Балан ҡатығы ла була23.03.2018
Ҡыҙҙар, белегеҙ, әкиәттә ябағанан толпар яралһа ла, тормошта ябалаҡтан шоңҡар яралмаҫ...

* * *
“Кавказская пленница” фильмындағы бер күренеш йыш ҡына иҫкә төшә: йәне ауырыуҙар хастаханаһында Шурик ишекте үҙенә табан тартып асырға маташа. Теге асылмағас, аяғын стенаға терәп тороп елтерәтеп тарта – ишек асылмай. Оҙатып килгән табип уға ҡарап тора ла тыныс ҡына итеп ишекте кире яҡҡа этәрә. Теге еңел генә асыла ла ҡуя.
Тормошта ла шулай: ябай ғына асылыр ишектәрҙе кире яҡҡа тартып, күпме кеше ҡул һелтәп китә, табыр нәмәһен дә тапмай, юғалта... Инер ишегең асылмаймы? Ә һин кире яҡҡа этеп ҡара...

* * *
Ҡайһы бер кешегә сер һөйләгәнсе, радио аша ҡысҡырыу хәйерлерәк — дөрөҫөрәк аңларҙарына өмөт бар.

* * *
Балалар өсөн 30 йыллыҡ ижадымдың ҡайһы бер өлгөләрен хатта фольклор йыйынтығына индереп ебәреүселәр ҙә бар, әйтәгүр. Бер яҡтан, бының өсөн кәйефем ҡырылһа, икенсе яҡтан, һөйөнәм дә – тимәк, халыҡ телендә йөрөй улар.

* * *
Көндәлегемдән:
1999 йыл, 22 май.
Шәриф Бикҡол тураһында бик матур радиотапшырыу тыңланым. Ҡатыны Рәйсә апай ихлас итеп үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында һөйләне. Бик төплө, сабыр апайҙыр. Мин уны яҡындан белмәйем. Бер генә тапҡыр яҙыусылар съезында осрағайны.
Әлеге тапшырыуҙа, Шәриф бер генә сибәр ҡатынға ла иғтибар итмәй ҡалғаны юҡ ине, шунан үҙем дә ҡатын-ҡыҙҙың матурлығына күҙ һала башланым, уға күрһәтеп, маҡтай инем, тине.

* * *
Яныбай Хамматов ағайҙарға шылтыратып алдым. Ағай ауырый, яҙа алмағанына бошона. Фидания апай бик ныҡ тота был йәһәттән, йәлләй, көсөргәнергә бирмәй. Икеһенең мөнәсәбәтенә, мөхәббәтенә һоҡланып бөтә алмайым.
Шәриф ағай тураһындағы тапшырыуҙы улар ҙа тыңлаған икән. Шәриф бахырланырға яратманы, тине Яныбай ағай. Бер иҫтәлегемдә Бикҡолдоң таяҡҡа таянып йөрөүе тураһында яҙғайным, алып ташлатты, ти. Дошмандарым быны уҡып һөйөнмәһен, тигән икән.

* * *
Тел хикмәттәре:
– Ҡара уны, телевизор ҡарап ултыраһы булма.
***
“Ҡаҙаҡ ҡыҙға өйләнәм” тигән дәртле, шаян ҡаҙаҡ йыры бар. Фекер йөрөтөргә бер мая: ҡаҙаҡ ҡыҙға өйләнәм булғас, башҡорт ҡыҙға өйләнәм тип тә йырларға булалыр ул? Ҡыҙҙың милләте — башҡорт, тимәк, ҡыҙ — башҡорт, йәғни башҡорт ҡыҙ. Табип ҡыҙ, журналист ҡыҙ тигән кеүек үк. Әммә беҙҙә — башҡорт ҡыҙы.

* * *
Үҫмер сағымда “башҡорт ҡыҙы” тигәнде ҡыҙыҡай үҙе башҡорт түгел, ә башҡорттоң ҡыҙы тип аңлау була торғайны. Әле лә, ҡаҙаҡты тыңлағас, шул иҫкә төштө. Мин кем, мин — башҡорт. Мин кем? Мин – ҡатын. Дөйөмләштереп алғанда, мин башҡорт ҡатын (не женщина башкира, а башкирка). Төрки телдәргә барып юлыҡһаң, ҡайһы саҡ шундай уйҙар тыуа ул.

* * *
Балан ҡатығы тигән ризыҡ барлығын белеп ҡалдым яңыраҡ. Һөттән ойотолған ҡатыҡ түгел, баланға башҡа емештәр ҡушып быҡтырылған була икән. Ҡатыу — болғатып ҡушыу һүҙенең синонимы. Ә һөттән ойотола торғаны ашҡа ҡатыла. Атамаһы ла шунан килеп сыҡҡандыр әле.

* * *
Википедияла “Төньяҡ Кипр төрөк йөмһүриәте” тигән мәҡәлә яҙғайным. Төрөктәр Төркиәнән башҡалар танымаған был илде үҙҙәре шулай атай. Админдарыбыҙ, “йөмһүриәт” тигән һүҙ юҡ тип, үткәрмәй бер булды. “Республика” тип яҙ, тиҙәр. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшергә тура килде. Кипр Республикаһы ла бар бит ул, ул өлөшөндә гректар күберәк. Барыбер “Төньяҡ Кипр төрөк Республикаһы” тип ҡалдырҙылар. Бәлки, кемдер “Башҡортостан” гәзитендә ошо хаҡта фекерен белдерер? Бәлки, мин хаҡлы түгелмендер?

Рубриканы Гүзәл СИТДЫҠОВА
алып бара.


Вернуться назад