“Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә...” Халыҡтың йор һүҙлелегенә, тапҡырлығына яңыраҡ йәнә бер ышанырға тура килде. Һимеҙ йүрмәнең үҙе килеп эләкмәһә лә, тарих һәм заман йылъяҙмаһының бынан 72 йыл элек ташҡа баҫылған бер иҫтәлекле һанының көтмәгәндә ҡулға килеп инеүе үҙе бер ғәжәп ваҡиға ла баһа.
1940 йылда донъя күргән “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең архивтарҙа, китапханаларҙа түгел, ә ябай уҡыусының өйөндә оҙаҡ йылдар тарихтың бер онотолмаҫ бите булараҡ һаҡланыуына шаһит булдыҡ. Латин шрифтында нәшер ителгән гәзитте тарих туҙаны ныҡ баҫҡан, ҡағыҙы ҡатыланып, һары төҫкә ингән, әммә хәрефтәре юйылмаған, еңел генә уҡырға ла, латин шрифтына күнегергә лә мөмкин.
1940 йылдың 24 июль көнө нисек булған? Ниндәй уй-хәсрәт менән йәшәгән халҡым, республика? Гәзиттең бер генә һаны аша ла әллә күпме бай мәғлүмәт алырға, дәүер һулышын тойорға, үҙ заманың менән сағыштырырға мөмкин икәнлеген аңланыҡ.
Гәзиттең дүртенсе битен тотош Литва менән Латвияның СССР составына инеүе тураһындағы декларациялар алған.
“Эксплуататорҙар тарафынан яуапһыҙ рәүештә иҙелеп йәшәгән, талау һәм көсләүҙәргә дусар ителгән, хәйерселеккә һәм үлеп бөтә барыуға хөкөм ителеп килгән Литва халҡы Литвала яңы государство стройы, халыҡ үҙе илдең тулы власлы хужаһы булып торған стройын, урынлаштырҙы. Литва Совет Социалистик Республикаһы итеп үҙгәртеп төҙөлдө”. 1940 йылдың 21 июлендәге ваҡиғанан һуң күпме һыуҙар ағып, күпме илдәр, хөкүмәттәр, ҡоролоштар тарҡалды, тарих биттәренең ҡайһыһының мөһимлеген, ғәҙеллеген, өҫтөнлөгөн иҫбатлауы ла, бер фекергә килеүе лә мөмкин түгел. Һәр замандың үҙ дөрөҫлөгө, үҙ заңы, үҙ батырҙары.
72 “йәшлек” гәзиттең урыҫ һүҙҙәре менән сыбарланыуы, лозунгтарҙың күплеге лә иғтибарҙы үҙенә тарта. “Государство” (дәүләт), “актив” (әүҙем), “политика” (сәйәсәт), “материаль” (матди), “редактор” (мөхәррир), “работник” (хеҙмәткәр), “промышленность” (сәнәғәт), “общественный” (йәмәғәт)...
Стахановсылар хәрәкәтенең киң ҡолас алған, заем облигацияларына отош түләнгән, комсомолдың социализм төҙөлөшөндә янып эшләгән, тәнҡит утының сатнап торған мәле булған һуғыш алды йылы. Әгәр ҙә хыялдарҙы селпәрәмә килтергән, миллионлаған халыҡты ҡырған, илде бөлгөнлөккә төшөргән һуғыш булмаһа, бындай эшмәкәрлек, дәрт һәм яҡшы тормош төҙөү теләге менән ифрат ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелгән һәм, һис шикһеҙ, илебеҙ бөгөн иң алдынғы, үҫешкән илдәр иҫәбендә барған булыр ине.
Эйе, беҙ, журналистар, бөгөн дә тарих һәм заман йылъяҙмаһын яҙыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Быйыл үҙенең 95 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйәсәк гәзит әлеге ҡатмарлы осорҙа ла йәмғиәтте туплауға, рухи йәһәттән тергеҙеүгә аҡылын, зиһенен, көсөн һала. Ошо ваҡыт арауығында ил тормошонда ғына түгел, баҫмабыҙҙа ла етди үҙгәрештәр күп булды. “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың иң яҡшы традицияларын дауам итеп, сағыу буяуҙары, бай йөкмәткеһе менән уҡыусыларын артабан да ҡыуандырһын, республикабыҙ тауышын сит ҡитғаларға ла ишеттерһен “Башҡортостан”.
Ә 1940 йылдың ауазын беҙгә еткергән Әлшәй районы ҡыҙы Әлмирә Мәһәҙиеваға ҙур рәхмәт! “Оҙаҡ ҡына ваҡыт уҡымышлы бер әбей менән бабайҙа фатирҙа торҙом, уларҙы тәрбиәләнем. Ҡарты вафат булғас, рәхмәт йөҙөнән ҡайһы бер йорт йыһаздарын бүләк итеп, инәй ҡыҙы янына Мәскәүгә күсеп китте. Көҙгө артынан өс дана “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите килеп сыҡҡас, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Ҡарттар уларҙы ни өсөн һаҡлап тотҡандыр, минең өсөн был мәңгелек сер булып ҡалды... Етмеш йылдан ашыу һаҡланған гәзитте мин дә ташларға, сүп биҙрәһенә ырғытырға йөрьәт итмәнем, “Әлшәй хәбәрҙәре” редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙым”.
Халҡыбыҙҙың йәшәйешен, уй-ынтылышын, рухи тормошон сағылдырған гәзитебеҙҙең һәр һаны бөгөн дә тотош коллективтың күңел йылыһы, ижади көсө, фиҙаҡәрлеге менән донъя күрә. Заман йылъяҙмаһын булдырыуға уҡыусыларыбыҙҙың быйыл да дәррәү ҡатнашып, баҫмаға яҙылыуына өмөт итәбеҙ. Екатерина Алтухованың матбуғат һүҙенә оло хөрмәте, һаҡсыл мөнәсәбәте, 72 йыллыҡ “табыш” күптәр өсөн фәһемле өлгө булыуҙан тыш, журналист иңендә ниндәй ҙур яуаплылыҡ ятыуы хаҡында ла һөйләй түгелме?
Динә ҒӘБДРӘХИМОВА.
Әлшәй районы.