“Илһамланып бында ижад иткән Башҡорт бөйөк “Урал батыр”ын...”28.02.2018
Башҡорт ҡаны – милли йәнем.
Ғүмер буйы кешелекле,
Кешеләргә изгелекле
Ерем-һыуым, атҡан таңым,
Башҡаларға оҡшамаған;
Башҡаға холҡон таҡмаған
Мәңге тыйнаҡ милли йәнем.

Назар НӘЖМИ.

* * *

Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә,
Ҡурай булып сәскә атҡан йырың,
Йырҙарыңды ҡыра алмай ҡырғын!
Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа –
Үткерлеге уның ҡылысыңда,
Ә ҡылысың һәр саҡ ҡул осонда
Булған борон.
Утта янмаҫ,
Һыуҙа батмаҫ йырым минең –
Башҡортостан!

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА.

* * *

Ағиҙелдәй ғәзиз йылға юҡ.

Рәшит НАЗАРОВ.

* * *

Атам кейәү булған ер,
Әсәм килен булған ер,
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуың эскән ер!
Ай, Уралым, Уралым,
Барына ата Уралым,
Барына инә Уралым.

“Ай, Уралым, Уралым” ҡобайырынан.

* * *

Улар (башҡорттар. — Ф. М.) үҙҙәренең тауыштарын йәнлектәр һәм төрлө ҡоштар тауышына оҡшатып күрһәтте, быны шул тиклем уңышлы итеп эшләнеләр, хатта ысын ҡош тауышын башҡорттоҡонан айырыуы ҡыйын ине.

И. И. ЛЕПЕХИН.

* * *

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.

Рәми ҒАРИПОВ.

* * *

Быуаттарҙан инде быуаттарға
Ораныңды илткән елкәйең,
Телгеләнмәй ҡалған ерең бармы,
Башҡортостан, тыуған илкәйем.

Тимер ЙОСОПОВ.

* * *

Эйе, халыҡ үҙенең күплеге менән түгел, ә тарихтағы бөйөк эш-ғәмәлдәре менән, быуаттарҙа күренерлек эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәре менән бөйөк.

Шамил АНАҠ.

* * *

Ҡымыҙҙы теләһә ниндәй ваҡытта, күпме теләйһең, шул тиклем эсеп була. Ҡымыҙ эскәндән һуң шат күңеллелек, һаулыҡтың яҡшырыуын һиҙәһең, кешенең йөҙө һәйбәтләнә. Минеңсә, ҡымыҙҙы алмаштырырлыҡ бер ниндәй ҙә ашамлыҡ йә эсемлек табыу мөмкин түгелдер.

В.И. ДАЛЬ.

* * *

Аллаһ бар яһаған Уралтауҙа
Ҡорған халҡым тирмә-сатырын.
Илһамланып бында ижад иткән
Башҡорт бөйөк “Урал батыр”ын.

Рауил БИКБАЕВ.

* * *

Хайран ҡалмаҫлыҡмы — ерҙә үҫеп
Ултырған бер ябай ҡурайҙы
Киҫеп ал да, дүрт-биш тишек тиш тә
Тының менән шунан “Сибай”ҙы
Һуҙып-һуҙып тартып ебәр әле…

Назар НӘЖМИ.

* * *

Башҡорттар — абстракт фекерләүгә һәләтле, зирәк аҡыллы, һөйкөмлө халыҡ, улар сиктән тыш тәьҫирләнеүсән, хыялға бирелеүсән, ҡыҙыу, ләкин тиҙ һүрелеүсән, киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ, — уларҙы тик ялҡау ғына таламай һәм иҙмәй.

Ф.Д. НЕФЕДОВ.

* * *

Башҡортостан, ысынлап та, гөлдәр иле,
Матурлыҡҡа тиңе булмаҫ илдәр иле.
Һаҡлайыҡ беҙ, яҡлайыҡ беҙ илебеҙҙе,
Аҫыл заттар тамыр йәйгән еребеҙҙе.

Рәшит ШӘКҮР.

Рубриканы
Факил МЫРҘАҠАЕВ
алып бара
.


Вернуться назад