Көмөш шишмәләрҙән күскән моң04.05.2018
Көмөш шишмәләрҙән күскән моңРәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдиноваға – 75 йәш. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йырсы үҙенең ижадын яратыусыларҙы “Быуаттарҙан күсә матурлыҡ” тип аталған күркәм сараға йыйҙы. Фойела ойошторолған бай күргәҙмә башҡорт операһы примадоннаһының ярты быуатлыҡ ижади эшмәкәрлеген асыҡ сағылдырҙы, ә сәхнәнән был кистә билдәле операларҙан ариялар, башҡорт, рус, сит ил классик музыка сәнғәте өлгөләре, халыҡ йырҙары яңғыраны.

Зөлфирә Фәрхетдинованың башҡорт халыҡ йыры “Таштуғай”ҙы Башҡортостан Республикаһының Т. Сәйфуллин исемен­дәге Дәүләт академия хор капеллаһына ҡушылып башҡарыуы кисәнең матур бер биҙәге булды. Юбилярҙың коллегалары – Мәскәүҙән килгән Рәсәйҙең атҡаҙанған йырсыһы Александр Цилинко, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмов, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Ришат Төхвәтуллин, Руслан Сәйфетдиновтарҙың сығыштары тантанаға йәм өҫтәне. Зөлфирә Әғләм ҡыҙының матур ғүмер байрамы айҡанлы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотлау телеграммаһы ебәргәйне. Шулай уҡ юбилярҙы БР Мәҙәниәт министрлығы, коллегалары – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы, яҡташтары – Балтас районы вәкилдәре ихлас тәбрикләне.
Ябай ауыл ҡыҙының опера сәнғәтенә юлы ҡайҙан инеш ала? Ниндәй юлдар менән килә ул йондоҙло сәғәттәренә? Әйҙәгеҙ, йырсының һоҡланғыс ижади эшмәкәрлеге, бай тормош юлы, ҡатын-ҡыҙ булараҡ асылы, булмышы менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
...Алты йәшлек кескәй Зөлфирәгә атаһы, район үҙәгенә барғанында, сәскәле генә биҙрәләр алып ҡайтып бирә. Эй ярата ҡыҙсыҡ биҙрәләрен! Атаһы яһап биргән көйән­тәһенә шуларҙы элеп, шишмәнән һыу ташырға әүәҫләнеп ала. Үҙе бер туҡтауһыҙ көйләп йөрөй. Кескәй ҡыҙҙың йырлай-йырлай һыу ташыуын күҙәткән күрше Мирғәзәм ағай: “Ниңә гел йырлайһың да йөрөйһөң? Арыйһың бит”, – ти. “Йырламаҫҡа якыты!” – ти ҙә артабан көйләп китеп бара ҡыҙсыҡ. “Якыты” тигәне руссанан ишетеп ҡалған “а как же” тигән һүҙҙе әйтергә теләүе булғандыр инде...
Әлбиттә, ул ваҡытта хозур тәбиғәтле Балтас ҡыҙы Зөл­фирә Фәрхетдинова Мәскәүҙең иң мәртәбәле уҡыу йортта­рының береһендә белем аласағын, ҙур сәхнәләрҙә билдәле операларҙа уйная­сағын, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, абруйлы педагог-профессор булып таныласағын күҙ алдына ла килтер­мәгәндер. Ул бары тик тыуған ауылы Мата янынан урғылып сыҡҡан шишмәләрҙең сылтыр сыңына, таллыҡтарға бер-береһен уҙҙырып һайраған һан­дуғастар моңона һоҡлана, ошо матурлыҡтан, ила­һилыҡтан күңелендә яралған моңдо эсендә тыйып тота алмай, үҙ алдына йырлай ҙа йырлай. Әйткәндәй, “Мата” һүҙе ғәйнә башҡорттары телендә “шишмәләр сыҡҡан урын” тигәнде аңлата икән. Зөлфирә ханым менән әңгә­мәбеҙ уның ана шул көмөш һыулы шишмәләр төйәгендә үткән бала саҡ хәтирәләренән башланып китте.
– Күмәк балалы ғаиләлә ун баланан етәүебеҙ үҫеп буй еткерҙек. Атай-әсәйебеҙ беҙгә бер ваҡытта ла шулай эшләгеҙ, былай эшләгеҙ тип өйрәтеп ултырманы. Үҙ миҫалында, үҙ үрнәгендә тәрбиәләне. Әсәйем Ғәйнитаб иҫ киткес күркәм холоҡло, тыйнаҡ кеше булды. Ә атайыбыҙ Әғләм алдынғы ҡарашлы, зирәк зиһенле ине. Бер ҡайҙа ла уҡымаһа ла, техниканы яҡшы белде. Теген машинаһында ябай кейем-һалым ғына түгел, толоп-тундар ҙа тегә торғайны. Үҫеп етеп, үҙаллы тормош башлаған һәр балаһына ҡайҙандыр табып, етмәгән өлөшөн үҙе йыйып, теген машинаһы йүнләп бирҙе. Колхоз рәйесе машинаһын гел атайымдан ҡаратып, йүнәттереп алыр ине. Ауылыбыҙға радио килеп еткәс, атайымды радиоселтәр өсөн яуаплы итеп ҡуйҙылар. Ул гел генә мине лә эйәртә. Алданыраҡ барабыҙ ҙа, Өфө тапшырыуҙары башланғансы, атайым мине йырлата...
“Йырсы булыу теләге, профессиональ сәнғәткә илтер юлдың башы шул мәлдәрҙә яралдымы икән?” – тим Зөлфирә Әғләм ҡыҙына.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, – тип тыйнаҡ ҡына ризалаша ул. – Мәктәпкә барғас, байрамдарҙа йырланым, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә ихлас йөрөнөм. Унынсыны тамамлағас, йырсы булыу теләге менән Өфөгә килеп, музыка-педагогия училище­һына уҡырға индем. Вокал буйынса тәүге уҡытыусым – билдәле йырсы Рәйсә Ғәлимуллина. Нисек дөрөҫ йырларға кәрәклеген тәүләп унан өйрәндем. Шулай уңышлы ғына беренсе курсты тамамлап йөрөгән саҡ. Бер ваҡыт мине училищела дөйөм фәндәрҙең береһенән уҡытҡан йырсы Рамаҙан ағай Йәнбәков туҡтатты ла: “Һылыу, Мәҙәниәт министрлығына Мәскәүҙән уҡытыу­сылар килгән. Талантлы йәштәрҙе йыйып, уҡырға алып китәләр. Шунда бәхетеңде һынап ҡара әле”, – тине.
Рамаҙан ағайҙың кәңәшен тотоп барҙым һәм, йырлағанымды тыңлағас, мине уҡырға алдылар. Шулай итеп, Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институты студенты булып киттем. Шул саҡтағы кәңәше өсөн Рамаҙан ағайға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Шулай уҡ Мәскәүҙәге уҡытыусым Александра Тимофеевна Москаленконы һәр ваҡыт оло хөрмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Ике йыллыҡ әҙерлек курсын тамамлап, институтҡа имтихан тапшырыр алдынан ауырып киттем. Остазым мине Мәскәү янындағы дачаһында йәшәтеп, бер ай буйы дауаланы, ҡабул итеү һынауҙарына әҙерләне.
Әлбиттә, күмәк балалы ғаиләнән сыҡҡан ауыл ҡыҙына баш ҡалала уҡыу еңелдән булмай. Башҡалар янында кәм-хур булмаҫ өсөн матур итеп кейенгеһе лә килә. Юғалып ҡалмай Зөлфирә, данлыҡлы Ҙур театрҙың костюмдар цехына эшкә төшә, шунда уҡ лифтер ҙа була. Уҡыуҙан һуң тиҙ генә дәрестәрен әҙерләй ҙә театрға йүгерә. Ә унда айырым бер мөғжизәле донъя! Күптәр хыял иткән Ҙур театрҙа көн һайын тиерлек опера йә балет ҡарап, күңел офоҡтарын киңәйтә, сәхнәлә барған күп кенә операларҙағы партияларҙы ятлап ала. Йөрәгендә театрҙағы илаһи мөхиткә, мөғжизәүи көскә эйә сәхнәгә ҡарата оло һөйөү тап шул мәлдәрҙә уяна ла инде...
Институттан һуң Зөлфирә Фәрхет­динова Өфөгә ҡайта, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ижад юлын башлай. Дәртләнеп, һөнәрен яратып эшләй ул.
– Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр осрап торҙо. Минең уңыштарымда, хыялыма өлгәшеүемдә, һис шикһеҙ, уларҙың да өлөшө ҙур. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баныу Вәлиева кеүек оло быуындың мәшһүр йырсылары менән бер сәхнәлә йырлауҙы яҙмыштың бүләге тип ҡабул иттем. Артабанғы ижад юлым замандаштарым Нәзир Әбдиев, Салауат Асҡаров, Раил Кучуков, Ринат Бәшәров, Сажиҙә Ғәлимова, Ләлә Әхмәтйәнова кеүек талантлы йырсылар менән бергә үтте. Бер-беребеҙ менән аңлашып, ихлас аралашып, ярҙамлашып, матур эшләнек. Ғөмүмән, опера һәм балет театрында эшләгән осором – тормошомдоң иң аҫыл, уңышлы йылдары ул, – ти йырсы.
Ысынлап та, һис икеләнмәйенсә шулай тип әйтерлек шул. Утыҙ йылдан ашыу театрҙың төп солисткаларының береһе булыу, Рәсәйҙең барлыҡ ҙур ҡалаларында, сит ил сәхнәләрендә сығыш яһау, абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштар яулау – былар барыһы ла тап ошо осорға тура килә. Уның сығыштарын Швеция, Финляндия, Германия, Польша, Венгрия, Болгария тамашасылары алҡышлай.
– Ролдәремдең һәр береһе күңелемдә һаҡлана. Айырыуса яратып башҡарған партияларым да бихисап. Бизеның “Ынйы эҙләүселәр” операһында – Ләйлә, Вердиҙың “Травиата”һында – Виолетта, “Риголетто”ла Джильда һәм башҡалар. Ә инде әсә телендә үҙ моңоңдо яңғыратыу – бәхет тә, яуаплылыҡ та. Заһир Исмәғилевтең “Салауат”ында – Әминә, “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында – Наза, Хөсәйен Әхмәтовтың “Замандаштар”ында – Бибинур, “Нәркәс”ендә Нәркәс партияларын күңел һалып, яратып башҡарҙым. Хөсәйен Фәйзулла улы кеүек бөйөк талант эйәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүем дә – яҙмыш бүләге. Ул минең тауышымды үҙ итә ине. Данлыҡлы композиторҙың байтаҡ ҡына романстарын, йырҙарын беренсе булып башҡарыу бәхете тейҙе.
Ғөмүмән, Зөлфирә Фәрхетдинова репертуар һайлауға бик талапсан, яуаплы ҡарай. Уның киң диапазонлы лирик-колоратур сопраноһы башҡарыуында башҡорт, татар, рус, сит ил сәнғәтенең классик өлгөләре лә, халыҡ йырҙары ла берҙәй аһәңле, үҙенсәлекле яңғырай. Улар Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының алтын фондын тәшкил итә, байтаҡ йырҙары Рәсәй радиоһы өсөн дә яҙылған. Йырсы бөгөн дә репертуарын байытыуҙан, яңыртыуҙан туҡтамай.
– Һуңғы йылдарҙа талантлы композитор Айрат Ҡобағошов менән ныҡлы ижади хеҙ­мәт­тәшлек булдырҙыҡ. Уның йыл миҙ­гел­дәренә арналған йырҙары үҙе бер сағыу гөлләмә булып ижадымды балҡытып ебәрҙе. “Көҙгө моңдар”, “Ҡышҡы моңдар” романстарына бик матур видеоклиптар тө­шөрҙөк. Профессиональ сәхнәнән кит­һәм дә, йыр сәнғәтенән айырылмайым. Үҙем яратып башҡарған халыҡ йырҙа­рынан, ария, романс һәм вальстарҙан торған альбомдар әҙерләп сығарҙым, – ти ижади эшмәкәрлеге хаҡында Зөлфирә апай.
Көмөш шишмәләрҙән күскән моңЭйе, йырсының сәхнәләге ғүмере сикләнгән, әммә Зөлфирә Әғләм ҡыҙы кеүек тынғыһыҙ заттар, хаҡлы ялға сығып, тыныс ҡына ята аламы һуң?! Юҡ, әлбиттә. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булған бөтмөр, тырыш ханым ең һыҙғанып өр-яңы өлкәгә – юғары музыка белеменә эйә педагогтар әҙерләү эшенә тотона. Уның был уй-ниәте М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселеге тарафынан да яҡлау таба, һәм ул 1998 йылда коммерция нигеҙендәге тәүге төркөмдө йыйыуға өлгәшә.
Киләһе йылына инде бюджет төркөмө лә үҙ ишектәрен аса. Яңы бүлеккә бина юллау, уҡытыусылар составы туплау, матди базаны нығытыу – барыһы ла музыка белеме биреү кафедраһының тәүге мөдире Зөлфирә Әғләм ҡыҙының нескә иңдәренә төшә. Студенттарының уңыш­тарына, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә яула­ған ҡаҙаныш­тарына ихлас күңелдән һөйөнә педагог. Үҙе лә үҫештән ситләш­мәй, педагогия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, профессор дәрәжәһенә күтәрелә, юғары музыка белеме биреүгә арналған бихисап методик ҡулланмалар авторы. Уның изге уй-маҡсат­тарынан нигеҙ алған бүлек, ошо осорҙа ике меңдән ашыу йәш таланттың ҡанаттарын нығытып, оло тормош юлына сығарған, улар араһында музыка уҡытыу­сыларынан тыш, музыкаль-компьютер технологияһы, хореография сәнғәте белгестәре лә бар.
Тормошто яратып йәшәгән кешеләрҙең йөҙҙәренән дә, күҙ ҡараштарынан йылылыҡ, яҡты нур бөркөлөп торғандай. Ошо яҡтылыҡтан башҡалар ҙа йөрәгенә ҡуҙ, күңеленә им ала. Һөйөклө әсәй, ышаныслы тормош юлдашы булараҡ, Зөлфирә ханымдың да яҡындары ҡояш нурына тартылғандай уға һыйына. Ә уның күңел йылыһы барыһына ла етә.
Тормош иптәше Фидаи Ғәйфулла улы Бәкиров сәнғәттән алыҫ өлкә кешеһе, ул – Өфө дәүләт авиация техник университетында кафедра мөдире, техник фәндәр докторы, әммә тап уны Зөлфирә Әғләм ҡыҙы “минең иң тәүге, иң ғәҙел баһа биреүсем” тип һанай. Өҙҙөрөп гармунда уйнаған, хәләл ефетенең ижадтағы, хеҙмәт юлындағы һәр аҙымын ҡурсалап, яңы башланғыстарын ҡеүәтләп торған кешене сәнғәттән алыҫ тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер. Бөгөн Зөлфирә Фәрхетдинова башҡа­рыуын­дағы башҡорт халыҡ йырҙа­рынан, композиторҙарыбыҙ әҫәр­ҙәре­нән торған видеоконцерттарҙы Интернет киңлектәре аша бөтә донъя ҡарай, тыңлай ала. Был да Фидаи Ғәйфулла улының хеҙмәте. Ҡыҙҙары Дәлиҙә лә әсәһенең ижадын ҙурыраҡ киңлектәргә сығарыуға булышлыҡ итә. Ул – сит телдәр буйынса белгес, әле Берлинда йәшәй. Германияла әсәһенең концерттарын ойошторған. Ә инде игеҙәктәр – Эрнест менән Роза – бәхетле өләсәй менән олатайҙың көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунаҡтары.
Көмөш шишмәләрҙән күскән моң– Бөгөнгө заманда илдәр араһындағы сиктәр бер ни түгел. Даими аралашабыҙ, скайп аша һөйләшәбеҙ. Улар ҡунаҡҡа килеп ҡайта, беҙ барып торабыҙ. Иң мөһиме – йорт-еребеҙ имен, донъялар тыныс булһын, – был балаларын, уларҙың киләсәген ҡурсыған әсәнең һүҙҙәре.
– Ғүмер юлымда һәр саҡ әсәйемдең йәшәү ҡиммәттәренә таяндым. “Балам, Хоҙай Тәғәлә һәр кемде үҙ ризығы менән яралта, бер ваҡытта ла кеше ризығына үрелмә”, – тигән һүҙҙәре тормошомда девиз кеүек булды. Бында “ризыҡ” тигәнде киңерәк мәғәнәлә, “кеше өлөшө” тип аңларға кәрәк. Шөкөр, кеше өлөшөнә төшмәйем, үҙ юлымдан барам, үҙ йырымды йырлайым... – былары инде сәнғәт тип аталған илаһи ла, ҡатмарлы ла өлкәгә тиҫтә йылдар буйы тоғро хеҙмәт иткән йырсының, тормош һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән, барына шөкөр итеп, тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәй белгән йор аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙың фекере.
...Көйәнтәһенә сәскәле биҙрәләрен элеп, шишмәнән һыу ташыған сағындағылай бөгөн дә йырлауҙан туҡтамай ул, шуға ла йәшәүе йәмле, донъяһы ҡотло. Бәрәкәтле Балтас еренең көмөш һыулы шишмә­ләренән күскән моң сылтырап ағылһын да ағылһын, тип теләргә генә ҡала.


Вернуться назад