Башҡорт драматургы Шәүрә Шәкүрованың “Зәңгәр томандар артында” пьесаһы “Баденвайлер 2018” халыҡ-ара драматургия конкурсы исемлегенә инде. Пьеса “Бөтә донъя” номинацияһында ҡатнашты.Конкурста 22 илдән 164 авторҙың 224 пьесаһы ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар — Владислав Граковский һәм Theater Atelier Stuttgart. Партнерҙары — Владислав Граковскийҙың театр төркөмө һәм “Stuttgarter Readers” төркөмө.
— Был пьесаны мин Башҡортостандың драматургия һәм режиссура үҙәге үткәргән драматургия семинары барышында яҙҙым. Геройҙарымды ҡасан да булһа сәхнәлә күрергә теләйем. Семинарҙа режиссер Рима Харисова пьесанан өҙөк күрһәтте, шәп булды, — ти Шәүрә Шәкүрова.
“Зәңгәр томандар артында” пьесаһының геройҙары, А.П. Чеховтың “Апалы-һеңлеле өсәү” пьесаһы геройҙары кеүек үк, тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ бәхетте көтөп йәшәй, ләкин ХХ быуат башы геройҙары ауылдан китергә теләһә, замандаштарыбыҙ иһә тыуған яҡтарына ҡайтыу тураһында хыяллана. Марат, Шамил, Зәлиә һәм Эльмира Мәскәүҙә йәшәй, әммә уларҙың бөтә уйҙарында — Өфө һәм тыуған ауылдары. Тормош гөрләп тора, улар ғашиҡ була, айырылыша, кемдер хыянат итә, кемдер тоғро ҡала. Драма жанры заманыбыҙҙың мөһим мәсьәләләрен күтәрергә, төбәктәрҙән килгән йәштәрҙең илебеҙҙең баш ҡалаһында ниндәй тойғо кисереүҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Зәңгәр томандар артында” пьесаһы 2017 йылда 15-се Халыҡ-ара әҙәби Волошин конкурсы (Ҡырым), 13-сө “Драма ваҡыты, 2017, йәй” халыҡ-ара заманса драматургия конкурсы, Бойондороҡһоҙ халыҡ-ара заманса драматургия конкурсы исемлектәренә инде.
2016 йылда “Заманса драматургия” журналында Валентина Федорованың “Зәңгәр томандар артында” пьесаһына рецензияһы донъя күрҙе. Авторҙың “Волга йылғаһы аға…” пьесаһы 2016 йылдан алып бөгөнгә тиклем — “Әсәйем мине ярата” пьесаһы составында Мәскәүҙәге “А-Я” балалар театры репертуарында (авторҙаштар Иосиф Кобзон, Денис Мацуев, Валентин Гафт).
2015 йылда “Гөлкәйҙең бәхете” пьесаһы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы хәҙерге драматургияға булышлыҡ итеү буйынса конкурста еңеү яуланы, Салауат башҡорт дәүләт театрында сәхнәләштереү өсөн федераль грантҡа лайыҡ булды. Пьеса әлеге ваҡытта башҡорт телендә “Гөлкәйҙең бәхете” исеме менән бара.