“Шаршау” асылды27.03.2018
“Шаршау” асылдыМәғлүм булыуынса, Мәскәүҙә башҡорт йәштәре төрлө мәҙәни сараларҙы йыш үткәрә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ҡалала ижади ойошмалар, бейеү, ҡурай түңәрәктәре йылдан-йыл арта.


Былтыр бында “Шаршау” башҡорт театр студияһы булдырылып, сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Етәксе Регина Ишбулатова йәштәргә актерлыҡ серҙәрен төрлө яҡлап аса, уларға үҙҙәрен сәхнәлә дө­­рөҫ тоторға, тамашасы алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрә­тә, ҡыҙыҡлы, файҙалы тренингтар үткәрә. Баш­ҡортостандағы билдәле театрҙарҙа тәжрибә туплаған оҫтаның һәр дәресе – өйрәнсектәр өсөн оло һабаҡ.
“Шаршау” театры тамашасының һөйөүен яулап өлгөрҙө лә инде. Мәҫәлән, 3 мартта В.С. Красного­ровтың “Аяуһыҙ дәрес” тип исемләнгән психологик драмаһы сәхнәләштерелгәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләп ҡуйылған был спектакль һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде, тетрәндерҙе. Төп ролдәрҙе башҡарған Миләүшә Фазылова менән Радмир Лоҡманов Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологик эҙләнеүҙәр университетының беренсе курсында белем ала, Фидан Исхаҡов иһә Мәскәүҙә программалаусы булып эшләй. Ә Гүзәл Әлибаева, белеүебеҙсә, “Йөрәк һүҙе” республика шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе. Театр студияһы төрлө йүнәлештә белем алып йөрөгән йәштәрҙе берләштереп кенә ҡалманы, ә татыу ғаиләгә әйләндерҙе. Шуға ла һәүәҫкәр актерҙар һис һынатманы, ролгә тулыһынса инеп, юғары кимәлдә сығыш яһаны.
Был спектакль – Регина Ишбулатованың режиссер сифатында ҡуйған беренсе эше. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул “төйөр”һөҙ килеп сыҡты. Һис һүҙһеҙ, психологик драманы тамашасы күңеленә еткереү икеләтә ауыр. Әммә “Шаршау” маҡсатына тулыһынса өлгәште: тамашасы спектакль геройҙары менән бер тулҡында ҡайнаны, көлдө, янды, иланы...
Артабан йәш артистар менән әңгәмә ойошторолдо. Уларға тамашасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, фекерҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. “Аяуһыҙ дәрес” һәр кемгә һабаҡ булды. “Шаршау” ябылмаҫ, артабан да ошондай тамашалары менән ҡыуандырып торор тигән өмөттәбеҙ.

Айзирә ШӘЙХЕТДИНОВА.

Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад