Назар Нәжми рухы яңғыраны сәхнәнән21.02.2018
Назар Нәжми рухы яңғыраны сәхнәнәнСтәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Күптәрҙе бит йырҙар осраштыра” исемле театрлаштырылған концерт программаһы булды.


Башҡортостандың халыҡ шағиры, ҡыйыу драматургтың ғүмеренә һәм ижадына байҡау яһар өсөн йәш режиссёр, сценарий авторы Зиннур Сөләймәнов, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөн һәм башҡорт драма театры актёрҙарын туп­лап, йөкмәткеле тамаша менән һөйөндөрҙө. Назар Нәжмиҙең йәш, дәртле студент сағын Марат Зөбәйеров күҙ алдына баҫтырҙы, ир ҡорона ингән осорон Илфир Баймырҙин уйнаны. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғәлингә шағирҙың халыҡ араһында танылыу яулаған осорон кәүҙәләндереү, уның фәлсәфәүи уйҙарын, кешелекте алға әйҙәгән шиғырҙарын тамашасыларға еткереү бурысы йөкмәтелгәйне. Актерҙарҙың Назар образын күңел биреп башҡарыуынан шағир яңынан терелгәндәй булды. Етмәһә, кисәлә Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙың яңғырауы тамашасыны берсә дәртләндерҙе, берсә уйландырҙы, сөнки шағирҙың талантына һоҡланмау мөмкин түгел шул.
“Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солистары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәзинур Хужахмәтов, Гүзәлиә Татлыбаева, Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкировтар, Ришат Хәмитов, Илдар Әбдрәшитов, Илдар Рәхимғолов башҡарған “Аҡ шишмә”, “Берәүҙең берәүенә”, “Һиңә тағы мин бер киләм әле” тигән йырҙарға залда ултырған тамашасылар ҡушылып йырлап рәхәтләнде. Эйе, күптәрҙе бит йырҙар осраштырыуы, Назар Нәжми яҙғандай, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер...



Вернуться назад