Исемкәйең кем, һылыу?27.03.2018
Исемкәйең кем, һылыу?Матур йолаға әйләнгән “Һылыуҡай” конкурсы быйыл да республикабыҙҙың мәҙәни тормошондағы төп ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Ойоштороусылар йыл да сараны мауыҡтырғыс итеп үткәреү һәм һылыуҡайҙарҙы ғәҙел билдәләү өсөн төрлө алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, быйыл финалға һайлап алынған ун ике ҡыҙ Бөрйән районында йәшәп, конкурсҡа әҙерләнде. Сибәрҙәрҙең Урал һәм Шүлгән ерендәге мауыҡтырғыс тормошо БЮТ каналындағы “Һылыуҡай көндәлеге” тапшырыуында даими күрһәтелде.

Бына финал. Һәр йылдағыса, халыҡ, зал тултырып, Башҡортостандың иң гүзәл, ҡыйыу, тәүәккәл һәм матур ҡыҙҙарын күрергә йыйылған. Сағыу тамаша, күркәм сара... Абруйлы жюри ағзаларына ла иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булманы.
Сарала һылыуҡайҙарҙың матурлығы, белем кимәле, башҡорт телен белеүе төрлө шоуҙар һәм конкурстар аша асылды. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе матур хыялдар менән йәшәй: ресторан асыу, модель булыу, төбәктә туризмды үҫтереү, үҙе тураһында фильм төшөрөү, яҡшы тормош иптәшен осратыу, хоккейсыға тормошҡа сығыу һәм башҡалар.
Ойоштороусылар тамашаны шул тиклем йәнләндерергә тырышҡан, хатта арбаға егелгән атты ла сәхнәгә сығарҙы. Ә инде һылыуҡайҙар үҙҙәрен ауыл кешеһе, эпос геройы, заман подиумы, стюардесса ролдәрендә һынап ҡараны. Хәҙер инде атты күптән машинаға алыштырған заман бит. Шуға ла конкурстың төп сиселеше “Лада Гранта” автомобиле тапшырыу менән тамамланды. “Тимер ат”ты ла сәхнәгә сығар­ҙылар. Йәғни ошо һынауҙарҙы иң уңышлы үткән ҡыҙға – Әлшәй районынан 20 йәшлек Әлфинә Кашаповаға автомобиль асҡысы тапшырылды. “Һылыуҡай” конкурсы тарихында беренсе тапҡыр еңеүсе “тимер ат” менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика факультетында белем алған Әлфинә “Матбуғат һылыуҡайы” номинацияһында ла билдә­ләнде.
– Мин шул тиклем бәхетле! Ойошто­роусыларға, яҡындарыма һәм көйәрмән­дәремә рәхмәт. Бөтәһе лә бер тынала үтте. Минең танытмам бар, автомобиль йөрөтә беләм, –– ти еңеүсе ҡыҙ.
Беренсе урынға һәм “Көләс һылыуҡай” номинацияһына Ейәнсуранан – Наҙгөл Әйүпова, икенсе урынға һәм “Тамыр” һы­лыуҡайы” номинацияһына – Балаҡатайҙан Илзирә Әсмәндийәрова, өсөнсө урынға һәм “Камиллыҡ һылыуҡайы” номинацияһына Бишбүләк районынан Эльвина Ғәзизуллина лайыҡ булды.
“Интернет һылыуҡайы” номинацияһы – Гүзәлиә Ишмөхәмәтоваға, “Дуҫлыҡ һылыу­ҡайы” – Көйөргәҙе районынан Розалина Ғисмәтуллинаға, “Оҫта ҡуллы һылыуҡай” – Мәскәүҙән Азалия Заһитоваға, “Фото һылыуҡай” – Ҡыйғынан Зилә Ғатауллинаға, “Мисс Bashkirian Beauty 2018” – Өфөнән Әҙилә Фәйзуллинаға, “Йырсы һылыуҡай” – Бөрйәндән Гөлсиә Нәҙершинаға, “Өмөт һылыуҡайы” – Ауырғазынан Гөлдәр Сма­ҡоваға, “Фэнш һылыуҡай” Өфөнән Зөһрә Муллагилдинаға тапшырылды.
Конкурс Ғаилә йылына һәм 2020 йылда төбәктә үтәсәк Бөтә донъя фольклориа­даһына арналды.


Вернуться назад