Олег Кирәевкә — маҡтаулы исем26.04.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов илебеҙҙең баш ҡалаһында музыкант Олег Кирәевкә “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән күкрәккә тағылмалы билдәһен тапшырҙы. Маҡтаулы исем республика Президентының 1 марттағы Указы менән юғары һөнәри оҫталыҡ һәм Башҡортостанда музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелде.
— Яңы исем алғандан һуң Олег Хөсәйен улы беҙҙе концертына саҡырыр, тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов, артисҡа награданы тапшырып.
Олег Кирәев күрһәтелгән хөрмәт өсөн республика башлығына рәхмәт белдерҙе. “Рөстәм Зәки улын Европа, донъя сәнғәтен яратҡан һәм милли фольклорыбыҙға һаҡсыл ҡарашлы кеше булараҡ беләм”, — тип билдәләне ул.