Ҡул һәм Тел26.04.2012
Тел
Һөйләнә гел:
— Бел:
Иң беренсе сиратта,
Ҡатын-ҡыҙға һәм ир-атҡа
Кәрәк минең кеүек шыма тел!
Кәрәк икән маҡтай алам,
Кәрәк икән таплай алам,
Кәрәк икән яҡлай алам,
Ә кәрәкһә, туҡмаҡай алам!
Һин ҡылған эштәрҙе матур итеп,
Шымартып һәм күпертеп
Күрһәтә кем?
Тел!..
(Уйлағанда ныҡлап,
Түрә теле тирбәлгәндә,
Тыйыла белеү мотлаҡ.)
Ваҡыты еткәс,
Тыуған көнө менән ҡотлап,
Вәғәз һөйләү
Минең бурыс.
Мин — тынғыһыҙ!
Мин — тырыш!
Йыйылышта
телмәр тотоу вазифаһын
Башҡара кем?
Тел!
Күтәренке йөкләмәләр
Мотлаҡ үтәләләр
Уңған булған өсөн мин!
Ҡөҙрәтем киң!
Юҡ миңә тиң!..

* * *
Тел — һөйәкһеҙ,
Тел һөйләй,
Тел трибунанан төшмәй.
Ә Ҡул нишләй?
Ҡул өндәшмәй,
Ул — эшләй!

Рәдиф ТИМЕРШИН.


Вернуться назад