“Ни күрһәм дә – Алаш өсөн күргәнем, Миңә бәхет – халҡым өсөн үлгәнем!”20.04.2018
“Ни күрһәм дә – Алаш өсөн күргәнем, Миңә бәхет – халҡым өсөн үлгәнем!”Ошо фекер менән йәшәгән ҡаҙаҡ шағиры Мағжан Йомабайулы Ҡаҙағстандың Петропавловск өйәҙе Һары-Айғыр улысы Һаҫыҡкүл ауылында 1893 йылда хәлле ғаиләлә донъяға килгән. Уҡырға-яҙырға өйрәткән беренсе уҡытыусыһы Әхәйетдин Аҡанов исемле башҡорт булған. Мағжандың атаһы, улының уҡыуға һәләтен күргәс, 1905 йылда уны ысыул-ы жәдит, йәғни яңы ысул буйынса уҡытҡан Ҡыҙылъяр мәҙрәсәһенә ебәрә.

Бында буласаҡ шағир фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен, әҙәбиәтте өйрәнә. Тәүге шиғырын да 1909 йылда ошо мәҙрәсәлә ижад итә. Ҡыҙылъярҙағы уҡыуын тамамлағас, Мағжан Йомабайулы 1910 йылда Өфөнөң мәшһүр юғары мосолман уҡыу йорто булған “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында ул Ғәлимйән Ибраһимов менән таныша. 1912 йылда уның ярҙамында Ҡазанда “Сулпан” исемле тәүге шиғыр йыйынтығы нәшер ителә. Мағжан Йомабайулы, “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамламайынса, ҡаҙаҡ уҡымышлылары Миръяҡуп Дулатов, Әхмәт Байторсонов нигеҙ һалған “Ҡаҙаҡ” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.
1913 – 1917 йылдарҙа ул Омск ҡала­һында уҡытыусылар институтында уҡый. Революция йылдарында Алаш Урҙа партияһына инә һәм хөкүмәт эшендә ҡатнаша. Ҡаҙағстан хөкүмәтенең Мәғариф комиссияһы ағзаһы була. 1922 йылда ул ваҡыттарҙа ҡоролған Төркөстан Респуб­ликаһы хөкүмәтенең Ҡырғыҙ-Ҡаҙаҡ Белем Комиссияһында эшләй, “Сулпан” менән “Сана” (“Аң”) журналдары, “Аҡ юл” гәзиттәрен сығарыуҙа ҡатнаша. Шул йылдарҙа Ырымбурҙа уның тарафынан яҙылған “Педагогика” исемле ғилми хеҙмәте, Ҡазанда һәм Ташкентта шиғыр китаптары донъя күрә.
Синыфтар теорияһы күҙлегенән 1924 йылда ижадына байҡау яһалғас, уны беренсе тапҡыр милләтселектә, индивидуализмда ғәйепләйҙәр. Бынан һуң ул Мәскәүҙең Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында ул “Көнсығыш нәшриәте”ндә лә эшләп йөрөй. Ҡаҙағстанға ҡайтҡандан алып ике йыл самаһы ваҡыт үткәс, 1929 йылда уны нахаҡҡа ғәйепләп, Бутырка төрмәһенә ябалар. Яҙыусы Максим Горький ярҙамында 1935 йылда иреккә сыға. Ҡыҙылъярға ҡайтып, уҡытыусы була. 1937 йылда Алматыла тәржемәселек менән шөғөлләнә. Бер йылдан һуң яңынан ҡулға алына һәм атып үлтерелә.
Мағжан Йомабайулы, мәшһүр ҡаҙаҡ шағиры Абайҙан һуң, ҡаҙаҡ шиғриәтен үҫтереүгә, шиғырҙар формаһын төрлән­дереүгә тос өлөш индерә. Башҡа халыҡ шағирҙары ижадын ҡаҙаҡсаға тәржемә итә. Уның тарафынан немецтарҙан Иоганн Вольфганг Гете, Генрих Гейне, рустарҙан Афанасий Фет, Василий Жуковский, Михаил Лермонтов, Максим Горький, ғәрәптәрҙән Әбү Фирас, Әл-Мәғәрри һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре тәржемә ителә.
Ул тарихҡа ла мөрәжәғәт итә. Лирик шиғырҙары ла байтаҡ. Революциянан һуң дәүерҙә символизм йоғонтоһон да кисерә. Әҙәбиәтселәр билдәләүенсә, Мағжан Йомабайулының ижадында Көнсығыш һәм Көнбайыш әҙәбиәттәре ҡаҙаныштары сағыла. Әхмәтзәки Вәлиди “Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яңы тарихы” исемле хеҙмәтендә Мағжан Йомабайулының ижадын юғары баһалай. Шиғырҙарының ҡаҙаҡса һәм төрөксә сәсмә тәржемәһен баҫтыра.

Алыҫтағы бауырыма

Алыҫта ауыр ғазап сиккән бауырым,
Ҡыуарған гөлсәсәктәй кипкән бауырым.
Ҡамаған ҡалын яуҙың уртаһында
Күл итеп күҙҙең йәшен түккән бауырым.

Алдыңды ауыр ҡайғы баҫҡан бауырым,
Ғүмер буйы яфа сиккән яттан бауырым.
Тексәйгән, йөрәге таш яуыз йәндәр
Тереләй тирең тунап ятҡан бауырым.

Йә, Хоҙай, түгел инеме ни алтын Алтай
Анабыҙ беҙҙе тапҡан, аҫау тайҙай?
Итәгендә йөрөгәйнек уйнап-көлөп,
Йөҙөбөҙ түгел инеме ни яҡты айҙай?!

Аласа алтын ашыҡ атманыҡмы,
Тибешеп бер түшәктә ятманыҡмы?
Алтай анабыҙҙың аҡ һөтөнән
Бергә имеп, бергә тәмен татыманыҡмы?

Торманымы ағып беҙҙең өсөн
мөлдөр булаҡ,
Сылтырап, сылт-сылт итеп тауҙан ҡолап?
Бик шәп итеп осҡан ҡоштай сыҡҡан ҡойон,
Теләгәндә менер инек толпар-бураҡ!

Алтайҙың алтын көнө иркәләтеп,
Килгәндә юлбырыҫтай, яңы ир етеп,
Аҡ диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ аръяғында,
Бауырым, мине ташлап, барҙың китеп!

Мин ҡалдым – йәш балапан ҡанат ҡаҡмай,
Осам тип ынтылһам да, йәмен тапмай.
Йүн һелтәр, юл күрһәтер йән булманы,
Яуыз яу ҡуйыр ине микән мине атмай?!

Ҡурғаштай йәш йөрәккә уғы батты,
Гонаһһыҙ таҙа ҡаным һыуҙай аҡты.
Ҡанһырап, илем һаҡлап, иҫтән яҙҙым,
Ҡараңғы зинданға көсләп япты...

Күрмәйем кисә йөрөгән ҡыр-сайҙы ла,
Көндөҙ – көндө, төндә көмөш нурлы
айҙы ла,
Арҙаҡлап, ысын ебәктәй арайға урап,
Үҫтергән алтын анам Алтайҙы ла.

Йә, Хоҙай, айырылдыҡмы ҡалын төптән,
Ҡурҡмайынса һибелеп яуған уҡтан?!
Төрөктөң юлбарыҫтай йөрәгенән,
Ысынлап ҡурҡҡан ҡолдай яуҙан бүккән?!

Талпынып иреккә ынтылған төрөк йәне,
Ысынлап та ауҙымы, бөтөп хәле?!
Ут һүнеп йөрәктәге, ҡорономо
Ҡайнаған тамырҙағы ата ҡаны?!

Бауырым! Һин – ул яҡта, мин – был яҡта,
Ҡайғынан ҡан йотабыҙ. Беҙҙең атҡа
Лайыҡ микән ҡол булыу? Кил, китәйек
Алтайға, ата мираҫ алтын тағҡа!

Йәш һылыуға

Мин аҡынмын – ағынмын,
Сылтырайым, һөйәмен.
Мин аҡынмын – ялҡынмын,
Сәсрәп күккә тейәмен.
Ҡарағат күҙең мөлдөрәп,
Күп ҡарама, йәш һылыу,
Сылтырап, һыйпап, һөйгән булып,
Ағып китә ағын һыу.
Алма иренең әлберәп,
Һөйсө, һөй, тип ялынма.
Утлы уйынсы дуҫ булып,
Яҡынлашма ялҡынға.
Мин аҡынмын – ел йүгерек,
Жыуылдайым, осамын.
Мин уйынсы күбәләк,
Күренгән гөлдө ҡосамын.
Бөрлөгән битең һорланып,
Елгә ышанма, йәш бала,
Шыбырлар, китер урланып,
Ысын йәре уның һары дала.
Күбәләккә, кил, тимә,
(Әлһерәү шулай ни кәрәк?)
Китер осоп башҡаға
Балыңдан татһа күбәләк.
Мин аҡынмын – йырлайым,
Йөрәккә йүгерек ел керһә.
Мин аҡынмын – илайым,
Йөрәккә ауыр сир керһә.
Яңылышырһың, иларһың,
Ҡосаҡлама билемдән.
Йәш тәнеңде уйлармын,
Һөйҙөрмәсе телеңдән.
Йәш фәрештәм, һылыу ҡыҙ,
Һөймәсе, һөймә, һорайым.
Мин – аҡынмын, туҡтауһыҙ
Йырлайым да илайым.

Ҡаҙаҡ азаматы

Берәүенә – һин тәңрем, тип табына.
Берәүенә – мин ҡолоң, тип бағына.
Берәүенә – саҙаҡа бир, тип ялына.
Берәүенә – ҡойроҡ булып тағыла.
Һәр саҡ бахыр хыял ҡыуып сабына.
Һәр саҡ төҫһөҙ бер һор(о) нәмә ябына.
Ҡаҙағы – ҡуй, артынан уның ағыла.
Азаматҡа ҡунаҡлыҡ ҡуй табыла.

Мин кем

Арыҫланмын, һәйбәтемә кем сыҙар?
Юлбарыҫмын, миңә ҡаршы кем торор?
Күктә – болот, ерҙә елмен геүләгән,
Ер иркәһе ерҙең йүнен кем һорар?
Күктә көнмөн, күпкә нурым сәсәмен.
Күңелгә алһам, хәҙер ҡарышҡа ашамын.
Сите, төбө күк диңгеҙмен ҡара-күк,
Илһамланып: һелкенеп, сайҡалып,
ташамын.
Ялҡынмын мин, килмә яҡын – янырһың.
Толпармын мин, саңыма етмәй ҡалырһың.
Күл булһын күк, емерелһен ер,
ҡайғым юҡ,
Күҙ ҡыры менән көлөп кенә ҡарармын.
Мин үлмәйем, минеке лә үлмәгән.
Наҙан әҙәм үлем юғын белмәгән.
Үҙем батша, үҙем ҡаҙый, үҙем бей.
Ҡалай иҫһеҙ, ни ҡылдың тип тетрәгән?
Миһырбанмын – һигеҙ йәннәт ҡулымда.
Ҡәһәрләнһәм – тамуҡ тейер ҡулыма.
Юҡ яҡыным Яратҡандай, яңғыҙмын,
Минме эйелер илһеҙ әҙәм улына?
Үҙем – тәңре, табынамын үҙемә.
Һүҙем – Ҡөрьән, бағынамын һүҙемә.
Боҙоусы ла, төҙөүсе лә үҙем мин.
Инде иҫкелек, килдең үлер мәлеңә!

Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға
Әхәт СӘЛИХОВ тәржемәһе.


Вернуться назад