Уй көмбәҙе яҡтырһын21.03.2018
Әүлиә тауында

Учалы районы Әүешкүл
ауылында Әүлиә тауы һәм
шишмәһе бар.

Әүлиә тауы итәгендә
Шишмә һыуҙарын эстем,
Тып-тыныс урман һиллеге,
Йәнгә тыныслыҡ күсте.

Әүлиә тауы арбайҙыр
Бында килгән инсанды,
Эстән доғаларҙы уҡып,
Мөғжизәгә ышандым.

Мөғжизәләр тыуа икән
Әүлиәләр тауында.
Менеп кенә еткәс тә үк,
Мансылдыҡ беҙ яуынға.

Ямғыр яуыу муллыҡҡа бит,
Татыулыҡҡа, байлыҡҡа,
Был мөғжизә – Әүешкүлдә,
Сер донъяһы бай яҡта.

Хоҙайҙың бер хазинаһы –
Әнүзә дуҫ ауылы,
Әүлиә тауы саҡырыр,
Шул Әүешкүл яуыны.

Доғалар уҡып алырбыҙ
Әсәйеңдең рухына,
Рәхмәт яуһын изге йәнгә
Һәм дә тоғро дуҫыма.


Әсә теле көслө итә

Сәңгелдәге моңо бит ул –
Туған теле баланың,
Әсә теле көслө итә,
Сабый күңелен – даланлы.

Ата-әсә наҙҙарынан
Яҙмаһын бала-саға,
Туған телен онотмаһын,
Ошолор – оло баһа.

Туған телен белгән бала
Тәүфиҡлы һәм иманлы,
Алға тартыр үрҙәрҙе лә,
Сәме булыр илһамлы.

Әсә телен белгән бала
Юғалтмаҫ милләт йөҙөн,
Ышанысты юлдаш итер
Һәм ғорур тойор үҙен.


Әле алда
шәмем яна...


Әле алда шәмем яна,
Яҙған булам һыҙғылап,
Күңелдәге уй түҙҙермәй,
Йәнем дә бит ҡуҙ ғына.

Әле алда шәмем яна,
Арбай серҙәр донъяһы,
Үрҙәремә юл һалғанда,
Ҡайҙа илтер аръяғы?

Әле алда шәмем яна,
Һыҙып, һыҙланып ҡына,
Һүнмә әле, һүнмә, шәмем,
Һүнһәң – хыялдар тыма.

Ян әле, ян, тоғро шәмем,
Уй көмбәҙе яҡтырһын,
Һинең уттан мин дә тере,
Хыял күгем саҡырһын,
Саҡырһын...


Етеле шәм яҡтыһында

Етеле шәм яҡтыһында
Уҡыған саҡтар иҫтә,
Эй ҡыҙыҡлы китабыма
Сумғанмын ҡышҡы кистә.

Тышта йым-йым ҡарҙар яуа,
Ҡайтам да шул саҡтарға,
Бөтмәҫтәй көс, илһам алам,
Хәтер битен аҡтарһам.

Ана, йондоҙҙар уйнатып,
Ҡарҙар ҡарай тәҙрәнән,
Бала ғына инем бит мин,
Күрәм тышты пәрҙәнән.

Эй бала саҡ ышаныуы,
Һин үҙең бит мөғжизә!
Шул уйыңда йоҡлап китеп,
Уянғанда, кем һиҙә?!
Бына хәҙер ҡарап торам,
Бала саҡтағы кеүек,
Тәҙрәләрҙән ҡар яуғанын,
Көрттәр һалғанын өйөп.

...Юҡ етеле шәмдәрем дә,
Юҡ бала сағым өйө,
Урамдарҙа елдәр йырлай,
Күңелдә һыҙлай көйө...


Ниҙәр көтәм
Яңы йылдан?


Минең йәштә ни көтөргә
Етеп килгән йылымдан?
Кемдәргәлер еңел булһын
Минең күңел йылымдан.

Өйөрөлә ап-аҡ ҡарҙар,
Бейей-бейей осалар,
– Беҙ ҙә көттөк был көндө, – тип
Бар донъяны ҡосалар.

Теләгем бар кешеләргә:
Гөрләп йәшәгеҙ әйҙә!
Осрашырға яҙһын берүк
Йәшел сәхрәле йәйҙә.


Хыял әйҙәй

Көндәрем арып сабалар,
Төндәр арттан баҫтыра,
Ниңә хыял әйҙәй һаман,
Төндәр көндәй яҡтыра.

Көндәремдең аҡыҡ нуры –
Төндәрем мәрхәмәте,
Һеҙҙең фатихала икән
Был тормошом бәхете.


Уйлауы ла ауыр...

Тәбиғәткә ҡарап һыҙланам,
Тәнгенәһе уның тунала,
Түҙә-түҙә йәшәй ерендә,
Ниндәй хикмәт менән тын ала?!

Йәберһетә үткән-һүткәне,
Һиҙеп торам йәшен түккәнен,
Тороп ҡала асыҡ яраһы,
Ниңә ҡаты әҙәм балаһы?

Тәбиғәт тә ерҙә тын ала,
Йәшеллеге бөтһә, юғалһа,
Бар донъяны төнгә туғарһа,
Битарафлыҡ ерҙә тумалһа?..

Уйлауы ла ауыр был хаҡта...


Һанһыҙ уйҙар
сынйырында


Ошомо һуң тормошомдоң
Йәмгенәһе, шатлығы?
Йыуатамы яҙмыш мине
Үҙ күреп, бер ҡатлыны?

Үткән заман йәшлеге мин,
Үткән заман намыҫы,
Үҙ бурысым – үҙ елкәмдә,
Артта йылдар ағышы.

Йылдарыма үпкәм дә юҡ,
Көн-төн тырыштыҡ эштә,
Бысратманым намыҫымды,
Йәлләп торманыҡ көстө.

Йәш быуынға ни бирербеҙ?
Алырҙармы аҡылды?
Илебеҙҙе ниҙәр көтә?
Уйҙар, уйҙар артылды...

Һанһыҙ уйҙар сынйырында
Ауып китәм мендәргә,
Миндә генәме һуң инде?
Ошо уйҙар меңдәрҙә...
Ауыр йөктәр иңдәрҙә...

Көтмә...

Көтмә ҡыштарыңдың йылыларын,
Һыуыҡтары үтер үҙәккә,
Үткән ғүмереңде барлай-барлай,
Сабырлыҡтар һорап түҙмәккә,
Ҡалыр инде йәшәр көндәребеҙ.

Көтмә ҡыштарыңдың мәрхәмәтен,
Ҡала алһаң аяҡ өҫтөндә,
Мең рәхмәтең күндер Аллаһыңа,
Аяп торор аҡыл бөтөндә,
Бик ҡурҡыныс булмаҫ төндәребеҙ.


Өмөт өҙөлмәне

Өмөт өҙөлмәне һис ҡасан да,
Һуҙылманы юлдың таҡыры,
Алдарымда яҡты маяҡ янды,
Әйҙәп торҙо һәр саҡ саҡырып.

Кешеләргә ышанысым артты,
Кәмемәне алған йылылыҡ,
Юлдарымда өшөп туңғанда ла,
Ихтыярым көсө булды ныҡ.

Мин юраусы түгел яҙмыштарҙы,
Һәр кем күрә үҙе Тәҡдирен,
Үҙ юлымдан атлап китеп барам,
Күңелемдән балҡыр йәм тиреп...


Вернуться назад