Виртуоз тигән исеме бар, Ҡумыҙсы тигән даны бар...02.03.2018
Республикабыҙҙа, шул иҫәптән Өфөлә төрлө мәҙәни саралар шаулап-гөрләп уҙып тора, бигерәк тә ҡыш миҙгелендә мәҙәниәт усаҡтарынан тамашасы өҙөлмәй. Мәҫәлән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, йәғни 7 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың тормошона һәм ижадына арналған “Виртуоз...” тигән документаль фильмдың исем туйы буласаҡ.

Роберт Заһретдинов Мәсетле районының Әжекәй ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән сәнғәткә ылығып үҫкән, мәҙәниәт донъяһында ҡайнап йәшәгән.
Ғәжәп бит, усҡа һыймалы, етмәһә, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына уйын ҡоралында ниндәй генә көйҙәр сыҡ­май, уның аша төрлө ҡоштарҙың тауышын, йәнлек­тәрҙең өндәрен ишетергә мөмкин! Һандуғас һайрауы ғына ни тора! Ысынлап та, Роберт Абдрах­ман улы музыка яратыусы тотош донъяны башҡорт ҡумыҙы менән таныштырып, Башҡортостанды данға күмде.
Тиккә генә яҡташыбыҙ “Донъяның виртуоз ҡумыҙ­сыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булмай. “Ҡайҙа уны шулай ҙурлағандар?” – тиһегеҙме. 1991 йылда Якутск ҡалаһында Бөтә донъя халыҡ-ара традицион халыҡ уйын ҡоралдары фестивале үткәрелә, шунда ҙур танылыу яулай. Ә 1998 йылда Австрияла халыҡ-ара фестивалдә ижадсы “Ҡумыҙ уйнау буйынса халыҡ-ара класлы оҫта” тип айырым билдәләнә. Бындай бөйөклөк күптәргә тәтемәй әле, ә ошо исемде алыу Австрия, Бельгия, Болгария, Голландия, Польша, Швейцария кеүек илдәрҙең теләгән музыка уҡыу йортонда оҫталыҡ дәрестәре биреү хоҡуғына эйә тигәнде аңлата. Ҡумыҙсы бихисап илдәргә сәфәр сыға. “Ҡайһыһында булдың тип түгел, ә ҡайһы илдә булманың?” – тип һорау урынлы яңғырар ине унан. Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Финляндия һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Өфөнөң 2-се музыка-педагогия училищеһында эшләү осоронда уҡытыусылыҡтан тыш, педагог төр­лө өр-яңы идеялар менән янған, күптәрен тормошҡа ашырған. Мәҫәлән, ағас ҡумыҙҙы камиллаштырған, электроникаға ҡушылып уйнауы барыһын да таң ҡалдырған! Уның тарафынан төрлө ҡумыҙ уйлап табылған, һәр береһенә патент алынған.
Әйткәндәй, фильм Роберт Заһретдиновтың тыуы­уына 85 йыл тулыуға бағышлап төшөрөлгән. Фильм­дың режиссеры һәм операторы – Радик Килмәмәтов.


Вернуться назад