Әлмисаҡтан алып тыуған телдә яңғыраған һүҙ йәнһеҙгә йән өрөр, көсһөҙгә ҡөҙрәт бирер, дәртһеҙҙе илһамландырыр, белергә теләгәнгә аҡыл бирер оло ҡеүәткә эйә. Быуаттар дауамында халыҡтың йөрәк тибеше булған рух балҡышында нурланып, милли аң булмышынан моңланып, дөңгөр һәм думбыра сыңына һалып, тәрән ҡурай моңо аҫтында ил сәсәндәре барлыҡ йәмәғәткә заман һүҙен әйткән, заман заңын еткергән.Сәсән әйткән һүҙ халыҡҡа етеп, илгә таралһа, ил тигән илең үҙ һүҙен әйтһә, күл булып йәйелер. Был хәҡиҡәт, ниндәй генә заман булыуына ҡарамаҫтан, теремек ҡуҙҙай үҙ көсөн һаҡлай, хаҡлыҡты һәм ғәҙеллекте аҡлай, милләттең рухи терәген, рухи булмышын яҡлап, үҙ аңы һәм үҙ юлы менән алға барыр замандың көслө, яҡшылыҡты үҙ исеме итеп алыр кешелекле балаһы булырға саҡыра.
Теле булған халыҡ – тере халыҡ, аңы булған халыҡ – алға барған халыҡ тип сәсән әйткән ҡотло һүҙ ҙә, ниндәй генә милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн беҙҙең заманда, беҙ йәшәгән ерҙә, уратып алған ошо оло донъябыҙҙа тәрән мәғәнәгә эйә икәнен иҫбатлай.
Ил төкөрһә, күл булыр, ти халыҡ. Тап ана шундай ил йыйыр күркәм сара күптән түгел Өфөнөң Халыҡ ижады йортонда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арналып, “Сәсән һәм донъя” тигән матур исем аҫтында барҙы.
Халҡыбыҙҙың һүҙ оҫталарын, риүәйәтселәрен, музыканттарын, студенттарҙы йыйған ҙур концерт Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы “Сәсәндәр үҙәге” булышлығында үтте. Халыҡ ижадына һәм уның бөгөнгөһөнә битараф булмағандарҙы йыйған оло майҙанға Салауат Юлаев ордены кавалеры, күренекле ғалим һәм сәсәниә, Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар бәйгеһе һәм “Рәсәй тауыштары” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Розалия Солтангәрәева сығып үҙ һүҙен әйтте.
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының тос телмәрен М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сәсәндәр мәктәбе уҡыусылары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Азат Биксурин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Үмәрғәлина, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Ғәниәтуллина, Сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле һәм йәш ҡурайсылар ҡеүәтләне.
Рухыбыҙҙы уятыр, уйһыҙҙы ла уйлатыр милли музыка ҡоралдарыбыҙ думбыра, ҡыл-ҡубыҙ, ҡурай моңона һалып әйтелгән дәртләндерер оран, йәштәргә төбәлгән нәсихәт-тәрбиә, олоһо ла, кесеһе лә иш итер яҡшылыҡҡа дан йырлаған “Сәсән һәм донъя” тип аталған күркәм һәм әһәмиәтле сара хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.