Эйек буйҙарындағы байрам23.03.2018
Эйек буйҙарындағы байрамБеҙҙең йәмәғәтселек арҙаҡлы милләттәштәрен, күренекле ғалимдарын, дәүләт эшмәкәрҙәрен, яҙыусыларын, ғөмүмән, республикабыҙ яҙмышына үҙенең ғәмәли хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән, тимәк, Башҡортостандың тоғро вәкилдәре булып тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрен иҫкә алыу, уларҙың хеҙмәте бөгөн дә халҡыбыҙ тормошонда мөһим урын тотоуын, ошоноң тәрбиәүи тәҡдиренең мәғәнәһен әленән-әле конференцияларҙа, халыҡ йыйындарында хәтергә төшөрөү кеүек фәһемле эш алып бара.

Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына әҙерлек былтыр уҡ башланды. Уны бөтә республика кимәлендә лайыҡлы итеп үткәреү маҡсатында әҙибәнең тормош юлын, ижадын өйрәнеү район мәктәптәрендә киң йәйелдерелде. Һәр райондың мәғариф бүлектәре бындай эштә ихлас ҡатнашыуын белдерҙе. Уҡыусыларҙың ижади эштәрен йомғаҡлауҙы яҙыусының тыуған ерендә — Күгәрсен районында үткәрергә тип хәл ителде. Был осраҡта район етәкселеге, Зәйнәб апайҙың яҡташтары булараҡ, барлыҡ мөмкинлекте ҡулланды, мәктәптәрҙә эш ҡайнап торҙо.
Ниһайәт, 1 мартта төбәк килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы. Төрлө яҡтарҙан уҡытыу­сылар, уҡыусылар яҙыусының тыуған ауылы Туйөмбәттәге музейҙа булып, уның тормошо, шәжәрәһе һәм шәхси әйберҙәре менән танышты.
Иртәгәһенә Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылындағы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Йәнешева һәм Яңауыл ҡалаһынан 1-се мәктәп уҡытыу­сыһы Әлфиә Фаршатова үҙ уҡыусылары менән Исем мәктәбенә юлланды. Башҡа төркөмдәр Мораҡ башҡорт гимназияһында, 1-се мәктәптә, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ мәктә­бендә һөнәрҙәрен күрһәтте. Һәр төркөм әҙибәнең ижадына арнап асыҡ дәрестәр, клас­тан тыш эш, яҙыусы романдарындағы образдарҙы кәүҙәләндергән ҡул эше күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Һәр уҡытыусы уҡыусыларының эшенә дөрөҫ баһа бирелеүен көттө һәм шулай булды ла: иң яҡшы тип табылған рефераттар билдәләнде, уҡыусылар бүләкләнде, уҡытыусылар ҙа Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең китап һатыуҙы ойоштороуы ла алыҫ райондарҙан килгән ҡунаҡтар өсөн ифрат ҡыуаныслы булды.
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың буласаҡ студенттар менән осрашыуы ла ошондай конференцияны ойоштороуҙың кәрәклеген иҫбатланы. Төрлө райондарҙан йыйылған коллегалары менән уҡытыусылар фекер алышты, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Һис шикһеҙ, бындай сараларҙы үткәреүҙең әһәмиәте ҙур.
Эйек буйҙарындағы байрамКүгәрсен районы хакимиәте Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттарын билдәләп үтте. Бындай оло сараға элекке лауреаттарҙың саҡырылыуы конференцияға мәртәбә өҫтәне.
Йыйында әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусы­ларҙың һәм уҡыусыларҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов ҡулынан бүләктәр һәм грамоталар алыуы барыһына ла дәрт-дарман өҫтәне.
Сарала уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһенең киңлеге, китап уҡыу әүәҫлеге, етмәһә, уҡыған әҫәрҙәренең образдарына тулы анализ биреү генә түгел, уларҙы рәсемдә йәки ҡул эштәрендә күрһәтә белеүе шатландырҙы. Улар Зәйнәб Биишеваның әҙәби әҫәрҙәрендә сағылған халҡыбыҙҙың тормошон, һүҙҙең бөйөклөгөн, тәбиғәттең гүзәллеген, уны һаҡлауҙың мөһимлеген, дуҫлыҡтың ҡиммәтен, халыҡ йолаларының кеше йәшәйешендәге ролен, хеҙмәттең бәхет килтереүен, халҡыбыҙҙың әҙәплелеген, илде һаҡлауҙағы батырҙарҙың тоғролоғон, ғөмүмән, әҙибәнең ижадында асып һалынған башҡорттоң эске донъяһын, тел сафлығын асты. Был, әлбиттә, иң тәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының күп йыллыҡ хеҙмәтенең емеше, милләтебеҙгә ихлас хеҙмәт итеү өлгөһө ул.
Район етәкселеге оло йыйынға ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән, шуға ла был сара юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡалды, тимәк, Күгәрсен районы халҡы башҡарған эш ыңғай һөҙөмтә бирер.



Вернуться назад