Эх, күңелле яҙ килә, Ҡояш нурҙарын һибә...02.03.2018
Эх, күңелле яҙ килә, Ҡояш нурҙарын һибә...Аҡ йомортҡа кеүек
Ер ҡабығын
Тишеп сыҡҡан
Яҙҙың мороно.
Күп тә үтмәҫ,
Бөтә тирә-яҡты
Солғап алыр уның
Йыр-моңо.

“Сип-сип” килә, ана,
Яҙ тауышы,
Моңдарына йөрәк
Сыҙармы?!
Ҡанаттарын елпә
Күктә ҡояш —
Яҙҙы ул бит
Баҫып сығарҙы.


Вернуться назад