Дим буйында үҫмәһәм дә...04.04.2018
“Дим буйында” тигән шиғырым күп ваҡыт уҙғас яңынан ҡулыма килеп эләкте. Уны уҡып сыҡтым да уйға ҡалдым.

Күргәнем юҡ ине Дим буйҙарын,
Тәү ҡат күрҙем йәшлек таңында.
Бер күрҙем дә
Ҡалдым ғүмерлеккә!
Аҡты ғүмер шулай тын ғына...
Күргәнегеҙ бармы Дим буйҙарын?
Дим буйына һеҙ ҙә килегеҙ.
Матурлыҡты күрәһегеҙ килһә,
Дим буйына килеп күрегеҙ!
Дим буйының болондары матур,
Урмандары, йылға, күлдәре.
Күреп туя (а)лманы ғүмер буйы
Ошо ерҙең йәмен күҙҙәрем.
“Әлшәй ҡайҙа?” – тиеп һорайһығыҙ,
Үҙәнлектә – Димдең буйында;
Ситтә йөрөгәндәрҙең йөрәгендә,
Тыуған ерҙең изге моңонда.
Тыуған яғым – Стәрлетамаҡтың Уҫылы ауылы. Шулай ҙа ғүмеремдең күп өлөшө Әлшәйҙә үтте. Кеше күңелендә үҙе тыуып үҫмәгән ергә ҡарата ла шул ҡәҙәр ҙур һөйөү хисе була ала икән! Ураҙмәт минең өсөн ифрат яҡын. Тыуған төйәгем кеүек ҡәҙерле. Кендек ҡаны тамған ерен йәки йәшәгән урынын һәр кем шулай өҙөлөп яратһа, ниндәй булыр ине икән был донъя? Ошо турала төптән уйланаһыбыҙ бар.
Илһөйәрлек, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, хәстәрлек, йылы ҡараш, наҙ, мөхәббәт кеүек бөйөк хис-тойғолар атай-әсәй ҡосағында тәрбиәләнә. Артабан был йүнәлештә балалар баҡсаһы, мәктәп ныҡлы эш алып барырға тейеш. Тыуған ер, ауыл, унда йәшәгән кешеләр, әйләнә-тирәлә ҡайнап торған тормош, ғәжәйеп матур тәбиғәт тә – баһалап бөткөһөҙ ҙур тәрбиә сығанағы. Әсәй ҡарынында, ғаиләлә, изге төйәгеңдә күңелеңә һеңгән хис-тойғо – тотош ғүмереңә етерлек рухи байлыҡ. Ошо йәһәттән үҙемә килгәндә, һөйөү тулы йөрәгем өсөн атай-әсәйемә, ауылдаштарыма, тыуған еремә ҙур рәхмәт!
Халҡым өсөн, тыуған ерем өсөн
Хеҙмәт һалам. Һөйәм, ахырыһы.
Ярты йәнем менән йәшәй алһам,
Бүлеп бирер инем яртыһын.
Бәпкә үләндәре – йәшел сиҙәм,
Онотолоп ятып үберлек.
Тыуған яҡты шулай һағынғанда
Һағышыңдан янып үлерлек.
Мөхәббәтем сикһеҙ. Аңлата (а)лмам
Был турала ысынын, дөрөҫөн.
Һүҙҙәр таба алмам, теләһәм дә
Шул турала һөйләп бирәһем.
Баш осомда оса бал ҡорттары,
Сәскәләрҙең еҫен таратып.
Һандуғаслы йәшел болондарҙы
Туя алмам, ахыры, яратып.
(“Бәпкә үләндәре”, Вәкил Мурзин көйө).
Ғүмер көҙөмә еткәндә шиғырҙарымды көйгә һалған дуҫтарыма Хоҙайҙың рәхмәттәре яуһын! “Бәпкә үләндәре”, “Башҡортостан – байлыҡ иле”, “Һәйкәл янында”, “Уҫылы – тыуған яғым”, “Әлшәйемдә һабантуй”, “Их, Әлшәйем, Дим буйы”, “Һаман күрәм төштәремдә”... Ошо шиғырҙарыма көй яҙған, халыҡҡа ишеттергән Вәкил Мурзин, Әлфрит Яҡшымбәтов, Рәфил Йәләлиев, Фәриҙә Әхмәтова, Миәкә мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистарының эштәрендә һәр саҡ уңыш юлдаш булһын!
Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Был өлкәлә – 38, мәҙәниәт тармағында 15 йыл эшләнем. Ошо ике йүнәлеште ғүмер буйы бергә алып барырға тырыштым. Шуға ла хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң мәҙәниәт хеҙмәткәре булып китеүем берәүгә лә ғәжәп тойолмағандыр. Ни өсөн тигәндә, әйткәнемсә, мәктәптә эшләгән сағымда ла ауылда үткән байрам-кисәләрҙең уртаһында ҡайнап йәшәнем. Хеҙмәттәштәрем, уҡыусылар, йыр-моңға ғашиҡ ауылдаштарым, гармунсыбыҙ Фәниә Шәкүрова менән ғүмер буйы бер “ҡамыт”ҡа егелеп эшләнек.
Әлшәйҙә мәҙәниәт – юғарылыҡҡа күтәрелгән сикһеҙ матур, илаһи донъя. Бергә эшләгән ижадташ дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем күңелемә ҡанат ҡуя, рухландыра, илһамландыра. Оло йөрәкле, ихлас кешеләр менән эшләү – үҙе бәхет. Биләгән вазифама ярашлы район үҙәгенә йыш йөрөйөм. Гелән оло юлға йәйәү сығып, илле саҡрым араны осраҡлы маши­наларға ултырып үтергә тура килһә лә, минең өсөн һәр сәфәр байрам кеүек. Эйе, клуб мөдире булараҡ, йәмәғәтселек, ауыл Советы, район, республика кимәлендәге эштәр менән ҡайнап йәшәйем. Хаҡлы ялға ныҡлап туҡтаған булһам, инде күптән онотолған булыр инем бит... Етәкселәрем, хеҙмәттәштәрем тарафынан әлеге ҙур ихтирам-хөрмәтте тоймаҫ инем.
Етмеш ике йәштәмен. Үткән ғүмеремде, башҡарған ғәмәлдәремде күңелемдән ҡат-ҡат барлайым. Киләсәккә ниәт итеп ҡуйған эштәрем дә бихисап. Тик Раббым ярҙамынан ташламаһын. “Ике кеше изге эш башлап ебәрһә, өсөнсөһө Аллаһ Тәғәлә булыр” тиелә хәҙистә. Быға тормош юлымда күп тапҡыр инандым. Әл-хәмдү лил-ләһ, етмеш ике йәштә лә хеҙмәттә булыуым, халыҡ араһында ҡайнап йәшәүем дә – Аллаһ биргән бәрәкәт.
Тормош юлымды барлағанда Фәнис Яруллиндың бер шиғыры ирекһеҙҙән хәтергә төшә:
Кеше бит ул – бер усаҡ,
Утынын һала торһаң,
Бер аҙ ҡуҙғатып ҡуйһаң,
Утын уятып торһаң;
Дауылдан һаҡлай алһаң,
Яуымдан ҡаплай алһаң,
Һүнгәндә өргөләһәң,
Яңы көс биргеләһәң;
Күмерен таратмаһаң,
Урынын яңыртмаһаң,
Таш менән баҫтырмаһаң.
Ялҡындарын үрләтһәң,
Күмерҙәрен дөрләтһәң,
Был усаҡ
Оҙаҡ-оҙаҡ янасаҡ.
Эйе, Ураҙмәттә хеҙмәт юлымдың илле йылдан ашыуға һуҙылыуы – эшемде күрә белгән изге күңелле, оло йөрәкле яҡташтарымдың миңә ҡарата тәрән ихтирамы билдәһе. Юғиһә өлкән йәштә ҡайҙан алыр инем был ҡәҙәр ҙур бурыстарҙы атҡарырҙай көс-ҡеүәтте, илһамды? Шәхси йорттарға газ үткәреү, урамдағы юлдарҙы ремонтлау, Ҡыҙыл йылғаһы аша яңы күпер һалдырыуға өлгәшеү, һуғышта һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташтар ҡуйыу, боронғо зыяратҡа яңы ҡойма төҙөтөү...
Шиғыр ҙа яҙам. Өлкәнәйгәс асылды был һәләтем. Баш ҡалалағы архивтарға йөрөп, ауылдаштарымдың нәҫел тамырҙарын өйрәнеүҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарҙым. Һөҙөмтәлә Ураҙмәттәге утыҙлап зат шәжәрәле булды. Әле иһә ауыл мәсетенә капиталь ремонт яһатыу менән мәшғүлмен. Эш ауырлыҡ менән бара. Шулай ҙа туҡталып ҡалырға иҫәп юҡ: Аллаһ Тәғәлә насип итһә, барыһы ла яҡшы булыр. Иман бар ерҙә йәшәйеш дауам итә, тамырҙар нығына. Ауылдаштарым, ошо хәҡиҡәттең нигеҙенә тәрән төшөнөп, артабан да бер-береһенә терәк-таяныс булып, ярҙамлашып йәшәр, тыуған төйәген хәстәрлектән айырмаҫ, һаҡлар, яҡлар, яратыр тигән ышаныстамын.

Әлшәй районы,
Ураҙмәт ауылы.


Вернуться назад