Мәҙәниәтебеҙ байлығы сағыласаҡ25.04.2012
25 — 27 апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан көндәрендә байтаҡ эшлекле һәм мәҙәни сара күҙаллана.
Мәҫәлән, республиканың сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте, Башҡортостан ғалимдарының мөһим фәнни ҡаҙаныштары, шулай уҡ төбәгебеҙҙең һәм Мәскәүҙең туризм өсөн мөмкинлектәре менән таныштырыу сараһы уҙғарыласаҡ. Халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты буласаҡ, “Башҡортостан — Евразия ынйыһы” фото күргәҙмәһе, “Китап” нәшриәте баҫмаларын һатыу, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре әйберҙәренән күргәҙмә-йәрминкә үткәреләсәк, республикабыҙ дизайнерҙарының кейем-һалым коллекцияһы күрһәтеләсәк. “Яңы манеж” залында — Башҡортостандың Рәссамдар союзы күргәҙмәһе, ә “35 мм” кинотеатрында Башҡортостан киноһы көнө үтәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад