Һәр халыҡ быуаттар аша үткән тарихында үҙенең башҡа милләттәрҙән айырылып торған үҙенсәлекле мәҙәниәтен, телен һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Был аяуһыҙ көрәштә еңелеп, тарихтан төшөп ҡалған милләттәр бихисап. Бөгөн донъяла 6700 һөйләш теле теркәлгән. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, һәр 14 көн һайын бер тел юҡҡа сыға бара. XXI быуат аҙағына донъяның 3,5 мең тирәһе милләте телен юғалтасаҡ... Ошо турала ишетеү йөрәкте хафаға һала: беҙҙең башҡорт теле киләсәккә барып етерме икән?! Ил боларһа,
Башлап шаһ һәм шағир
Татыр булған уҡты,
балтаны...
Тик шағирҙы халыҡ онотмаған,
Онотһа ла күпме батшаны!
“Быуаттар тауышы” тип аталған башҡорт шиғриәте антологияһының 816 битлек китабын асам да тәрән уйҙарға батам. Унда быуаттар төпкөлөнән килгән ике йөҙҙән ашыу авторҙың ҡайһы бер ижад емештәре бирелгән. Был – халыҡ ижадынан тыш ҡынаһы. Тимәк, тарих күҙлегенән ҡарағанда, һәр шағирыбыҙ – алтынға бәрәбәр байлыҡ. Уларҙың ижадын өйрәнеү, һәр кемгә тейеш баһа биреү – мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Ошо йәһәттән үҙемдең мәшһүр яҡташым, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижады тураһында булған фекерҙәремде халыҡҡа еткергем килә. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ әҙәби тәнҡитселәребеҙҙең һәр авторға ҡөҙрәте етмәйәсәген иҫәпкә алғанда, уҡыусы был ниәтемде миһырбанлыҡ менән ҡабул итер, тип өмөтләнәм.
Иң тәүҙә ҡоро статистика. Шағирҙың ижад юлын 1968 йылда нәшер ителгән “Һыбай сыҡтым” тигән китабынан иҫәпләгәндә, ярты быуат эсендә ул башҡорт телендә өлкәндәр өсөн — 20, кескәйҙәр өсөн – һигеҙ, урыҫ телендә – дүрт, татар һәм сыуаш телендә – берәр, башҡорт һәм урыҫ телендә (билингвистик) ике китап баҫтырҙы. Барса китаптарының дөйөм тиражы 600 мең данаға етте. Әсхәл ағай шиғриәттең бөтә жанрҙарында ла үҙенең оҫталығын күрһәтә алды. Әйтеш, ода, сонет, робағи, поэма, парса, фельетон булһынмы, шағир әйтергә теләгәнен халыҡҡа матур итеп еткерҙе. Уның һымаҡ уңышлы ижад иткән авторҙарыбыҙ бик һирәк. Яңыраҡ Әсхәл ағайҙың башҡорт шиғриәте тарихында беренсе булып классик ноталарға һалынған “Йөрәккә йөрәк тоташа” йырҙар һәм романстар китабы ла донъя күрҙе: 200 битлек баҫмаға (Өфө, “Китап”, 2017) фәҡәт шағирҙың 56 тексы ғына ингән, көйҙәрҙе-музыканы күренекле композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Абрар Ғабдрахманов, Данил Хәсәншин, Нәбиулла Мөстәҡимов, Айрат Ғайсин һәм һәүәҫкәр ижадсылар яҙған.
...Һәр һәләтле шағир үҙенә генә хас үҙенсәлеге менән айырылып тора. Әсхәл Әхмәт-Хужаның иң сағыу сифатын уның ошо беренсе китабында уҡ күреп ҡалған Ким Әхмәтйәнов “...дөйөм идеяларҙы ул яланғас риторика арҡылы түгел, бәлки, аныҡ образдар аша бирә белә” тип яҙҙы. Тәнҡитсенең был һүҙҙәре шағирға ҙур ҡанат ҡуйҙы: ул ошо йылдар эсендә үҙенең был маһирлығын тағы ла бейек үрҙәргә тиклем үҫтерә алды. Суфиян Поварисов: “Ғөмүмән, шағир мең ҡат сәйнәлгән, тапалған, төҫө уңған сағыштырыуҙар менән мауыҡмай. Яңы образдарҙы үҙе уйлап таба”, – тип баһаланы. Быны тәнҡитсе шиғриәттең иң ауыр ысулдарының береһе, һәр авторҙың да хәленән килмәгән һәләт тип иҫәпләй. Бер нисә миҫал килтереү ҙә шағирҙың метафористик оҫталығын асып һала: ҡая йөкмәп торған тау, ҡорос селтәр кейгән бағана, бәхет эсәм, йыһан һарайы, сәсең һыйпап ҡулым рәхәтләнә... Шиғырҙы ысын кимәлдә ынйы бөртөгөнә әйләндереү сараһы булып тик рифма тормағанын йәштән үк аңлаған Әсхәл ағай ошо йәмле образдар аша уларға йән өрә, классик шедеврға әйләндерә.
Донъя шундай матур,
Тормош – гүзәл,
Һәр нәмәгә бер йәм өҫтәлгән,
Бөрө сатнап шытып сығыр төҫлө
Мин йыр яҙған имән өҫтәлдән!
Был юлдарҙы тәүге тапҡыр уҡығанда тәнде зымбырлатҡан ниндәйҙер бер серле тойғолар кисерәһең, шиғриәттең ысын тылсымлы көсөнә инанаһың. Ә авторҙың үҙ шиғырҙарын уҡығанды ишетһәң! Ул – күңелде тулыһынса арбаған үҙе бер мөғжизә, гүйә, һин бер әкиәт донъяһында йөрөйһөң. Был хосуста шиғри юлдарҙа уларҙа һалынған шағирҙың эске хис-тойғоһо бөтә көсөнә яңғырай, үҙенә күрә айырым бер йырға әйләнә. Ә автор үҙе Владимир Маяковский, Роберт Рождественский кимәлендәге трибунға әйләнә. Юҡҡа ғына ваҡытында Мостай Кәрим уның тураһында “мөғжизәләр юллап, мөғжизәләр эҙләп, шиғриәт юлына баҫты” тип әйтмәгән. Әсхәл Әхмәт-Хужаның был һәләте лә айырым мәҙхиәгә лайыҡ. Һәр шағирға бирелә торған нәмә түгел был. Был йәһәттән ул ысын халыҡ сәсәндәре традицияларын дауам итә. Бөтә ғүмерен ошо шиғриәткә генә бағышлап, Хоҙай биргән һәләтен аҫыл таш кимәленә еткәнсе шымартыуға өлгәшкән шағир әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып һаналырлыҡ.
Бында Әсхәл ағайҙың тәржемә эшенә индергән өлөшөн билдәләү ҙә урынлы булыр. Таһир Таһиров (Ахунйәнов) “әҙәби тәржемә ифрат ауыр шөғөл... Самуил Маршак тәржемәһендә У. Шекспир сонеттары урыҫ телендә яҙылған оригиналь әҫәрҙәр булып яңғыраған шикелле, Әсхәл тәржемәһендә Пушкин әҫәрҙәре башҡортса оригинал булып ҡабул ителә” тип яҙҙы. Шағир донъя кимәлендә танылған Дж. Байрон, Г. Гейне, Р. Бернс, Ш. Руставели кеүек авторҙарҙың шиғриәтен “емереп, үҙебеҙсә яңынан төҙөп”, халыҡҡа еткереүгә өлгәшә алды. Был турала Ғайса Хөсәйенов: “Ебәккә ынйы теҙелде” йыйынтығы шағир Әсхәл Әхмәтҡужиндың үҙ поэтик ҡаҙанышы ғына булып ҡалмайынса, хәҙерге башҡорт әҙәби тәржемәһенең яңы кимәлгә күтәрелеү дәрәжәһен күрһәткән уңыш юғарылығын ала, башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡаҙанышы булып әүерелә”, – тип баһа бирҙе. Был өлкәлә лә Әсхәл Әхмәт-Хужаның тотҡан урыны маҡтауға лайыҡ.
Фән менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, шағирҙың ижадындағы тағы ла бер нәмәне билдәләмәй китә алмайым. Быны ысын шағирҙарға ғына хас интуиция, тойомлау, башҡаларҙың күҙенә ташланып бармаған нәмәләрҙе күреү һәләте тип атап булалыр. Был турала ул:
Тылсымлы һүҙ табып,
Асмаҡ булам
Хазиналар тулы һандыҡты;
Тылсым-һүҙҙәр генә әҙ табыла,
Асыла ла һандыҡ –
Тиҙ ябыла...
Ҡандыралмай ҡалам танһыҡты, –
тип яҙа. Бында ғалимдар быуаттар буйы баш ватҡан бер һорауға (ысын мөхәббәт тураһында) шағир биргән яуапты килтереү ҙә етә:
Йәренең аяҡ аҫтынан
Йөрәген кем атмай –
Ул ысын яратмай.
Шағирҙың ижадының ошо яғы миңә, публицистика менән шөғөлләнгән кешегә, бигерәк тә ныҡ ярҙам итә. Уның йәмғиәтебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләренә ҡағылған парсаларын даими уҡып барыу, ҡулланыу публицистиканы байыта, уны йөкмәткеле итә. Хәйер, быны иғтибарлы уҡыусы күреп-белеп тора. Уның парсалары, бөтә ижадынан тыш, айырым өйрәнеүҙе көтә. Ундағы һымаҡ тәрән фекер, тормош фәлсәфәһе Әсхәл ағайҙың ижадының тағы ла бер яғын асып бирә. Унда шағир публицист ҡына булып ҡалмай, ә шиғриәт телендә ислам ҡанундарына тап килгән сифаттарҙы данлай, ә ярамағандарын әсе сатира утына тота. Бында уның өсөн шиғриәт менән шәриғәт аһәңдәш булып яңғырай. Был парсаларҙа иман ҡағиҙәләренең шағир телендә яңғырауы уларҙы Ҡөрьән тәржемәһе кимәленә тиклем күтәрә.
Тәүбәнең асылы – йөҙ ҡат
Түгел дәһә ҡабатлауҙа,
Тәүбә асылы – йөҙ тапҡыр
Бер үк гонаһҡа батмауҙа.
Бында автор өсөн иң мөһиме – Китапты туранан-тура тәржемә итеү түгел, ә уның асылын, халҡыбыҙҙың булмышына, мәҙәниәтенә яраштырып, уны беҙгә еткереү.
Һәр ысын шағир бер үк ваҡытта фәйләсуф булып тора. Уның ижадында, рифма һәм образдан тыш, бер идея булырға тейеш. Ошо идея ғына шиғриәткә ниндәйҙер бер эске һулыш, мәғәнә, йәм өҫтәй. Идеяһыҙ шиғриәт – буш орлоҡ ҡына. Ул сәскә һымаҡ матур, күҙҙең яуын алырлыҡ булһа ла, унан емеш көтөп булмай. Шиғриәттең был үҙенсәлеген яҡшы аңлаған Әсхәл Әхмәт-Хужа 1962 йылда уҡ (егерме йәшлек сағында):
...Тормош – ул мөһабәт умарта,
Түгелмен мин унда ҡунаҡта,
Бары шул: бәләкәй эшем дә
Кәрәккә әйләнһен кешегә! –
тип яҙа. Ошо һүҙҙәрҙе – халҡыңа хеҙмәт итеүҙе – шағир үҙенең тормош кредоһы итеп һайлай. Уның һәр әҫәре ошо теләк менән һуғарылған. Бының өсөн ул бөтә ижадын егә:
Иртән миңә тормош әйтмәҫ өсөн:
“Һин йәшәнең, – тиеп, – наҙланып”, –
Бөгөн бына заман һандалына
Йөрәгемде һалам баҙлатып!
Шағир өсөн үҙеңде борсоған шиғри хистәреңде идея формаһында халҡына еткереүҙән дә шәберәк нәмә юҡтыр. Ғөмүмән, был сифат Әсхәл Әхмәт-Хужаның бөтә ижадына хас. Рифмалар менән образдарҙың уҡмашыуынан тыуған шиғыр асылы уның әҫәрҙәрен сыуаҡ көндәй балҡытып ебәрә, шуға ла Әсхәл Әхмәт-Хужа ижады башҡорт әҙәбиәтендә һис кем менән дә сағыштырғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫлыҡ рәүеш ала. Үҙенең хатта дүрт юллыҡ бәләкәй генә шиғырында ла ошо ниндәйҙер эске идея һалынған, ошоноң арҡаһында ул йыш ҡына айырым ҙур бер поэмаға торорлоҡ көскә эйә була.
Донъя яҡты,
Әммә был донъяла
Күп күңелдәр әле ҡараңғыла...
Күңелдәрҙе яҡтыртырға мөмкин
Үҙең янып, көлгә ҡалһаң ғына!
Шағир йәштән үк һайлаған идеяға тоғро булып ҡала, ә идея, Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һымаҡ, Әсхәл ағайҙың ижад юлында маяҡ булып хеҙмәт итә, дөрөҫ юлдан алға әйҙәй. Шағирҙың ижадында ошо идеяның булыуы уның әҫәрҙәренә тулылыҡ өҫтәй, уларҙы шиғриәтебеҙҙең иң камил өлгөләренә әйләндерә.
Һинән һуң ҡалһын матур иҫтәлек:
Халҡыңа бөрсөк бер нур өҫтәрлек,
Йөрөгән ерҙәрең һағынып иҫләрлек,
Еләҫ елдәрҙә лә һығылып иҫәрлек!
Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижадын ошо ҡыҫҡа ғына байҡау замандашыбыҙҙың ижадына тейешле баһа бирергә тырышыуҙан булды. Башҡорт шиғриәтендә үҙенә генә хас үҙенсәлектәре менән айырылып торған (уны башҡа бер кем менән дә бутап булмай!) шағир өсөн уның ижадының халыҡсан булыуы ла бигерәк тә отошло күренеш. Быны иҫәпкә алып, “Йәшлек” гәзитендә (2017 йыл, 16 июнь) сыҡҡан йәмәғәтселек мөрәжәғәтенә ҡеүәт итеп, Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужинға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен биреүҙе мөһим тип иҫәпләйем.
Мостай Кәримдең 1992 йылда уҡ: “Поэзияға төрлөсә киләләр. Берәүҙәр тәүҙә оран ташлай. Сәләм менән Ниғмәти шундайҙарҙан булды. Икенселәр һүҙҙе тормоштан, бәхәсләшеп һәм даулашып, хисап алыуҙан башлай. Мин, мәҫәлән, Ғафури менән Бабичты хәтерҙә тотам. Өсөнсөләр донъяға һоҡланыуҙан телгә килә. Был йәһәттән Мәлих Харис менән Нәжми күҙ алдына баҫа. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһенә бүтән күп ҡатмарлы сифаттар ҙа хас. Әсхәл Әхмәт-Хужа иһә Рәми Ғарипов артынса, мөғжизәләр юллап, мөғжизәләр эҙләп, шиғриәт юлына баҫты” тип әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу урынлы булыр. Башҡорт шиғриәтендә Мостай Кәримдең ошо һигеҙ шағирҙы ғына билдәләп китеүе буштан түгелдер. Мостай ағайҙың аманат итеп ҡалдырған һүҙҙәрен онотоу күрмәмешкә һалышыу менән бер булыр.
Донъя халыҡтары – ғәләм икән,
Киң ғәләмдә башҡорт – тик бер тамсы…
Башҡортмон тип мин дә ут йотамсы,
Башҡортом тип мин дә йән атамсы:
Шул тамсыны мин дә балҡытһамсы!
Шул тамсыла мин дә яҡтырһамсы!
Ошо юлдарҙы яҙа алған шағир ысын кимәлдә халыҡ шағиры булып торалыр. Ә телдәр юҡҡа сыға тигән үҙемдең мәҡәләмдең башында яңғыраған хәүеф-хафам өсөн борсолмаһам да була, сөнки шағир был турала ныҡлы ҡарашта:
“Беҙҙең тел ул барыбер бөтә”, – тимә, –
Тел – мәңгелек, үлмәҫ, йәш, сикһеҙ...
Туған тел бит һинән алда тыуған,
Һинән һуң да йәшәр, һис шикһеҙ!
Илдар ҒӘБИТОВ,
публицист, иҡтисад фәндәре
кандидаты, БДУ доценты.