ДИҢГЕҘ ТӨБӨНДӘГЕ ЫНЙЫ13.04.2018
ДИҢГЕҘ ТӨБӨНДӘГЕ ЫНЙЫУны мин диңгеҙ төбөндәге ынйыға тиңләр инем: һәләте әле тейешенсә баһаланмағандыр ҙа, бәлки, әммә әсир итә: шундай көслө тауышты тыңлап, хатта үҙеңдең дә тының иркенәйеп китәме ни, ул һине әллә ҡайҙа, күктәрҙе иңләргә әйҙәгәндәй... Һүҙем – Әбйәлил һылыуы Зөлфиә Хафизова хаҡында. Хәйер, үҙе менән таныштырғанда ул “тамырҙарым менән Бөрйән ҡыҙы, атай-әсәйем шул райондан” тип билдәләне. Былай булғас, саҡ ун туғыҙы тулған йәш кенә ҡыҙҙың күңеленә ҡайҙан шул хәтлем моң һыя, тип аптырарға түгел, Бөрйәнде моңдар иле тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
Зөлфиә әлеге ваҡытта Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжының 4-се курсында уҡып йөрөй. Ҡулына диплом алғас, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып сығасаҡ. Күптән түгел уҡыған еренән йүнәлтелеп, “Хыял парустары” халыҡ-ара конкурсында егерме бер кеше араһында III урынды яулауы ла маҡтауға лайыҡ. Зөлфиәнән был бәйге хаҡында ентекләберәк һөйләүен һораным.
— Иң яҡшы студентты һайлап алыу өсөн ойошторолған бәйге ете этаптан торҙо. Беренсеһендә үҙем хаҡында һөйлә­нем, икен­сеһенең шарты тәғәйен бер проект яҡлауҙан ғибәрәт булды. Проектымдың темаһы умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән бәйле ине. Өсөнсө баҫҡыста биш минут­лыҡ оҫталыҡ дәресе күрһәтергә ҡушылды. Бында ла мин милли идеяға мөрәжәғәт иттем: волонтерҙар менән түшелдерек эшләнек. Артабан “Төбәк компоненттары” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Мин халҡыбыҙҙың милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында сығыш яһаным.
Бишенсе этапта күнегеүҙәр күҙал­ланғайны. Баһалама ағзаларына Өфөләге 51-се башҡорт балалар баҡсаһында солоҡсолоҡ тураһында үткәргән дәресте видеояҙма рәүешендә тәҡдим иттем, алтынсы этап тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булды: һәр ҡатнашыусыға балалар баҡсаһы йәшендәге берәр кескәй дуҫ беркетелде, һәм беҙ уның менән егерме биш минут эсендә берәй әйберҙе сәхнәләштереп өлгөрөргә тейешбеҙ. Миңә беркетелгән ҡыҙсыҡ шундай отҡор, сая, беҙ уның менән “Айыу һәм бал ҡорто” башҡорт халыҡ әкиәтенең бал ҡорттары менән кеше һөйләшкән урынын баһалама хөкөмөнә сығарҙыҡ.
Бәйгенең ошо баҫҡысы, бәләкәс ҡыҙ хаҡында һөйләгәндә Зөлфиә балҡып китә. Осҡонланып тоҡанған ҡарашында, йылмайған йөҙөндә уның балаларға, һайлаған һөнәренә ҡарата һөйөүе сағыла.
Мәртәбәле бәйгенең һуңғы баҫҡысы ижади юҫыҡҡа йүнәлтелә, Зөлфиә унда йыр менән сығыш яһай.
Йыр. Уның менән бала саҡтан алып айырылғыһыҙ ҡыҙ: тыуған ере Әбйәлил районы Гусев ауылындағы музыка мәктәбенә йөрөй, Өфөгә уҡырға килгәс тә ташлап ҡуймай, шәхси музыка педагогы менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. Остазы Венера Сәхип ҡыҙы Фәтхиева Зөлфиәне төрлө бәйгелә үҙен һынап ҡарарға ҡанатландыра ла инде. 2016 йыл Зөлфиә өсөн уңыштарға бай була: “Йәшлек-шоу” бәйгеһендә дипломант исеменә өлгәшә, ә “Иҙел” халыҡ-ара йыр бәйгеһендә беренсе урынды яулай.
— Бәйгелә Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙән ҡатнаштылар. Мин “Һағынам” тигән эстрада йыры менән сығыш яһаным, баһалама ағзалары, бигерәк тә танылған йырсы Ренат Ибраһимов тырышлығымды юғары баһаланы, — ти Зөлфиә үҙе был һынау хаҡында.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: Зөлфиә менән әңгәмәләшкәндән һуң мин, Интернет сиктәрен айҡап, уның “Иҙел” халыҡ-ара йыр бәйгеһендәге сығышын таптым да хайран ҡалдым: күңелгә үтеп инерлек гүзәл йыр һәм бик көслө тауыш беренсе ноталарынан уҡ үҙенә арбай. Зөлфиәнең үҙен сәхнәлә иркен, ышаныслы тотоуы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Шуға уның “сәхнәгә сығыр алдынан, ҙурмы ул, бәләкәйме, ныҡ тулҡынландыра” тиеүе бер аҙ ғәжәп тә. Икенсе яҡтан, йәш йырсының ижадҡа яуаплы, һөнәри күҙлектән сығып ҡарауын да раҫлай.
— Нисек уйлайһың, башҡорт эстрадаһы бөгөн ниндәй кимәлдә? – тип ҡыҙыҡһындым.
— Күп кенә йәш йырсыларҙың “плюсовка”ға йырлауын өнәп етмәйем, мин һәр ваҡыт сәхнәлә йәнле тауыш яҡлы. Бер төрлөлөк күп, үҙенсәлелек аҡһай, — тип бик ғәҙел, әһәмиәтле фекерҙәре менән уртаҡлашты Зөлфиә.
Үҙе йырсыларҙан Зилиә Бәхтиева, Ришат Төхвәтуллин, Радик Юлъяҡшиндың ижадын яҡын күрә икән. Зөлфиәнең репертуарында, эстрада йырҙарынан башҡа, тағы ла оҙон көйҙәр ҙә етерлек. Йөрәккә үтеп инерлек итеп “Томан”ды башҡарыуы үҙе ни тора!
— Уҡыуыңды тамамлағас, һөнәрең буйынса эшләргә йыйынаһыңмы? – ҡыҙҙың киләсәккә уй-ниәттәрен белешеүемә Зөлфиә оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң:
— Иллегә илле, — тип яуаплай. – Йыр, сәнғәт юлынан китергә, йырсы булараҡ үҫеп, ҙур сәхнәләрҙе яуларға теләгем бик ҙур.
Зөлфиәнең был теләге тормошҡа ашыр, тип ышанам, сөнки әңгәмәсем үрҙә билдәләгәнсә, башҡорт эстрадаһын бөгөн бер төрлөлөк баҫып алыуы береһенә лә сер түгел. Һәләтле, көслө тауыштар, моң кәрәк туған сәхнәләребеҙгә.
Зөлфиәне диңгеҙ төбөндәге ынйыға тиңләүем тиккә түгел: алсаҡ, мөләйем йөҙлө, маҡсаттарына ирешеүсән, иң мөһиме, үҙенсәлекле, көслө, һоҡланғыс тауыш эйәһе Зөлфиә Хафизованың йондоҙло сәғәте алда әле.



Вернуться назад