Нефтекама дәүләт филармонияһының Өфөгә концерт менән килеүе тураһында “Юлдаш” радиоһынан ишетеп ҡалдым. Уларҙың сығышы һәр саҡ яңылыҡ алып килеүен иҫәпкә алып, барлыҡ эшемде ҡалдырып, тамашаға йүгерҙем.Филармония директоры Рәйес Исмәғилев, һәр ваҡыттағыса, элекке ябайлығын һаҡлап, тамашасыны ишек төбөндә үҙе ҡаршылап тора. Эйе, оҙаҡ йылдар Өфөлә яуаплы вазифаларҙа эшләгән Рәйес Абдрахман улына бында һәр кем таныш, яҡын кеүек тойола.
Концерттарҙы ҡалдырмай тиерлек йөрөгән танышым менән осрашып һөйләшеп торғанда ул: “Гел бер үк кешеләр концертҡа йөрөй ине. Бөгөн иһә таныш булмаған тамашасы күпселекте тәшкил итә, төрлө милләт вәкилдәре бар”, – тине.
Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡәрҙәштәр” башҡорт, “Ҡайтауаз” татар, “У Сем” марий эстрада төркөмдәренең, “Түңгәүер” бейеү ансамбленең сығыштары бергә ҡушылһа, үҙе бер ҙур көс булып, оло тамашаға әйләнә. Был юлы ҡунаҡтар “Йырҙарым – йылдар ауазы” исемле бай концерт программаһын алып килгән.
Беренсе бүлек “Йөрәк балҡышы” композицияһы менән башланды. Артабан да йыр-бейеү сығыштары композициялар менән аралаштырып алып барылды. Улар араһында “Салауат Юлаев”, ҡурайға бағышланғандары бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Сараны матур итеп һүҙ оҫталары Розалия Иҙелбаева менән Илгиз Миңләхмәтов алып барҙы.
Концерт дуэттарға ла, яңғыҙ башҡарылған йырҙарға ла бай булды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншинды Өфө тамашасыһы бигерәк тә ярата: һәр сығышынан һуң уны сәскәгә күмделәр. Сүриә Ғималова ла көслө, моңло тауышы менән күңелдәрҙе тирбәлтте. Филармония йәш йырсыларҙы йәлеп итеү буйынса ла әүҙем эш алып бара. Ирина Халиҡова, Иҙел Исҡужин, Розалия Иҙелбаева, Азат Ҡарасурин, Руфина Йәнбирҙина, Лиана Ғәлина кеүек йәштәр бында үҙ урынын уңышлы тапҡан. Илгиз Миңләхмәтов рус телендә йырҙар бүләк итте. Илнур Мөфтәхов татар йырҙарын башҡарҙы.
Филармония солистары башҡарыуында “Һандуғас” попуррийы бигерәк тә уңышлы килеп сыҡты. Концертта донъя классикаһы булған Ж. Бизеның “Куплеты Эскамильо”, “Кармен” операһынан өҙөк, Лучи Далоның “Памяти Карузо” кеүек әҫәрҙәр ҙә яңғыраны.
Һәр ижади төркөмдөң үҙенең яратып башҡарған бейеүҙәре була. “Түңгәүер” бейеү ансамбле сәхнәгә сығарған “Турат”, “Нәркәс” башҡорт бейеүен, лирик хореографик күренешен, “Ҡалтасы марийҙары”, “Эй, йәнем” һәм башҡа бейеүҙәрҙе кинәнеп ҡараныҡ. Шулай уҡ “Зилалай”, “Өс татар”, “Елән” һәм башҡа бейеүҙәр ҙә алҡыштарға күмелде.
Концертты әҙерләүселәр режиссураға ныҡ иғтибар иткән. Һәр шиғыр, йыр бейеү менән оҙатыла килде. Йырҙар башҡарылған мәлдә акробатик элементтар ҙа ҡулланылды. Экранда иһә теманы яҡтыртҡан ҡабатланмаҫ фотоһүрәттәр, видеояҙмалар күрһәтелде. Филармонияла костюмдарға ла ныҡ иғтибар бирелә, һәм был артистарҙың һәр сығышына яңы кейем тәғәйенләнеүендә лә сағыла.
Ғөмүмән, тамашасы ике бүлектән торған сарала йөкмәткеле сығыштар ҡарап, рухи аҙыҡ, зауыҡ алып ҡайтты.