай йәрем – һин икән.
***
Йөрәгемдең иң түренә үттең,
Һораманың, мин дә тыйманым.
Шашыныпмы икән, бөгөн төндә
Уйҙарымдан керпек ҡаҡманым.
Әллә әҙәп һаҡлап, әллә яңғыҙлыҡтан
Оҙаҡ ҡына һине тыңланым.
Яңғыҙ түгел, мин бит ошо сихри ерҙә
Һинең барлыҡты ла аңланым.
Тойғоларҙың һуңғы балҡышы
Күҙҙәреңә ҡарап, йылмаяһым килә,
Иңдәреңә башым һалаһы.
Ниҙәр эшләйем, Хоҙай шулай ҡушҡан,
Бик йыраҡ шул юлдар араһы.
Матур һүҙҙәр әйтеп, иркәләһем килә
Ирендәрең тәмен тояһы.
Һиңә илткән юлды тәпәй атлап,
Яндарыңа осоп бараһы.
Яҙмыш беҙҙе һуңлап осраштырҙы,
Араларҙа — кеше яҙмышы.
Мөхәббәтме икән, әллә инде
Тойғоларҙың һуңғы балҡышы...