М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә республика кимәлендә дүртенсе йыл рәттән “Урал батыр” байрамы үткәрелә. “Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан быуынға тапшырылған бай хазинаһы, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Телебеҙҙең боронғолоғо, камиллығы, байлығы, сафлығы һәм матурлығы – барыһы ла халҡыбыҙҙың эпосында сағылған.Был тантаналы сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Тәбрикләү һүҙе менән башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова сығыш яһаны. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаның фекеренсә, был сара яңынан-яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә һәм тарихҡа, мәҙәни мираҫҡа яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләй, “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын популярлаштыра.
Сәхнә түрен башҡорт филологияһы факультетының “Ҡорос” халыҡ театры биҙәне. Улар И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек” комедияһынан өҙөк күрһәтһә, “Дарман” вокаль ансамбле егеттәре “Башҡортостан”ды йырланы, шиғыр һөйләүселәр рух тәрбиәләне.
Шулай уҡ билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы, профессор Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләнеүселәр “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр һөйләне.
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Урал батыр” байрамынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Илебеҙҙе, телебеҙҙе яратайыҡ, һаҡлайыҡ, уны үҫтереүгә һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек. Башҡорт телен, милләтен һәм халҡын данлайыҡ.
Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенткаһы.