2017 йыл аҙағында Өфөләге “Ағиҙел” журналы китапханаһы” нәшриәтендә талантлы яҡташыбыҙ, алдынғы уҡытыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, арыу белмәҫ ижадсы Миңзәлә Хәлилованың “Төштәге осрашыу” тип аталған хикәйәләр китабы донъя күрҙе. “Дим” әҙәби берекмәһендә уның менән иңгә-иң терәп күп йылдар бергә ижад иткән дуҫтары өсөн дә был ваҡиға оло асыш булды. Әлегә тиклем күптәребеҙ күҙәтеүсән тәбиғәтле, тәрән хисле оҫта шағирә тип белгән Миңзәлә Вәсил ҡыҙы бынамын тигән проза әҫәрҙәре лә ижад итә икән дәбаһа! Йыйынтыҡҡа барлығы ун биш хикәйә ингән. Уларҙың сюжеты бик ябай ғына: ошондай уҡ хәлдәрҙең һәр ауылда, һәр төбәктә булыуы ихтимал. Әммә көндәлек тормоштағы тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына күренгән осраҡты тотоп алып, уны ҡәләм осона алыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәйҙер ул, моғайын. Иң мөһиме – яҙғандарың башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек, уҡыусыны һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың уртаһына өйрөлтөп алып инеп китерлек булырға ла тейеш бит әле. Был йәһәттән Миңзәләнең тәүге проза китабы, минеңсә, бик уңышлы килеп сыҡҡан. Баҫма бер тынала уҡыла, аҙаҡ та күңелдән китмәй, уйландыра, тел байлығы, образлылығы менән хәтергә инеп ҡала.
Автор һәр хикәйәһендә бөгөнгө ысынбарлыҡтың уйлы замандаштарыбыҙҙы борсоған кире күренештәренә үҙ мөнәсәбәтен белдерә, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең, ғаилә тәрбиәһенең ролен юғары баһалай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тыйнаҡ, баҫалҡы тәбиғәтен асып бирә. Яуызлыҡ һәм изгелек, хыянат һәм тоғролоҡ, нахаҡ һәм хаҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе, оҙон-оҙаҡ сурытып тормайынса, геройҙарының холоҡ-ҡылығы аша күрһәтә белеүе менән дә һоҡландыра Миңзәлә Хәлилова.
Айырыуса “Юғалған моңдо эҙләгәндә”, “Ҡапҡа төбөндә... кем ул?”, “Бер ус ҡына кәнфит”, “Көмөш һырғалы килен” исемле хикәйәләре күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына сиртә. Үткәндәрҙе һағыныу, киткәндәрҙе юҡһыныу, бәғзе берәүҙәрҙең миһырбанһыҙлығына әрнеү кеүек тойғолар ирекһеҙҙән уҡыусыға ла күсә. Ғөмүмән, һәр хикәйә ниндәй ҙа булһа аныҡ хәл-ваҡиғаны тасуирлап ҡына ҡалмай, ә тирә-йүндәгеләрҙең күркәм сифаттарын күрә, донъяуи ҡиммәттәрҙе баһалай белергә өйрәтә.
Һүҙ ыңғайы шуны ла өҫтәп китәйек: Миңзәлә Хәлилованың “Төштәрҙә лә була осрашыу” исемле хикәйәһе “Ағиҙел” журналының былтырғы 11-се һанында донъя күрҙе. Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр бәйгеһенә ярашлы баҫылған ошо әҫәре менән Миңзәлә журналдың дәртләндереү призына лайыҡ булды. Ошо уңыштарына таянып, быға тиклем район халҡы араһында ғына түгел, республика матбуғаты менән дә дуҫ булған, һәр кемгә шағирә сифатында танылған яҡташыбыҙҙың проза өлкәһендәге тәүге аҙымдары ла ышаныслы, өмөтлө күренә. Бай тормош тәжрибәһе, күҙәтеүсәнлеге, һиҙгер аҡылы Миңзәлә Вәсил ҡыҙына артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр яуларға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА,
матбуғат ветераны,
Башҡортостан һәм Рәсәй
Журналистар союзы ағзаһы.