Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!..02.03.2018
Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!.....Фәррәх ҡарт ейәне Ирек менән ҡалаға “әхирәт” алырға килеп төштө. “Әхирәт” тигәне – һауын аппараты. Ауылда фермерлыҡ менән шөғөлләнгән Ирек өсөн бик кәрәкле нәмә. Ни тиһәң дә, мал еленен тотоуҙан биҙрәгән ул. Ике тапҡыр кәләш тә алып ҡараған, ләкин улары һыйыр һауыуға сыҙай алмай, егетте ташлап ҡасҡан. Аппарат би-и-ик кәрәк уға!..

Ҡалала улар ҡунаҡханаға урынлаша. Ошонда Фәнзирә исемле уңған ҡыҙ йыйыштырыусы булып эшләй. Баҡтиһәң, уның өләсәһе лә бар икән...
Шулай башланып китә Стәрле­тамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ҡуйған “Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!” спектакле. Комедияның авторы – күре­некле драматург, Башҡортостандың атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре Рәлиф Кинйәбаев менән сәхнә һөйөүселәрҙе таныштырып тороуҙың кәрәге юҡ. Уның республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктә­рендә лә театр донъяһын шаулатҡан әҫәрҙәрен яратып ҡарай тамашасылар. Атап әйткәндә, “Эх, Байтимер дуҫ!”, “Айғырыңды үтескә бир!..”, “Гүргә инер сер ине…” һәм башҡа пьесалары тиҫтәләрсә йыл театрҙар сәхнәһенән төшмәй.
Әйткәндәй, “Аһ, ошо ғашиҡтарҙы!” әҫәренең дә ғүмере оҙон булырына шик юҡ. Хәйер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты режиссер Гөлдәр Илья­сованың шифалы күңел йылыһы ҡағылған пьесаны яратып ҡарамау мөмкин түгелдер.
Артистарҙы комедия жанрына яраш­лы итеп һайлай белеү ҙә ярты уңыш. Фәнзирә (Резеда Әмәкәсова, Лилиә Ахунова), Ирек (Илгиз Әким­бәтов), Нәзир (Рафиҡ Хәсәнов), Зариф (Рәсил Сынбулатов), Ғәшүрә (Рафиға Ғәлина, Гөлнара Йәрмиева), Фәррәх (Рауил Ғәлин), Риф (Таһир Фәтҡуллин) ролдәрен башҡарған артистар үҙ образ­дарының “тиреһенә” инде. Әлбит­тә, комедия кеше көлдөрөр өсөн генә ҡуйылмай, тәү ҡарашҡа көл­кө булып тойолған хәл-ваҡиғаларҙың төбөндә йәнде өтөп алыр әсе ҡур ята. Ябай ғына бер миҫал: стенала элеүле торған сәғәттә кәкүк урынына кәзә баҡыра. Эйе, көлкө һымаҡ, ләкин оҫта режиссерҙың тел төбө аңлашыла, гүйә, кәзә тамашасыға өндәшә: “Ҡайтығыҙ! Ни өсөн беҙҙе ташлап киттегеҙ? Ғүмерегеҙҙе сит тарафтарҙа исраф итәһегеҙ бит. Ваҡыт көтмәй!..” Бәхәсләшмәйем, режиссерҙа, бәлки, башҡа фекер булғандыр. Тәнҡитселәр ҙә үткерерәк һәм тосораҡ фекер соҡоп сығарыр. Нисек кенә булмаһын, уйланырға урын бар икән, тимәк, “кәзә” тиктәҫкә ҡулланылмаған. Шулай уҡ өнһөҙ генә торған ат һәм һыйыр баштары ла тамашасыға мөлдөрәп ҡарап тора бит. Зиһене бар кеше ошо ҡараштарҙа ла өнһөҙ ишара тойор!..
Подвалда йәшәп ятҡан Фәнзирә менән Ғәшүрә тураһында ла бер-ике ауыҙ һүҙ әйтмәй булмай. Ни өсөн подвалда? Был йәһәттән автор ишара­һына төшөнәһең: ҡалаға китеп, ни бында, ни тегендә рәт сығара алмай, тормош төбөнә төшөп яфаланған кешеләр әҙме ни?! Әҫәр геройҙарының “подвалда” йәшәүе шуға төртөп күрһәтә.
Ғөмүмән, ике сәғәткә яҡын барған спектакль тураһында күп һөйләргә мөмкин. Кем әйтмешләй, аштың тәмен ебәрмәҫ өсөн, телде тыям. Үҙегеҙ барып ҡарағыҙ. Үкенмәҫһегеҙ!



Вернуться назад