зөләйха күҙҙәрен асты23.03.2018
зөләйха күҙҙәрен астыЯҙыусы Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылған шул уҡ исемле спектакль (режиссеры Айрат Абушахманов) бына инде нисәнсе ай ҙур аншлаг менән бара. Тамаша залы һәр ваҡыт шығырым тулы, хатта өҫтәп ултырғыстар ҙа ҡуйылып сыҡҡан: Өфөлә йәшәгәндәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә киң танылыу яулап өлгөргән спектаклгә ихлас йөрөй.

Кеше яҙмышы. Тотош һынауҙар һәм ғазаптар менән бураҙналай һуҙылған ялан төҫлө, ул буй-буй һырланып бөтөлгән. Иңдәрҙе иҙгән ауыр замана ла уға юйылмаҫ утлы мөһөр баҫҡан.
Сәхнәлә ошо һынауҙар менән аҡтыҡ хәленәсә йәшәү, яҡтылыҡ, бәхет өсөн көрәшкән геройҙар һәр тамашасы күңелендә ауаз тапты, тип әйтергә ярайҙыр, сөнки һәр кемдең дә тиерлек олатаһы, өләсәһе, сыбыҡ осо туғаны булһа ла шул дәһшәтле осорҙоң ҡорбаны. Уҙған быуаттағы 1921 йылғы аслыҡты ла, 30-сы йылдарҙағы золом афәтен дә үҙ иңдәрендә күтәргән.
Спектаклдең үҙенә килгәндә, сәхнәләге актерҙар һәм тамашасылар араһында бер ниндәй ҙә барьер юҡ, тип әйтергә була: сәхнәнең алғы өлөшө һәм биш рәт бергә ҡушылыуы алда ултырыусыларға үҙҙәрен тамашала ҡатнашыусыларҙың береһе итеп тойорға һәм ҡатмарлы, ҡыҙғаныс ваҡиғаларҙы бар йөрәктәре аша үткәрергә ярҙам иткәндер. Һәр хәлдә, Кузнецтың (Артур Ҡунаҡбаев) “берәйһен атып үлтерәйем әле” — тип тамашасы залына төбәп “наган”дан атып ебәреүе ҡотто осорҙо, шул тирәне “аһ!” иттерҙе. Һалҡын Себер урмандарына “кулак” мөһөрө баҫып ҡыуылған золом ҡорбандарының ҡурҡыу тойғоһо ябай тамашасының да күңеленә үтеп инде был күренештән һуң.
Спектаклдең ғәҙәти булмаған декорациялары һәм ҡәҙимге генә күренештең дә образлы итеп һүрәтләндерелеүе айырыуса иғтибарға лайыҡ: Зөләйханың инде баҡыйлыҡҡа күскән ҡәйнәһенең тауышы менән һөйләшеп, үҙ-үҙенә бойороуы, аҡыл өйрәтеүе, хатта янауы ҡатындың үҙ ваҡытында иренең әсәһенән ҡурҡыуы, уға һүҙһеҙ буйһоноуы һәм был тойғоноң уның үлеменән һуң да юғалмауы хаҡында һөйләй. Игнатов менән икеһе араһындағы хистәрҙең дә бейеү аша күрһәтелеүе – был алымдың уңышлы икәненә тағы бер ҡат дәлил.
Романдың үҙе һымаҡ уҡ, тамаша ла ике бүлеккә бүленгән: беренсеһендә — Зөләйханың ауылдағы тормошо, атап әйткәндә, аслыҡ йылдарындағы күргән михнәттәре, Мортаза менән яҙмышын бәйләүе, ҡәйнәһе менән мөнәсәбәттәре, иренең уның күҙ алдындағы үлеме күрһәтелһә, икенсе өлөшө спектаклдең бар мәғәнәһен, асылын асып һала: “кулак” тип Себергә һөрөлгәс, ундағы тағы ла күберәк ғазапҡа сорналған тормош, ошо ҡараңғылыҡта берҙән-бер сағылған яҡтылыҡ — әсәлек, Игнатовҡа булған хистәре һам башҡа һөргөнсөләр менән мөнәсәбәттәре ваҡиға ебен үреп алып китә.
“Айрат (Абушахманов — авт.) баштан уҡ милли түгел, ә дөйөм кешелек тарихын эшләргә тәҡдим итте. Тәғәйен дин, милләт, идеология менән сикләнмәгән, дөйөм кешелекте сағылдырған милли тарих. Роман да баштан уҡ шулай уйланылғайны”, — ти Гүзәл Яхина үҙенең “Аргументы и факты” гәзитенә биргән интервьюһында. Ысынлап та, был идея спектаклдә лә тулы сағылыш тапҡан: йылға буйында һөргөнсөләрҙән үҫеп сыҡҡан ҡасабала кем генә юҡ: агроном да, доктор ҙа, рәссам да. Һәм төрлө милләттән булған интеллигенция вәкилдәре лә, төпкөл ауылдан сыҡҡан ябай кешеләр ҙә, ауырлыҡтар этәрәме, дуҫлашып, яҡынайып китә, бер-береһенә ярҙам итеп көн күрә.
Тамашала айырыуса рәссам Илья Иконников (Илдар Ғүмәров) образы сағыу асылған. Ҡылҡәләмдәре һәм буяуҙары менән ысын сәнғәт өлгөһөн яһай ул: түбә таҡтаға, үҙе әйтмешләй, Совет власын һынландырған, ошо һөргөндә бергә иңгә-иң терәп көн күргән иптәштәрен төшөрә. Тәү ҡарашҡа ябай, әммә күңелдәре менән батыр ҙа, сыҙам да, көслө лә тотҡондар: ысын-ысынында һүрәттә уларҙың барыһының да асылы һынланғандай. Сәмреғошҡа тиңләй улар үҙҙәрен: ҡуша ла, айырым да. Сәмреғош та бында осраҡлы килеп инмәгән: бер ҡараһаң, ул мәғрурлығы, көсө менән барыһын да ҡанаты аҫтына алып, ҡурсып торғандай, бер ҡараһаң, тырнаҡтары тәнгә үтә батып, ҡан һарҡыта, оло ҡанаттары ла ел-ямғырҙан ҡапламай, ә ҡаҡҡылай-һуҡҡылай, шул ел-ямғырҙы үҙе тыуҙыралыр ҙа әле. Хас та Совет власы төҫлө…
Зөләйха (Илгизә Ғилманова), Иван Игнатов (Азат Вәлитов), Йософ (Дамир Кираманов) — һәр тамашасы күңеленә лә хуш килеүсән, күптәнге танышылай яҡын геройҙар. Эш уларҙың төп персонаж булыуҙарында ғына тормай. Роман авторы Г. Яхинаның да, спектакль режиссеры А. Абушахмановтың да был өс яҙмышты бар нескәлектәрендә тәрәндән асып биреүе хатта иң таш күңелде лә тетрәндерерлек. Д. Кирамановтың малай ғына көйөнсә оҫта уйнауы һоҡланыуға дусар итһә, Азат Вәлитов менән Илгизә Ғилманованың үҙ ролдәренә бирелеп, мөкиббән уйнауы йөрәккә ята, унда әллә ниндәй хистәр ҡойонон уйнатып ебәрә. Уларҙың спектакль һуңындағы ғазап һәм һағыш тулы ҡараштары һаман хәтер усағында ҡуҙҙар яңыртып торғандай.
“Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакленең тәғәйен генә идеяһын асып һалыуы, уны ҡарап сыҡҡас та, һорауҙарға яуап табыуы ҡыйын. Күпме кеше, шунса фекер тигәндәй, йә иһә миҙалдың ике яғы булғандай, тарихҡа ла бит бер күҙлектән генә ҡарап булмай. Ике сәғәтлек йөрәк ярырлыҡ сәхнәләштереүҙән һуң Совет власына иҫ китеп, күрә алмаҫлыҡ булып килеп сығаһың да, шул уҡ илдең бөтә донъяны фашистар ҡоллоғонан ҡотҡарғанын, бөйөк держава булып торғанын иҫләп, йәнә уйланаһың… Был йәһәттән спектакль ота: китаптың үҙе һымаҡ, күңелдә уйланыуға ла, икеләнеүгә лә, һағышҡа, ғибрәткә, ҡыҙғаныуға ла урын ҡалдыра…



Вернуться назад