“Ожмах утрауы”нан мәхрүм ҡалмағыҙ!26.04.2012
“Ожмах утрауы”нан мәхрүм ҡалмағыҙ!“Көлөгөҙ! Көлөп йәшәгеҙ, әфәнделәр, сөнки бөтә енәйәттәр ҙә ҡырыҫ йөҙ менән башҡарыла”, — тигән барон Мюнхгаузен. Үкенескә ҡаршы, тип әйтәйемме, йылмайыу, ихлас көлөү тормошобоҙҙа һирәгәйә төштө.
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, хөкөм ителмәй торған енәйәт түгелме ни был?! Ләкин ошо ҡырыҫ тормошобоҙҙа ла йылмайып-көлөп, башҡаларҙың да кәйефен күтәреп йәшәүселәр бар. Шуларҙың береһе — сатира һәм юмор оҫтаһы Марат Әминев.
Уҡыусыны Марат менән таныштырып тороуҙың кәрәге бармы? Гәзит һәм журналдарҙан исеме төшмәгән, “һә” тигәнсе таралып бөткән “Хикмәтле төш” исемле юмористик хикәйәләр китабын баҫтырған автор күптән инде уҡыусыларҙың шаян дуҫына әйләнде. Ҡайҙа һәм ниндәй вазифала эшләһә лә, уның йөҙөнән йылмайыу китмәне. Был “сирен” башҡаларға ла йоҡтороп өлгөрҙө.
Миңә уның менән “Башҡортостан” гәзитендә бергә эшләргә тура килде. Коридорҙа осраһынмы, йә бүлмәгә кереп сыҡһынмы, уның бер-ике һүҙ әйтеүе була, йөҙөңә йылмайыу йүгерә. Юҡ, тиктомалдан кеше көлдөрөр өсөн генә йөрөгән “шут” түгел Марат. Һәр һүҙендә ниндәйҙер ваҡиғаларға ҡарата тәрән мәғәнә ята, шул уҡ ваҡытта теле шаян һәм әсе. Беҙ “Һәнәк” журналында ла бергә эшләп алдыҡ. Журналды алдырыусылар хәтерләйҙер, моғайын, һәр һандың беренсе битендә “Һәнәк донъяһы” рубрикаһын Марат Әминев алып бара ине. Ошо рубрикала баҫылған бер генә мәҡәләне телгә алып үтәйек: “Эт тормошо” тип атала ул.
“Бельгияла эттәр өсөн махсус бар асылған. Хужаларына — бер төрлө, дүрт аяҡлы мәхлүктәргә икенсе төрлө меню ҡаралған. Эттәргә тулы хөрриәт бында. Улар өҫтәл өҫтөнә менеп ашай, таныша, тауышлана. Әҙәми зат кеүек ҡыланыр өсөн эсеп иҫереү генә етмәй, тиһегеҙме? Уныһы ла бар! Ит еҫе аңҡыған махсус һыра килтерәләр. Тик шуныһы — эттәр һыраны үҙ итмәй икән. Баштары эшләп етмәй шул мәхлүктәрҙең. Сусҡа кеүек һемереп, аяҡтан йығылғансы эсеү өсөн кеше аҡылы кәрәк шул”.
Бына шулай ҡыҫҡа, ләкин оҫта итеп әйтеп биреү һәләтенә эйә автор.
Марат Әминевтең юмористик хикәйәләре оҙон түгел. Һыу буйы итеп яҙмай ғына бәләкәй хикәйәгә тормоштоң киң ҡоласлы ваҡиғаларын һыйҙыра белә. Әйтәйек, геройының характерын асыу өсөн “ул шулай, ул былай” тип оҙон-оҙаҡ һүрәтләү менән мауыҡмай, ә уның ауыҙынан бер нисә һүҙ әйттереп, ҡылыҡ-фиғелен ап-асыҡ итеп күҙ алдына баҫтыра.
Мараттың хикәйәләренең исемдәре үк иғтибарҙы тартып тора: “Ожмах утрауы”, “Бер көнлөк хужа”, “Дворник-министр”, “Буштың атаһы үлмәгән”, “Айныҡ диалог”, “Хөкүмәт ауыҙ”, “Йылмайыу хаҡы”, “Еңгә һөтө”, “Әҙер директор” һәм башҡалар.
“Шалҡан” тип аталған хикәйәгә күҙ йүгертеп алайыҡ. “Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың берҙән-бер малайҙары булған. Шул малай, ай үҫәһен көн үҫеп, шалҡан кеүек таҙа егеткә әүерелгән. Шуға уны Шалҡан тип кенә йөрөткәндәр...” — тип башлана хикәйә.
“Шалҡан” әкиәте һәр беребеҙгә бала саҡтан таныш. Марат та был әкиәткә юҡҡа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Ошо әкиәт сюжетын заманға яраҡлаштырып, уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Хикәйәләге әбей менән бабай барлы-юҡлы мал-тыуарын вазифалы әҙәмдәргә төртә-төртә, улдары “Шалҡан”ды институтҡа “тарта”. Аҙаҡ инде, тарта-тарта, “йылыраҡ” урыны табылыр. Әбей менән бабайҙың “шалҡанды” “тартырға” көсө етмәһә, башҡаларҙы ярҙамға саҡырыр... Тормошобоҙ баҡсаһында ла аҙ түгел ундай “шалҡан”дар.
Мараттың хикәйәләренең төп үҙенсәлеге шунда: уларға мәғәнәле көлөү хас. Был инде һәр көлкөлө хәлде кеше көлдөрөү өсөн генә яҙыу түгел, унан фәһем алыу, һығымта яһау тигән һүҙ.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә сатира һәм юмор жанрында уңышлы эшләүселәрҙең береһе, шаян телле, осло ҡәләмле Марат Әминевтең “Ожмах утрауы” тигән китабы ла уҡыусылар һөйөүен яулаясағына шигем юҡ. Марат менән бергә көләйек, дуҫтар!
Салауат ӘБҮЗӘР


Вернуться назад