Һандуғас26.04.2012
Теләр инем бары һин һайрауҙы,
Киткән саҡта теге донъяға.
“Һандуғас таңы”
Рәми Ғарипов.

Һин киткәндә һалҡын ҡыштар ине,
Һайраманы инде һандуғас.
Эй туҙынды февраль бурандары,
Күктәренә, ергә һыймағас.

Яҙҙар еткәс, Ағиҙелдең ярын
Төйәк итте шөңгөр һандуғас.
Өҙгөләнеп, ярһып талпынды ул,
Үҙенә тиң моңдо һағынғас.

Һайрар мәле ҡырҡ көн һандуғастың,
Сәсәй-сәсәй ҡошсоҡ моң түгә.
Ҡырҡ ғүмергә етер йыр-һағышҡа
Бер ғүмерҙә нисек ул түҙә?

Һин дә шулай ерҙә, сәсәп-сәсәп,
Йырҙарыңды йомарт өләштең.
Һәр ҡыяҡтың телен аңлап-тойоп,
Тәбиғәттең көйөн көйләштең.

Яҙҙар һайын һандуғастың йырынан
Моңға тула һинең тирә-йүн.
Әллә был ҡош һинең йырҙы отҡан,
Әллә был ҡош һинең йөрәгең?..

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Вернуться назад