Бала саҡтан ғашиҡмын театрға. Башҡорт сәхнәһен шаулатҡан, ҡеүәтен күтәргән актерҙар байтаҡ. Халыҡ яратҡан, үҙен тапҡан артистар була. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова – тәрән баһалаған актрисам. Ул башҡарған ролдәрҙә мин профессионаллек кенә түгел, башҡорт милләтенә хас булған тәрәнлек тә, ихласлыҡ та, ниндәйҙер әйтеп бөтөлмәгән яҡты мәғәнә лә күрәм. Ул сәхнәгә сығарған образдарҙа тышҡы түгел, эске балҡыш ҡиммәт миңә. Ҡарап ултырғанда ла еңел генә тыуған һымаҡ тойолмай был героиняларҙың холоҡ-фиғеле. Рәхәтләнеп еңел-елпенән ҡәнәғәтлек кисерә торған тамашасы түгеллектән киләлер был, бәлки. Миңә пьесаның да, геройҙарҙың да эҙләнеүе мөһим. Юҡ, башымды ҡатырып, ребус сисергә лә бармайым театрға, ә бына күңелем, рухым өсөн кеше яҙмышына төшкән ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡҡан геройҙарҙың кисереше ҡыҙыҡлы. Актриса Рәмзиә ХИСАМОВА мине һәр саҡ образдарының кешелеклелеге, миһырбанлы булыуы, һис көтмәгәндәге эске тетрәнеүе менән арбай. Артыҡ бер һүҙ ҙә әйтә алмайым – үҙ актрисам!
Бөгөн юбилейы уңайынан гәзит уҡыусыларға уның менән әңгәмә тәҡдим итәм. Әйткәндәй, был һөйләшеүҙә лә ул ихлас, тәрән, асыҡ.
– Рәмзиә апай, әйҙәгеҙ, һеҙҙең бала саҡты һүрәтләүҙән башлайыҡ әле һөйләшеүҙе.
– Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында тыуғанмын, унда биш йыл йәшәнек. Унан һуң атай менән әсәй айырылышып торҙо, шунан йәнә ҡауыштылар. Ана шул саҡ атайым ғаиләне Урта Азияға алып китте. Моғайын, Сталин үлгәс, үҙен ҡыҙыҡһындырған, йөрәген өйкәгән һорауҙарға яуап табырмын тип, шул тарафтарға юлланғандыр. 1953 йылда булды был хәл. Әлбиттә, бөтә халыҡ юлбашсы үлде тип ҡайғыра, әсәйемдең дә ныҡ илағанын хәтерләйем.
Беҙ Тажикстандың Расрау тигән ауылында йәшәнек. Миңә алты йәш ине, икенсе йыл уҡырға керҙем. Әммә барыһын да яҡшы иҫләйем.
Атайымдың атаһы – Хисаметдин олатай – мулла булған. Беҙ тап уның исеменән сыҡҡан фамилияны йөрөтәбеҙ. Ул Зәки Вәлиди менән бергә автономия өсөн көрәшеп йөрөгән.
Ана шул олатайым ҡайҙалыр сығып киткәндә өсөнсө балаға уҙған Мәфтуха ҡәртнәйемә: “Әгәр малай тыуһа – Камил, ҡыҙ булһа, Камилә тип ҡушырһың”, – тип әйткән. Иң беренсе балалары Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үлгән, атайым яуҙан контузия менән ҡайтҡан. Өсөнсөгә ҡыҙҙары – Камилә апайым тыуған.
Олатай шулай, ҡайҙалыр ваҡытлыса ҡасып торабыҙ, тигән. Ул Зәки Вәлиди менән бергә илдән киткән тигән фараз да йөрөнө, әммә атайыма бер хәбәр ҙә биреүсе булмаған.
Сталин үлгәс, кемдер уның ҡулына хат килтереп тотторған, әллә ысын булған ул хат, әллә юрамал эшләгәндәр, хәҙер әйтеүе лә ауыр. Әммә ул ғүмере буйы атаһын эҙләне, беҙҙе лә шуға олатайым артынан шул яҡтарға алып сығып киткәндер инде. Бәләкәй булғас, улар беҙгә бер ни һөйләмәне. Бәлки, атайым хатта әсәйемә лә бер нимә лә әйтмәгәндер, кем белһен инде хәҙер. Улар унда икеһе лә уҡытыусы булып эшләне. Әсәйем урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ине, әммә күберәк башланғыс кластарҙа белем бирҙе, атайым тарихтан уҡытты.
Апайым хәтерләүенсә, унда тауҙарға сыҡһаҡ, атайым гел генә ҡараштарын ойотҡансы бер яҡҡа ҡарап тора ине, ти. Тажикстанда яғыр өсөн сатыр-сотор йыялар, беҙ ҙә шулай сыға торғайныҡ. Бына шул мәлдә атайым нимәләр уйлап алыҫтарҙан ҡарашын алманы икән, тип мин дә һыҙланып ҡуям ҡайһы саҡ. Ул, моғайын, атаһын күрергә бик теләгәндер.
– Олатайығыҙҙы эҙләп ҡаранығыҙмы?
– Олатай хаҡында мин бер нимә лә ишетмәнем, юлламаным. Нимәлер эҙләргә, төпсөнөргә шикләндем, сөнки кешегә юҡ-бар ғәйеп тағып баралар, етмәһә, беҙҙең хәлдә бер ни ҙә аңлашылмай, мәғлүмәт юҡ тиерлек. Былай ҙа ҡатмарлы заманда үҙемә проблема яһамайым әле, тип уйланым. Ә Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә шундай юлдар бар: “Беҙ Башҡортостандағы хәлдәр, көрәш тураһында Анкаралағы Хисаметдин менән һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырҙыҡ”. Бына ошо бер һөйләм. Ошо һүҙ ҙә эҙләнергә дәлил булып тора ала: кем һуң ул Хисаметдин?
Ә атай менән әсәйҙең йәшәү рәүешенә был билдәһеҙлек ныҡ тәьҫир итте булһа кәрәк. Улар ни эшләргә белмәгән. Әсәйем сараһыҙлыҡтан, бер ниндәй аңлайышлы хәл булмағанлыҡтан, йонсоп та китә торғандыр. Улар араһында ниндәйҙер тауыш сыҡты. Тоттолар ҙа тағы ла унан ҡуҙғалдылар. Ташкентта станцияла айырылып, инәйем дүртебеҙҙе алып ҡайтып китте. Атайымдың атаһын күреү теләге, осрашыу ниәте ҙур булған. Ана шул хәл ауырлыҡ булып торған улар өсөн, күрәһең. Беҙҙе яҡларға теләнеме икән, ҡурҡыныс янауын һиҙҙеме икән, инәйем балалар менән юлға сыҡты, ә атайым һәм Мәфтуха ҡәртнәйем шул станцияла тороп ҡалды. Ҡәртнәйем бик һиҙгер күңелле кеше ине. Намаҙ уҡый ине. Ураҙа тотто. Ул сәхәргә уяныуы була, мин дә тып итеп килеп торам, ошо процесс үҙе оҡшай ине. Әлбиттә, ашар өсөн тормайһың, бында һүҙ ул турала түгел, ә шул ҡәртнәйемдең тәрән аңлап, дин тотоуы, иманлы булыуы, ошо илаһи мәл мине үҙенә ылыҡтырғандыр, тим.
Айырым йәшәй башланыҡ Иҫке Хәлилдә. Бик матур хәтирәләр һаҡлана күңелдә. Бәләкәй саҡтан Һарыбикә яланы, Шиҙәле йылғаһы йөрәгемдә йөрөй төҫлө. Ул ниндәй сәскә булғандыр инде, белмәйем, әммә һап-һары сәскәле яланда яңғыҙым ғына йөрөгәнемде хәтерләйем. Шиҙәле буйында уйнай торғайныҡ. Ҡом тултыра инек кеҫәләргә, балыҡ тотабыҙ...
Беҙ унда әллә ни оҙаҡ та йәшәмәнек. Миңә бәләкәй булғанда был ауылдан киттек. 50 йыл үткәс, яңынан барҙым бала сағым ауылына. Шул өй бәләкәй саҡта шундай ҙур күренә ине. Ике-өс шиғырым бар ошо хаҡта. Инәйем менән атайым да ул ауылда дуҫ йәшәне. Шундай йәнгә шифа бирә торған хәтирәләр менән тулы ул ауыл минең өсөн.
Ә атайымдың эҙләнеүе, һәр саҡ атаһын күреү теләге менән яныуы шундай көтөлмәгән аҙымдарға алып барған, ғаиләһен әленән-әле тегендә, бында йәшәтеүгә этәргән икән, был тойғо беҙҙе лә ғүмер буйы эҙәрлекләне. Беҙ атайһыҙ үҫтек. Ҡустым атайһыҙ буй еткерҙе, беҙ ҙә атай наҙынан мәхрүм булдыҡ.
Атайым бында кире ҡайтты ул. Әммә бергә йәшәмәнек. Балаларҙы бер үҙенә ҡарауы ауырыраҡ булғас, инәйем алимент юлланы. Вәлиди менән йөрөгән кешенең балаһына ҡараш та шул рәүешле булғандыр инде ул заманда. Атайымды, алиментты сәбәп итеп, биш йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Аҙаҡ инде ул инәйемде ғәфү итмәне, ә былай беҙ атай янына барып йөрөнөк. Инәйем ебәрә ине. Улай хистәребеҙҙе белдереп, саманан тыш ҡыуанышып, ҡосаҡлашҡанды хәтерләмәйем. Башҡорт халҡы, ғөмүмән, ул яҡлап ҡырыҫ бит ул. Беҙҙә лә ундай тойғоларҙы белдереп барыу ғәҙәте юҡ ине. Атай – атай, бала бала урынында. Әммә кешеләрҙең атаһы башынан һыйпағанын күрһәм, күңелем һыҙлана торғайны. Ә бит бер уйлаһаң, үҙеңдең дә атайың башыңдан һыйпап ҡына ултырмай. Иркәләп үҫтергән кешеләр бар, яндарында булып та насар мөнәсәбәт күрһәткәндәр ҙә осрай. Былай миндә иркәләп үҫтермәнеләр тигән тойғо булманы. Матур тәрбиә биреп үҫтерҙе инәйем.
– Бала сағығыҙ Дыуан районында үтте инде?
– Инәйем үҙенең тыуған яғына – Ҡыйғы районының Абзай ауылына алып ҡайтып китте. Бында мин беренсенән алып һигеҙенсе класҡа тиклем белем алдым. Шунан 15 йәштән Өфөгә сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Илшат Йомағолов төркөмөнә.
– Ниндәйерәк ҡыҙ булды икән бала сағында Рәмзиә апай?
– Бер ниҙән дә ҡурҡмай торған, ҡыҙыҡһыныусан, хатта артыҡ ныҡ барыһын да белергә тырышҡан ҡыҙыҡай инем. Апайым алты йәшендә, ана шул атайҙан тәүге айырым йәшәгәндә, уға хат яҙҙы. Атайымдың Вәрис тигән дуҫы була торғайны. Ул да уҡытыусы. Килеп апайымды маҡтай, миңә лә уҡырға кәрәк тип өндәп, китаптар, дәфтәрҙәр бирә ине. Киләһе килгәнендә мине тикшереп ҡарарға уйлай, ә мин китапты ла, дәфтәрҙе лә ҡайҙа ҡуйғанымды белмәйем. Онотоп бөткәнмен, бала кеше ни, уйнап тик йөрөгәнмен инде. Дүрт йәш кенә. Апайым уңайһыҙланып, мине ҡыҫырыҡлап, “Яҙ!” тип нимәлер аңлатырға тырышҡанын хәтерләйем. Уҡыйым, тигән ярһыу теләгем булманы, әммә бик ҡыҙыҡһыныусан инем. Мәҫәлән, Әй йылғаһында балыҡтар тоталар. Ҡараһам, суртандың ауыҙы асыҡ ята ярҙа. Әллә үлеп тә бөтмәгән шунда, ә мин тоттом да ауыҙына бармаҡты тыҡтым. Был шап итеп тешләне лә алды. Йәнә лә өс йәштәр тирәһендә эсемә сиҡан сыҡҡанын иҫләйем. Өлкәндәрҙең һөйләгәнен ишетеп ҡалдым: әле өлгөрмәгән, бешә, үҫә генә башлаған, тулышҡас, ҡыҫһаң, үҙәге сығып китер. Һикегә ултырҙым да шул шеште ҡыҫа башланым. Ҡыҫа торғас, был атылып сығып китте. Ана шундай нимәләрҙән миндә бөтөнләй ҡурҡыу хисе булмай торғайны. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ шул тиклем көслө булды, хатта аҙағы нимә менән бөтөр, ни булыр, тип уйлау юҡ ине. Миңә ҡыҙыҡ икән, уны мотлаҡ табам, эшләп, ашап, тотоп ҡарайым. Һарыбикәлә лә гелән яңғыҙ йөрөй торғайным. Бөжәктәрҙе, яланды ҡарап иҫем китә ине. Уҡырға, яҙырға ынтылышым булмаһа ла, тәбиғәт менән аралашыу бик ҡыҙыҡлы ине.
– Тәүге шиғырҙарығыҙ ҙа, бәлки, бала саҡта яҙылғандыр?..
– Юҡ, улай уҡ иртә яҙа башламаным мин. Шиғыр тигән хәл-торош менән 14 йәштәр тирәһендә таныштым. Ул һиңә таныш бит инде. Ниндәйҙер бер илаһи мәл күңелемде биләп алып, йөрәгемде сорнаны. Тышта ҡыш, ҡар яуа, ҡыҙҙар күлдәксән йүгерәбеҙ. Шунда миңә ниндәйҙер илһам килде, күңелгә шундай рәхәт булды. Илаһи мәл килде. Ул мәлдә мин уны шиғыр яҙыу һәләте, илһам килгән тип аңламаным да, үҫәрәк ошо хәл ҡабатланғас, рухи азатлыҡ, ҡанатлы булыу тойғоһо яңынан ҡабатланғас, ул хистәремде шиғыр итеп һала башланым.
– Донъяны яратыу, сәнғәт күҙе менән, матурлыҡ аша яратыу?..
– Эйе, ниндәйҙер бөркөлөш, яҡтылыҡ, матурлыҡ!
– Ә театрға килеүегеҙ? Өйөгөҙҙә сәнғәткә ынтылыш булдымы?
– Инәйем мандолинала уйнай ине. Тәбиғәте менән күңелсәк, оптимистик рухтағы ҡатын булды. Беҙҙе, дүртебеҙҙе, алып ҡайтып китһә лә, юғалып ҡалманы. Ул тотонһа, бөтә эште лә башҡара ала ине. Ҡарап, өйрәнеп тора ла мейес һала. Кейеҙ баҫа. Матрас һатып алырға аҡсаһы ла булмағандыр инде, ә ятып йөрөргә әйбер кәрәк бит инде... Уның ҡулынан бөтәһе лә килә ине.
Беҙҙең күңелде лә күрергә тырышҡан ул. Бер мәл епкә болт бәйләне, уны түшәмгә элеп, ут төртөп ебәрҙе. Теге янды-янды ла, ептең көлөндә болт һаман йәбешеп ҡала бирҙе. Беҙ аптырайбыҙ, нисек төшөп китмәй икән тип. Хәҙер уйлайым да, беҙ уның был фокусын үҙаллы ҡабатлап ҡарамаҫтармы тип нисек ҡурҡманы икән, тим.
Инәйем ауылда бик ихтирамлы ҡатын булды, уға кәңәшкә киләләр ине, шунан кис йыйылып, йырлашып та ултыра торғайнылар. Бигүк еңел булмаған йылдар бит, үҙҙәренең күңелдәрен үҙҙәре күргән инде. Инәйем беҙҙең менән дә йырлап ултырырға яратты. Ҡайһы саҡ ҡатындар килә лә, өйҙә йырлашҡанды ишетеп, Зәйтүнәнең ҡунаҡтары бар шикелле, иртәгә килермен инде, тип ҡайтып китәләр икән. Бына шулай инәйем беҙҙең күңелгә йыр, моң аша илаһи бер көс, сәнғәткә һөйөү һалған ул.
Элек уҡытыусылар ҙа әүҙем була торғайны. Спектаклдәр ҡуялар ине. Улар сәнғәт алдынғылары булған. Халыҡтың күңеленең уяныуы кәрәк бит ул. Уҡытыусылар ана шул уятыусылар булды. Ауыл халҡы ла уларға эйәреп, сараларҙа ҡатнаша. Концерттар ойошторалар, йырлайҙар, бейейҙәр. Уҡыусыларҙы йәлеп итәләр. Халыҡҡа рухи ҡеүәт биреүселәр уҡытыусылар булды.
Шунан тағы ла инәйемдең башҡаларҙан айырылып торған бер һыҙаты бар ине – ул дүртебеҙҙе лә киноға йөрөттө. Йыйылыштарҙан шуның өсөн әллә күпме шелтә алып ҡайтты, әммә барыбер йөрөттө. Ҡайтып илай-илай ҙа, кино килһә, тағы ла беҙҙе алып сығып китә. Ул ваҡытта әлеге кеүек әҙәпһеҙ фильмдар юҡ, әммә үбешһәләр, шул балаларға ярамай һанала ине. Ә ул, быға ҡарап тормайынса, беҙҙе алып китә. Бына ошолар барыһы ла сәнғәткә яҡын итеп тәрбиәләгән, фекерләү, донъяны ҡабул итеү даирәһен киңәйтеүгә бер матур сәбәп булып торған. Ауыл менән генә донъя сикләнмәй, тағы ла ҙурыраҡ ҡалалар һәм башҡалары бар, тигән фекерҙе һалырға тырышҡан ул. Инәйем, шелтәләп алһа ла, үкереп илаһа ла, дөрөҫ тәрбиә биргән тип иҫәпләйем.
Ә артист булыу теләге миндә “Сыңрау торна” балетын ҡарағас тыуҙы. Иҫем китеп ҡарағаным әле лә хәтеремдә. Уны Мәскәү киноға төшөргән. Эльза Сөләймәнова төп партияны бейене. Уға ғашиҡ булып, балерина булырға хыялландым. Уға тиклем балет күргәнем юҡ ине. Телевизор юҡ бит инде. Радио ла бөтә ауылға 1955 йылда ғына керҙе. Рупорҙан һөйләп, ауылға яңылыҡтар еткереп тора ине. Шунан “ҡара тәрилкәләр” уҡытыусылар өйөнә урынлаштырыла башланы, торараҡ һәр кемдең өйөнә радио керҙе. Шуға күрә кино беҙҙең өсөн фәһем ала торған бер донъя ине.
– Уҡырға инеп китеү еңел булдымы?
– Белмәйем, Хоҙай Тәғәлә ярҙам итәме икән инде, әммә мин ниәт иткән әйберҙе барыбер эшләй торғайным. Артист булғым килә, гәзиттә иғлан күреп ҡалдым. Ә инәйем Мәсәғүткә училищеға уҡытыусылыҡҡа уҡырға ебәрергә уйлай ине. Инәйемә теләгемде әйттем, ул ҡаршы килмәне. Ауылдаш ҡыҙ менән сығып киттек. Уның туғандарында туҡталдыҡ. Имтихан бирҙем, алмаҫтар тигән уй башымда бөтөнләй юҡ. Этюд эшлә тиһәләр, эшләнем. Йырла тиһәләр, йырланым. Сәхнәнән йырлаған кеше түгелмен, әммә ҡушҡас, үтәйем. Бейегәнем бар, йырламаһам да, йырлап күрһәттем. Шиғыр һөйләй инем, олимпиадаларға йөрөтәләр ине. Нимә һораһалар ҙа эшләйем, беләһеңме, тиһәләр, беләм тип торҙом. Күрәһең, минең ана шул алсаҡлығым, ҡушҡанды эшләргә әҙер тороуым имтихан алыусыларға оҡшағандыр. Ә беҙҙең эштә алсаҡ булыу, әйткәнде тыңлау, бөтөн организмыңды ошо маҡсатҡа йыйнай белеү – бик тә мөһим элемент ул. Оптимист булыуымды, йөҙ-ҡиәфәтемде лә оҡшатҡандарҙыр инде, мин үтеп киттем. Ауылдашым – юҡ. Ул имтихан биргәндә, мин ишектән ҡарап тороп, уның уңайһыҙланыуын, оялыуын күрҙем. Моғайын, башҡа яғы килешһә лә, холҡо менән үтмәгәндер, тим хәҙер. Ә миндә уңайһыҙланыу тойғоһо бөтөнләй булманы. Ыбыр-сыбыр бала-сағаның быныһы мотлаҡ артист була, тип әйтеп булмайҙыр, әҙерлек өсөн уҡыу йылдары бар. Ә бына холҡом, моғайын, сәхнә өсөн ҡулай булғандыр.
– Башҡорт сәхнәһен шаулатҡан “Нәркәс” спектаклен хәтергә төшөрәйек әле.
– Эйе, бик матур күренеш булып театр тарихына инеп ҡалды ул мәлдәр! Ун бер көн рәттән аншлаг менән барҙы был спектакль. Гөлли Мөбәрәкова, Тәнзилә Хисамова менән алмашлап та уйнаныҡ был ролде.
Нәркәс йәш булырға тейеш, был ролде йәш актрисалар башҡарырға тейеш, моғайын, сөнки донъя баҫмаған булырға тейеш ул ҡыҙ образы. Балаларса күҙҙәрен шар асып, тормошта беренсе тапҡыр яратылған, ырыуы уны күҙ ҡараһындай һаҡлап үҫтергән, етем булһа ла бер ниндәй ҙә ҡайғы күрмәгән ҡыҙ ул. Әйткәндәй, бына ошо тойғо миндә лә һәр саҡ булды. Асыҡ күңеле, ҡарашы менән донъяны яратҡан Нәркәскә ҡапыл “дошман” тигән, илеңде рәнйетеүселәр бар, һинең һөйгәнең илеңде рәнйетеүсе булыуы ихтимал, тигән төшөнсәләр керә. Һәм ул шуларҙы бөтөрөргә аҙаплана, төҙәтергә тырыша. Үҙенең аңы, йәшлеге, дәрте менән быны эшләй алам, тип уйлай, әммә ырыуҙарҙың шуны эшләмәүен аңлата алмай. Нисек инде уның һөйгән йәре дошман була ала? Тырышып та аңлата алмағас, үҙен ҡорбан килтерә. Әммә был үҙ-үҙенә ҡул һалыу ғына түгел, ә бар халыҡ “аһ” итер ҙә барыһын аңлар тигән маҡсаттан эшләнә. Шаңҡытырға теләй ул барыһын, былай йәшәргә ярамай, тип әйтергә теләй Нәркәс!
– Шул йылдарҙағы театр хаҡында ла һөйләгеҙ әле?
– Беҙ уҡыған 1962 –1966 йылдарҙа театр беҙҙең өсөн мөғжизә ине. Ул ваҡытта опера һәм балет театры бинаһына йөрөй инек әле. Тап 1966 йылда беҙ уҡып бөтөүгә драма театрының яңы бинаһы асылды.
Опера һәм балет театры бинаһында драма театры ла, урыҫ театры ла уйнай ине, шуға көн аралаш, ҡайһы саҡ өс көнгә бер уйнарға тура килгән. “Рәйсә+Фәйзи” (Н. Асанбаев), “Әсәйемдең сал сәстәре” (Ә. Мирзаһитов) спектаклдәренә барҙыҡ. Матур тамашалар, һушыбыҙ китеп ҡараныҡ. Халыҡ та йөрөй торғайны.
Театр яңы бинаға күскәс, халыҡ башта эркелеп килгән ул. Аҙаҡ көн дә спектаклдәр уйнала башлағас, бер үк нәмәне ҡарап ултырып булмай бит инде. Әммә “Нәркәс”кә көн дә килделәр, сөнки был пьеса – үҙе үк башҡорт драматургияһында яңы күренеш булған әҫәр. Һуш китмәле аншлагтар башланды. 70 битлек пьесаның 36 бите генә – Нәркәстең тексы. Минең бөтәһе лә шәп килеп сыҡты, тип әйтә алмайым. Ултырып илаған саҡтар ҙа булды. 19 йәшлек бала өсөн был ярайһы уҡ ҙур көсөргәнеш булған.
Бер заман Ләлә Әхтәм ҡыҙы Вәлиева Зөмрәтте әҙерләй. Репетициялар тәнәфесендә бөтәһе лә сығып китте. Минең нимәлер килеп сыҡмай, һыңҡылдап илайым, ҡараһам, икенсе яҡ мөйөштә Ләлә Әхтәм ҡыҙы: “Бер нимә лә килеп сыҡмай”, – тип илап ултыра. Күҙ йәштәре, эске һыҙланыуҙар, тәрән эҙләнеүҙәр аша тыуған әҫәр, образ ул минең өсөн. Режиссер Лек Вәли улының спектаклдәре бик шәп ине. Ул Ленинград институтын бөткән. Һәр режиссер театрға яңы һулыш алып килә.
Бер мәл репетицияларҙа ҡысҡырып уйнап, тауышым бөттө лә ҡуйҙы. Аптырап ҡалдылар. Афишалар эленгән, ә тауыш ҡайтмай. Тышта тайғаҡ. Өфө буйлап дарыу эҙләйем. Әй урамындағы аптекаға барҙым, унда ла кәрәклеһе юҡ. Сыҡтым да тайып йығылдым. Шунда ултырҙым да үкереп илап ебәрҙем. Хәҙер бына шул мәлде иҫкә төшөрһәм, һушым китә. Шунда үҙем илап ултырам, үҙем, туҡта әле, ҡайтайым да бәрәңге бешереп, шуның быуына ултырайым, тим. Бына шунан нисек Хоҙайға ышанмайһың инде. Ҡайҙан килде миңә ул уй? Бер ҡайҙа ла был хаҡта уҡыманым. Элек улай эшләгәнем дә юҡ ине. Инәйемдең дә улай эшләгәнен хәтерләмәйем. Ә бит ярҙам итте. Тауышым асылып китте. Шул тауыш менән 11 спектакль уйнаным. Ул ваҡытта тырышып уйнау, ролде еренә еткереп башҡарыу, эште һәр көн атҡарыу – шул ғына мөһим ине. Аҙаҡ ҡына килә ул аңлау, анализлау. Сәнғәт барыбер бала фиғеленән ҡотолмауҙы талап итә. Сабыйҙарса тигән мәғәнәлә түгел, ә саф көйөнсә тигән мәғәнәлә. Бөтә нәмәгә тәжрибә менән ҡараһаҡ, беҙ үҙ-үҙебеҙгә бикләнеп бөтөр инек. Тәжрибә кешегә тәрән аҡыл ғына бирмәй, ул уны эстән кимерә лә. Ижад кешеһенең күңеле саф булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына сәнғәттә үҙенең тәғәйен бейеклегенә күтәрелә ала.
Ошо спектаклдән һуң мине Нәркәс тип йөрөтә башланылар. Уны телевизорҙан да күрһәттеләр. Әммә бөгөн ул һаҡланмаған, сөнки элек өҫтө-өҫтөнә яҙҙырылған бит инде яҙмалар.
– “Нәркәс” пьесаһының авторы, уҡытыусығыҙ Илшат Йомағолов менән ҡасан таныштығыҙ?
– Уҡырға ингәндә уны беренсе тапҡыр күрҙем. Ул беҙҙән имтихан алды. Илшат ағайҙы кемдер яңылыш “Рим Солтанов” тип әйтте. Ул диңгеҙҙән генә ҡайтҡан, ҡояшта янған. Какао төҫөндәге костюм кейгән. Утыҙ йәштәр тирәһендә. Өс бала атаһы. Беҙ уға бик һоҡланып ҡарай инек.
Уҡыта башлағас, уның шул тиклем иғтибарлы булыуына иҫебеҙ китте. Ул беҙҙә мәҙәнилек тәрбиәләне. Бөтәбеҙ ҙә уға тәрбиәле, мәҙәни булғаны өсөн ғашиҡ инек. Фанатик булып, ижадҡа мөкиббән бирелдек. Курсыбыҙ бөгөн дә бик дуҫ, сәнғәткә тоғро ҡалдыҡ. Илшат ағай бик хисле актер ине. Ул, үҙе театрһыҙ йәшәй алмаған кеүек, беҙҙә лә ошо тойғоно, тоғролоҡто, профессионаллекте тәрбиәләне.
– Уҡытыусыға эскерһеҙ ғашиҡ булыу – бер, ә ул бит әле һеҙҙең ирегеҙ ҙә?
– “Нәркәс” сәхнәгә сыҡҡас, ул мине ятаҡта эҙләй башланы, оҙатып килә ине. Бына шулай башланды беҙҙең уртаҡ юл. Бәлки, минең ғашиҡ булыуым да һиҙелгәндер. Беҙ осраша башлағанға тиклем ул ғаиләһенән киткән булған. Уҡытыусы менән бәйләнешкә инеү уйы беҙҙең беребеҙҙә лә булманы, ә бит курсыбыҙ менән ғашиҡ инек. Бергә йәшәнек, балаларыбыҙ булды. Әммә ул миңә барыбер Илшат ағай булып ҡалды, ниндәйҙер буй етмәҫлек кеүек ине. Ул да мине ҡыҙым тип йөрөттө. Шуға күрә “ул теге менән осраша, бының менән йөрөй” тигән имеш-мимешкә бөтөнләй иғтибар итмәгәнмен, сөнки минең уға ҡарата хисем ҙур ине. Минең ана шул саф тойғом уны әсир иткәндер ҙә, күрәһең.
– Һеҙ бит әле Ҡазанда ла эшләгәнһегеҙ?
– Эйе, уны саҡырып алдылар, шунда уҡ ролдәр ҙә бирҙеләр. Радио, кешеләрҙе тыңлап, гәзит уҡып, тиҙ генә татарса һөйләшергә өйрәндем. Илшат ағайҙың бер ни тиклем проблема булды, сөнки ул ялғауҙарҙы башҡортса әйтә лә ҡуя. Ҡазанда беҙҙе спектаклдәргә ныҡ йәлеп иттеләр. Төп ролдәрҙе башҡарҙыҡ. Әммә Илшат ағайҙың яҙмышына аяҡ салыусылар ҙа табылды. Талантлы кешеләргә был донъяла йәшәүе еңелдән түгел шул.
– Яратҡан ролдәрегеҙ?
– Бик күптәрен яратып башҡарҙым. Бер мәл кире образдар бирә башланылар. Ә мин уларҙы яратмайым, әммә бында ла үҙемә һорау ҡуйҙым: кеше бит юҡтан ғына ниндәйҙер кирелеккә бармай. Бына ошо рәүешле мин ул геройҙарымдың асылына асҡыс эҙләнем. Яратмаған образдарҙы башҡарыу актерҙы үҫтерә, профессионаллек өҫтәй.
– Балаларығыҙ ҙа сәнғәт юлын һайлаған...
– Улар беҙҙең мөхиттә үҫте. Балаларым минең өсөн әле лә бала булып ҡала. Үҙ юлдарын сәнғәттә таптылар тип иҫәпләйем. Балаларым да, минең кеүек, сәнғәттең кешегә, халыҡҡа кәрәклеген аңлай. Беҙгә даими рәүештә рухи аҙыҡ, йән яҡтылығы, мәрхәмәт кәрәк. Ошо ғына кешеләрҙе, кешелекте һаҡлап алып ҡала аласаҡ.
ЯңғыҙлыҡҺиндә ғәйеп эҙләп буламы ни,
Ғәйеп — йопҡа килмәү. Һанһыҙлыҡ.
Бары ғәйепле ул — таҡ һан. Таҡ. Таҡ!
Бары ғәйепле ул яңғыҙлыҡ.
Һин беренсе түгел, һуңғы түгел —
Гөрләп туймаҫ күгәрсен кеүек
Ише менән уҙыусылар, ана...
Сараһыҙҙан тот та, теҙең сүк.
Һин беренсе түгел, һуңғы түгел,
Күпме парлы, шунса яҡты яҡ!
Ҡараңғыла яңғыҙ баҫып ҡалам,
Мейе-сәғәт һуға: таҡ һан, таҡ.
Һин беренсе түгел, һуңғы түгел,
Йөрәгемде семетеп уҙыусы,
Әммә һағайталар оялар ҙа
Бинахаҡтан ғына туҙыусы.
Өҙгөләнмә улай, өҙгөләнмә,
Донъя шулай — һиндә яҡты яҡ.
Йылмайып уҡ ҡалам артығыҙҙан,
Йөрәк кенә тибә: таҡ һан, таҡ.
Юҡ ғәйебең һинең минең алда,
Бар булмышым менән яҡлайым.
Пар күгәрсен ҡунған ояларҙы —
Үҙ иркемдә яңғыҙ атлайым.
Китмә, бәхетТуҡта, туҡта, ишек, асылмай тор,
Асылһаң да, ҡапыл ябылма.
Барлыҡ хистәремде, аңым, еңсе —
Гелән торһон өсөн янымда.
Бары наҙҙар һирпкән ошо күҙҙәр
Һәләтлеме һалҡын ҡарашҡа...
Асылмасы мине яңғыҙ итеп
Тупһа аша атлар тарафҡа.
Күпме мөмкин сабыр көсөк кеүек,
Күҙҙәремдә өмөт ялтлатып,
Ялбарыулы ҡараш менән ҡалыу
Ишек асып, аша атлатып.
Әйтергәме әллә өҙә биреп:
“Мин — һинеке, ә һин — минеке!..”
Ғүмер бер бит: ҡәҙер иткәнгә лә,
Итмәгәнгә лә килмәй ике.
Нурлы күҙгә һалҡынлыҡ хас түгел,
Тиеп кенә булмай өйрәтеп...
Уйҙар йүгерә, өнһөҙ баҫып торам,
Сараһыҙҙан ишек терәтеп.
Һинең күҙҙәрЮҡ, мин һиңә хистәр тупламаным,
Һине уйлап уйҙар уйманым,
Бары зәңгәр күҙҙәреңә баҡтым —
Төпһөҙлөгөн күреп туйманым.
Һинең зәңгәр күҙҙәр — төпһөҙ Йыһан!
Көндөҙ — ҡояш, төнөн — йондоҙҙар...
Минең күҙҙәр генә айырыла алмаҫ,
Минең күҙҙәр генә ҡомһоҙҙар.
Һинең күҙҙәр, эйе, — төпһөҙ йыһан,
Ҡарап керпектәрем таласаҡ.
Күҙҙәреңдең зәңгәрлеге аша
Кире ҡайта миңә бала саҡ.
Юҡ та, һиңә хистәр юлламаным,
Алсаҡ көлдөм, ҡулдар — сәпәкәй.
Һинең күҙҙәр, гүйә, — оло Йыһан,
Ә мин ҡыҙсыҡ инде... бәләкәй.
***
Аҙашырлыҡ тәүге тойғоларҙы
Ҡайтарабыҙ тигән уйҙарҙа.
Улар инде алыҫ тороп ҡалды,
Ҡабат ҡайта алмаҫ юлдарҙа.
Унда тороп ҡалды йәшлегебеҙ —
Хистәрҙең иң сафы, ҡайнары,
Донъяның да аҡ балаҫтай сағы...
Ҡоштарҙың да серле һайрауы...
Өҙөлөп-өҙөлөп һайрағанда улар
Яңғыратып йәшлек туғайын,
Беҙ икәүгә бары шатлыҡ, бәхет
Юрағандарҙыр ул, моғайын.
Әллә нисек үтеп китте йәшлек,
Баҫтырҙы ла юлдар сатына...
Айырҙы юл. Аңғарманыҡ мәгәр:
Нишләп улай, нимә хаҡына?
Инде хистәр түгел, үкенеүҙәр
Үрелеп-үрелеп үҫә һүҙҙәргә.
Ә мин тәүге осҡон сатҡыларын
Эҙләп бағам һинең күҙҙәргә.
Уҙҙы йәшлек... Күккә аша белмәҫ
Төпһөҙ хыялдарға йыуанып,
Инде офоҡ үҙе әйҙәй төҫлө,
Шәфәҡ нурҙарына буялып.
Саҡырмайыҡ тәүге тойғоларҙы,
Юлламайыҡ һуңлап үткәнде.
Һәр нәмәнең үҙ миҙгеле була,
Ышанысы — һәр бер көткәндең!
Ышаныстар юллап ала алмаҫлыҡ,
Бары үкенеүҙәр уйҙарҙа.
Хистәребеҙ аҙашҡандар, буғай,
Йәшлек тороп ҡалған юлдарҙа.
Рәмзиә ХИСАМОВА.