Башҡорт, татар моңдары онотолмай, иҫкә төшә. Бигерәк тә Фәриҙә Ҡудашеваның моңло тауышы күңелемдән китмәй. Тик кенә тороп йырлай ине, ә моң ағыла. Йыр-моң кеше күңеленә шул тиклем көслө тәьҫир итә, көлдөрә, уйландыра, илата ла. Композиторҙар ҙа тәрән хисле булғандыр инде, бер яңы йыр сыҡһа, бөтә кеше отоп йырларға тырыша торғайны.
Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның бирелеп уйнауын бер кем дә ҡабатлай алмаҫтыр инде. Ғәзим Ильясовты, Радик Динәхмәтовты гел генә тыңлағы килеп тора. Әммә бөгөнгө күп артистар машина йыуғанда ла, утын киҫкәндә лә йырлай. Кеше отоп йырларлыҡ матур көйҙәр ҙә юҡ бит инде. Артистар әлдә отоп йырлайҙар әле ул көйҙәрҙе. Һуғыш йылдарында, унан һуңғы осорҙа ниндәй яҡшы пьесалар, көйҙәр яҙғандар. Беҙҙе әсәйҙәр клубҡа алып бара торғайны, әле лә хәтерҙә: ҙур ағайҙар сабаталары менән таҡмаҡҡа тыпылдатып бейей. Ә пьесалар ниндәй ине... “Аҫылйәр”, “Ғәзизәкәй балдыҙ”, “Ғәлиәбаныу” спектаклдәренең көйҙәре шул тиклем матур бит. Әлеге йәштәр уйнай алыр инеме икән? Шундай матур көйҙәргә ниңә дисктар сығармайҙар? Ҡартайғас, кеше артҡа күберәк әйләнеп ҡарай, тиҙәр бит. Бәлки, миңә лә шуның өсөн генә элекке заман матурыраҡ күренәлер?
Г. ШӘМСЕТДИНОВА.