#Фәһемле_фекерҙәр28.03.2018
#Фәһемле_фекерҙәр

“Һәр ҡурайсы ла өзләй алмай…”


Башҡорт урман эргәһенән барһа — урман тураһында, тау буйлап барһа — тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән сағыштыра, ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра.
Р.Г. Игнатьев.

* * *
Өфө, Өфө!
Мәңге ул йәш ҡала,
Башҡортостаныма – йондоҙ,
Нурлы баш ҡала!
Сафуан Әлибай.

* * *

Һәр ҡурайсы ла өзләй алмай.
Ғайса Хәсәйенов.

* * *
Урал — йәншишмә төйәге,
Йәшел хәтфә ул — Урал.
Үҙе — ҡояшлы сағыл ул,
Һүҙе — ил туплар оран.
Хәсән Назар.

* * *
Батша һарайҙарының, таш диуарҙарҙың, хатта ғибәҙәтханаларҙың көлөн күккә осорғандар. Ә ыуалырға ғына торған ҡыу ҡурайҙы һис кем һындыра ла, иҙә лә, яндыра ла алмай, сөнки уның эсендә мәңгелек моң, мәңгелек йән бар.
Мостай Кәрим.

* * *
Урал арҡаһына ныҡ таянып,
Ҡыҫҡан килеш ҡулын дуҫтарҙың,
Тиңдәр араһында бер тиң булып,
Ята минең Башҡортостаным.
Рәшит Назаров.

* * *
Бына шул инде Урал,
Ул — һөйөү, йыр, ул — хыял.
Ул — илкәй мәңгелеге,
Минән, ти, үлмәҫ моң ал!
Ғәли Ильясов.

* * *
Урал ғына тауҙың көн битендә
Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай,
Шул ҡурайҙы алып уйнаниһәң,
Моңо донъяларҙы бер урай.
Мәңге йәшәр ҡурай.
Ул үлемһеҙ:
Ул башҡорттоң йәшәй аңында,
Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,
Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..
Ҡәҙим Аралбай.

* * *

Башҡортостан – иң ҡунаҡсыл дәүләттер ул.
Хәким Ғиләжев.

* * *

“Урал” тинем дә өҙөлдөм,
Упты инде был Урал.
Ахыры, мәңге айырылмам,
Аһ, Урал! Урал! Урал!
Әбүс.

* * *

Айырылышыу асып һала, тиҙәр,
Йөрәк хистәренең асылын.
Башҡортостан – һин икәнһең
минең
Һайрар һандуғаслы аҫылым.
Әнисә Таһирова.

* * *
Яҙ, ҡара тупраҡлы дала хуш еҫле, һутлы яңы сыҡҡан үҫемлектәр менән ҡапланғас та, ә ҡышын ябыҡҡан бейәләр һимергәс, бөтә йәйләүҙәрҙә лә ҡымыҙ бешергә тотоналар, кем эсә ала, бөтәһе лә — имсәк балаһынан алып бәлтерәп бөткән ҡарттарға тиклем — туйғансы сихәтле, шифалы батырҙар эсемлеген эсә, һәм һалҡын ҡыштың, хатта ҡартлыҡтың бар сир-сырхауҙары шунда уҡ юҡҡа сыға, һулыған йөҙҙәр тулыша, эскә батҡан аҡһыл яңаҡтар алһыулана.
С. Т. Аксаков.

* * *

Салауат тоҡомо бар сағында
Урал азат булып ҡаласаҡ.
Фәүзиә Рәхимғолова.
* * *
Дәрәжәһен яҡшы белгән кеүек,
Ағиҙелкәй аға тын ғына.
Тулҡындары, теләр-теләмәҫтәй,
Һарышалар ярға шым ғына.
Ринат Хәйри.
* * *
Милләт мәшһүр әҙәмдәре менән мәртәбәле.
Ризаитдин Фәхретдин.
* * *
Башҡортостан – тиңдәргә-тиң
илем,
Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын.
Таңдай балҡып һинең килер
көнөң,
Үргә күтәр хеҙмәт байрағын.
Яҡуп Ҡолмой.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.


Вернуться назад