Баш ҡалабыҙҙа үткән концерттарға йыш йөрөгәнгә, шулай уҡ музыкаль белемем булғанға шәхси фекерем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Беҙ — бала саҡтан “тере тауыш”ты тыңлап үҫкән быуын вәкилдәре. Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева, Илфаҡ Смаков, Ғәлиә Солтанова, Рамазан Йәнбәков кеүек сәхнә оҫталарының моңло тауышы әле булһа хәтеремдә. Тик үҙгәртеп ҡороу тип аталған осор менән йәмғиәтебеҙҙә бик күп нәмә үҙгәрҙе. Сәхнә түрендә күренгән йырсылар күбәйҙе лә ул, ләкин күңелгә ятҡандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла йәш быуын ысын йыр сәнғәтенән мәхрүм.
Бынан 15 йыл самаһы элек ниндәйҙер концертта йәш йырсының тауышына иғтибар иттем. Иғтибар итеү генә түгел, моңона хайран ҡалдым. Тимәк, беҙҙең Фәриҙә апайҙарҙы алыштырырҙай һылыуҙарыбыҙ бар икән дәһә, тип ҡыуанып ҡуйҙым. Йылдар үтә торҙо, ә Римма Амангилдина исемле сәхнә йондоҙо сағыуыраҡ балҡый барҙы. Уның тауышы сылтырап аҡҡан саф шишмәләй тиер инем. Ҡабатланмаҫ моң күңелгә дауа бирә. Халҡыбыҙ йырҙарын тағы ла бер юғары баҫҡысҡа күтәреүсе һандуғас итеп күрәм уны.
Ошо көндәрҙә Римма Амангилдинаның концерты үтәсәген ишетеп ҡалғас, барлыҡ мәшәҡәттәрҙе онотоп, филармонияға йүгерҙем. Эйе, атлап түгел, йүгереп барҙым. Күңел күптән танһыҡ моңға сарсағайны. Ни тиһәң дә, телевизор, радио аша ишетеп-күргәнде йәнле тамашаға алыштырып булмай. Ни ғәжәп: был концерт күңелемде бушатты, донъяның ығы-зығыһынан арындырҙы. Шатлығымдан, һоҡланыуымдан усым янғансы ҡул саптым. Киң диапазонлы, көслө тауышлы йырсының шундай илаһи ҡөҙрәте бармы әллә, тип тә уйлап ҡуйҙым.
Күп милләтле республика халҡын, улай ғынамы, сит ил тамашасыларын да һөйөндөргән Римма Амангилдинаның ижади эшмәкәрлеге оло иғтибарға лайыҡ.
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Өфө ҡалаһы.