Өфөлә “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!”, “Исемеңдә — һинең яҙмышың...” тип аталған ике концерт программаһын тамаша ҡылдым. Ниндәй матур, яғымлы, йөрәккә ятышлы һүҙҙәр менән аталған был программалар! Сибай концерт-театр берекмәһе, баш ҡала һәм район-ҡалалар халҡын ҡыуандырып, сағыу, ҡабатланмаҫ тамашалары менән гастролдәрҙә йөрөй.Әле коллективҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов етәкселек итә. Концерттарҙың сценарий авторҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Фәйзуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Мотал Рәмов, режиссерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Миңзилә Ҡотошова һәм Нәсимә Ғиззәтуллина, музыкаль етәксеһе һәм йырҙарҙы сәхнәгә эшкәртеп сығарыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, алып барыусылары – нәфис һүҙ оҫталары, Эльза Юлдыбаева, Ғаяз Ғәйетбаев, Динислам Сафин.
Был ике концерт программаһының да йөкмәткеһе исеменә тап килә. Башҡарыу оҫталығы яғынан да йөрәктәргә үтеп инә. Тамашасы, һәр сығышты көслө алҡыштарға күмеп, “афарин!”, “маладис!” кеүек ҡеүәтләү һүҙҙәре менән оҙатты. Мөхәббәт, бала һөйөүе, тәбиғәт ҡосағы, башҡорт моңо, ҡурайы, ҡумыҙы, гармун моңоноң һәр кемдең йөрәгенә үтеп инеүе – оло шатлыҡ!
Беренсе концерт вокаль-хореография композицияһы менән башланды. Альберт Салауатов башҡарыуында “Уйыл” башҡорт халыҡ йырын зал тын да алмай тыңланы. “Сибай” бейеү ансамбле “Баһадирҙар”, “Француз яулыҡ”, “Сыңрау торна”, “Ауыл егеттәре”, “Йәнгүзәлдә аулаҡта”, “Гармунһыҙ үтмәй туйҙар” бейеүҙәрен башҡарҙы. Баязит Байназаров, Фаил Йортбәков, Ғаяз Ғәйетбаев кеүек һәләтле йырсыларҙы тыңлап күңел ҡыуанды.
Ҡыҙҙар вокаль ансамбле башҡарыуында “Юлғотло”но, егеттәр вокаль ансамбленең “Ҡурай бәйете”н тамашасы алҡыштарға күмде. “Тархан” төркөмөнөң йырҙары ла бик фәһемле ине. Ҡурай, баян, гармун, думбырала уйнаусылар башҡорт көйҙәренән өҙөктәрҙе, “Саптар юрға”ны, “Ҡуңыр буға”ны бик оҫта, еренә еткереп уйнаны. Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Зәбирә Әминеваларҙың халыҡ йырҙары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек. Ижади төркөм сығышын “Башҡорт ҡурайы”, “Уйнаһын ғына ҡурайым, тынмаһын туған телем!” йырҙары менән тамамланы.
Икенсе концерт иһә тамашасы менән аралашыу, һорауҙар биреү, башҡорт исемдәрен тергеҙеү, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу, боронғо исемдәргә, уларҙың хәҙерге көндә лә һаҡланып ҡалыуын билдәләүгә ҡоролғайны. Сара тәрбиәүи яҡтан бик фәһемле булды. Сәхнәлә бәпестәр күтәреп, уларҙың тауыштарын ишеттереп, исем туйы нисек үтеүен дә күрһәттеләр. Таҡмаҡтар гел боронғо исемдәр менән бәйле ине.
“Сибай” бейеү ансамбле “Бүрәнәлә бейеү”, “Ҡарабай”, лак халыҡ бейеүе, “Тимербайҙың улдары”, “Гөлнәзирә” бейеүҙәрен халыҡтың йөрәгенә үтеп инерлек итеп, үҙенсәлекле башҡарҙы. “Яҙғы ташҡын”ды бөтә төркөм бейене, ретро йырҙарҙан өҙөктәрҙе, “Йәнбикә”, “Зөлфиә”, “Раушания”, “Эй, сибәр ҡыҙ!”, “Зөбәйҙә”, “Сәлимәкәй”, “Салауат”, “Уралиә”, “Ай-ли, Гөлмилә”, “Сәриә” һәм башҡа йырҙарҙың бөтәһе лә башҡорт исемдәренә арналған. Вәт башҡорт исемдәрендә һинең яҙмышың сағыла икән ул! Уларҙы иҫкә төшөрөү тәнгә лә, йәнгә лә рәхәт, шатлыҡ, үҙе бер мөғжизә ине. Халыҡтың үҙебеҙҙең исемдәргә шул тиклем һыуһағаны ошо сарала асылды ла инде...
Сара Мотал Рәмов һүҙҙәренә Илшат Яхин яҙған “Исемеңдә – яҙмышың” йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
Өйҙә битарафлыҡҡа бирелеп ятҡансы, ошондай мәҙәни сараларға йышыраҡ йөрөргә, күңелгә моң, йөрәккә дәрт-ҡыуаныс алып йәшәргә кәрәк.
Өфө ҡалаһы.
Сабир ШӘРИПОВ, яҙыусы:– Сибайҙарға рәхмәт! Баш ҡала филармонияһында улар шәп концерт менән ҡыуандырҙы. Тамашаның һәр һүҙе, һәр йыры йә бейеүе фәһемле фәлсәфәгә, исламиәт һәм халыҡ йолаларына нигеҙләнгән. Артистарҙың йәшлек дәрте, сағыу таланты, төҫө-килбәте ҡарап туйғыһыҙ! Замандаштар, бигерәк тә йәштәр һәм үҫмерҙәр, эркелешеп, кинәнеп, ғорурланып, уйланып ҡараһын ине был тематик программаны! Коллективтың ижади ҡеүәһе, оҫталығы хайран ҡалдырҙы.