15 —17 мартта Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы бөйөк бейеүсенең тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары үткәрә.Сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында Рудольф Нуриевтың С.М. Киров исемендәге опера һәм балет театрында эшләгән осорҙағы яҡын дуҫы Тамара Ивановна Закржевская ла бар. Ул — “Рудольф Нуриев. Киров сәхнәһендә өс йыл: замандаштарҙың хәтирәләре” (“Рудольф Нуреев. Три года на Кировской сцене: воспоминания современников”) китабының авторы. Әйткәндәй, был әҫәр Нуриев тураһындағы китаптар рейтингында оҙаҡ йылдар инде беренсе урынды биләй.
Мәшһүр бейеүсе Өфөлә үҫә, әле Башҡортостандың балет мәктәбе урынлашҡан бинала уҡый. Ошонда, башҡорт ерендә, дәүләт опера һәм балет театрында уның ижади тормошо башлана.
Сара нигеҙендә ХХ быуаттағы бейеү оҫтаһына арналған күргәҙмә асыласаҡ, абруйлы ҡунаҡтар, колледжды тамамлаусылар менән осрашыу ойоштороласаҡ.
15 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “РУДИ — NEFER OFF...” спектакле ҡуйыла, 16 мартта иһә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашасыларҙы буласаҡ донъя йондоҙо тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған “Сыңрау торна” балетына саҡыра.
Гала концертта, 17 мартта, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы уҡыусылары, шулай уҡ танылған балет артистары сығыш яһай. Шулай уҡ унда Мария театры солистары Рената Шакирова менән Башҡортостан хореография колледжын тамамлаған Ирина Сапожникованың килеүе көтөлә.