Кем ул тәбиғәт йырсыһы? Әлбиттә, Флүр!16.02.2018
Кем ул тәбиғәт йырсыһы? Әлбиттә, Флүр!Ул ҡоралын алды ла йәнә урманға юлланды. Бәлки, бөгөн юлы уңыр. Тәбиғәттә көн дә үҙгәрештәр булып тора, көтмәгәндә, уйламағанда берәй ҡошто, хайуанды осратыр. Инде ҡырҡ йылға яҡын уның ошо хозурлыҡтан айырылғаны юҡ, әле лә ул ҡулындағы ҡоралынан һәм Хоҙай биргән хозурлыҡтан тыш тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай.

Һәр саҡ хәрәкәттә, эҙләнеү юлында бул­ған, тәбиғәткә сығып, уның иң матур күренештәрен, мөғжизәләрен мәңгеләш­тереү, ижады аша кешелә тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш уятырға тырышыу фоторәссам Флүр Ғазиндың ғүмер мәғәнәһенә әйләнгән.
Ул бер ваҡытта ла төп ҡоралы – фотоаппаратын ҡулынан төшөрмәй. Юлда булғанында ла тәбиғәт күренештәрен, үҙгәрештәрен объективҡа эләктерә. “Фотоаппаратты һәр саҡ әҙер тоторға тырышам, сөнки өс секундта сығарып, төшөрөп өлгөрөргә кәрәк. Әгәр ҙә ошо мөмкинлек менән файҙалана алмаһам, бер ай буйы тыныслана алмай йөрөйөм. Яңыраҡ, Магнитогорск ҡалаһынан ҡайтып барғанда, Әбйәлил районында юл буйында төлкө осраны. Ул меҫкенкәй башына кейелгән майонез һауытын ысҡындырып маташа ине. Автобус иһә “һә” тигәнсе үтте лә кит­те. Уны төшөрөргә теләп, автобус води­теленә: “Әйҙә, кире борол, түләйем”, – тип һорап, тәүҙә 50 һум, аҙаҡ иһә хаҡты 1000 һумға тиклем күтәреп, өгөтләп ҡара­ным. “Пассажирҙар бар бит”, – тип тыңла­маны. Ошо кадрҙы төшөрә алма­ғаныма шул тиклем күңелем әсенә”, – ти уҙаман.
Эйе, билдәле фотограф, журналист Флүр Ғазиндың ижады менән таныш булмағандар һирәктер. Уның тәбиғәткә арналған мәҡәләләре һәм һүрәттәре “Шоңҡар”, “Аманат” журналдары, “Йәшлек” гәзите һәм башҡа баҫмаларҙа йыш баҫыла. Һәр әҫәре мауыҡтырғыс һәм фәһемле. Флүр Ғазинды үҙебеҙҙең Василий Песков тип атаһаҡ та була.
Замандашыбыҙ кендек ҡаны тамған Бөрйән еренә хыянат итмәй. Республика матбуғатында эшләү мөмкинлеге булһа ла, Иҫке Собханғол ауылында төпләнә. Тәбиғәткә ғашиҡ уҙаман йортон да тәбиғәт ҡосағында – урман эсендә һалған.
“Ғүмер буйы Бөрйәндә торам”, – тип ул үҙенең тыуған ерендә йәшәүе менән һәр саҡ ғорурлана. Эйе, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, уны йәнтөйәге гелән үҙенә тартып тора.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса ул бала сағында Баймаҡ районында ла йәшәй. Нәҡ шул ваҡытта – 13 йәшендә – ул тәү башлап ҡулына “Смена – 8М” фотоаппаратын ала. Хәл былай була. Яҙыуға маһир үҫмер ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләрен баҫтырып тора. Сираттағы мәҡәләгә һүрәт талап ителгәс, Темәс ауылы буйлап фотограф эҙләй. Ул заманда ҙур Темәстә бары бер кеше генә фотоға төшөрөү менән шөғөлләнгән була. Ағай үҫмергә бик теләп ярҙам итә. Етмәһә, үҙенең архивынан ҡаяның тәү асылын сағылдырған фотоны ла табып бирә, шулай уҡ яңы торошон да төшөрә. Үҫмер күп уйлап тормай, эште ҙурҙан алып, мәҡәләһен “Совет Башҡор­тоста­­ны” гәзитендә баҫтырта. Йәш хәбәр­сенең ҡыйыу рәүештә ауыл һәм экологияға ҡағылышлы мөһим мәсьәләне күтәргән сығышы районда ҙур тауыш ҡуптара. Бер түрәнең “еңел” уйлауы сәбәпле, Темәс ауылы эргәһендә урынлашҡан Һәүәнәкташ ҡаяһын шартлатып, тәбиғәт ҡомартҡыһына тергеҙелмәҫлек зыян килтерелә. Шул саҡта уҡ тирә-яҡ мөхитте яҡлап сығыш яһарға баҙнат иткән малай ниндәй ҡыйыу булған. Мәҡәләлә ҡаяға килтерелгән зыянды факт - фотолар аша иҫбатларға ла башы еткән. Әлбиттә, кәрәкмәгәнде күргән йәш хәбәрсе ошо мәлдә тәү “туҡмағын” да ала. Өҫтә ултырған түрәләр башынан һыйпамай һәм артабан мәҡәләләр яҙғанда ла кәңәшләшеп эшләргә тәҡдим итә.
Был ваҡиғанан һуң үҫмер бер ҙә бирешмәй, киреһенсә, дәртләнеп яҙыша башлай. Ҡая һүрәте менән ярҙам иткән ағайҙың – Барый Буранбаевтың – кәңәшенә ҡолаҡ һалып, фотоға төшөрөү менән ныҡлап мауыға башлай. Оҫталығы армия сафтарында ла ярап ҡала: иптәштәрен фотоға төшөрөп ҡыуандыра. Шулай итеп, Флүр Ғазин өсөн бала саҡ мауығыуы тормош рәүешенә, мәғәнәһенә әйләнә. Армиянан ҡайтҡас, 1-се профессиональ-техник училищеға уҡырға инә. Училище Советтар Союзында фото хәбәрсе һөнәренә өйрәтеүсе берҙән-бер уҡыу йорто була. Унда Украина, Белоруссия, Үзбәкстан, Әрмәнстан союздаш республикаларынан, Татарстан, Яҡут, Ҡалмыҡстан Автономиялы республикаларынан килгән ҡыҙ һәм егеттәр фотоға төшөрөү серҙәренә төшөнә. Бөрйән егете үҙенең төркөмөндә белем алған 16 милләт вәкиле араһында берҙән-бер башҡорт милләтле студент була.
Уҡыуҙы тамамлағас, Флүр Ғазин Бөрйән районының “Таң” гәзитендә ун йыл эшләй. Тос һәм үткер мәҡәләләре, ҡабатланмаҫ һүрәттәре менән гәзит уҡыусыны ҡыуандыра. Шул саҡта уҡ уның тирә-яҡ мөхит, экология темаһына битараф булмауы ижады аша сағыла. Этюдтар, пейзаждар гәзиттә даими сығып тора.
Бөрйән айыуындай дәү кәүҙәле Флүр Ғазин – бер күреүҙә, танышыуҙа уҡ иҫтә ҡала торған шәхес. Ул үҙенең тура һүҙ­лелеге, эскерһеҙлеге, алсаҡлығы, ихлас­лы­ғы менән уҡыусыны арбай. Ә инде тәбиғәт, хайуандар донъяһы тураһында һөйләй башлаһа, бөтөнләй асылып китә, туҡтатырмын тимә.
Флүр Ғазин юҡ-барға бошоноп, юғалып ҡала торғандарҙан түгел. Кәрәк икән, тота ла эшләй. Ошо дыуамал холоҡ-фиғеле уны фермер итә лә инде. Илдә үҙгәрештәр башланғас, 90-сы йылдар башында район үҙәгенән дүрт тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, юлы ла булмаған ташландыҡ Иҫәнғазы ауылы эргәһенән ер ала.
– Ике-өс йыл эсендә бесән әҙерләнем, картуф сәсеп ҡараным, һарыҡ алдым, бура бураным. Бесәнде ара алыҫ, юл булмау сәбәпле сереткәс, картуф уңмағас, һарыҡтарымды бер төндә бүре талағас ҡына, фермер эшенең еңел булмауын аңланым. Ҡулыма яңынан һағындырған, өйрәнелгән фотоаппаратты алдым. Тәүҙә район үҙәгендә “Фотография” салоны астым. Кешеләрҙе документҡа, портретҡа, шулай уҡ төркөмдәр менән төшөрөү эшен яйға һалдым. Ул арала урман-ҡырҙарға сығып, тәбиғәтте төшөрөү менән дә мауыҡтым, – ти ул.
Тик бер йүнәлештә, маҡсатлы эшләү уны яңы ижади үрҙәргә әйҙәй. Район үҙәгендә йә Өфөлә булһынмы – ҡанатланып күргәҙмәләр ойоштора. Уның зауыҡлы, юғары сифатлы, тәрән мәғәнәле һүрәттәре менән танышҡандар эштәрен һәр саҡ юғары баһалай.
Заман һулышын тоя белгән заман­дашыбыҙ тәүҙә Шүлгәнташ ҡурсаулығы алдындағы Морат туғайында, директорҙан рөхсәт алып, тәбиғәтебеҙҙе сағылдырған фотоларын һата башлай. Ун йыл элек ер алып, киоск ултырта. Әле ул – туристарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек ике ҡатлы сувенирҙар магазины хужаһы.
– Тәүҙә килеүселәргә үҙебеҙҙең ра­йондың пейзажын сағылдырған һүрәттәрҙе һаттым, аҙаҡ календарь, альбомдар сығара башланым. Эштәрем араһында ғүмер буйы тупланғандары ла, яңы төшөрөлгәндәре лә бар. Хәҙер беҙҙең ер-һыу атамаларын русса нисек етте шулай атай башланылар. Һәр кем үҙенсә исем ҡуша, икенсеһе уны элеп тә ала. Уны кемдер фотоға төшөрөп, Интернетҡа “яңы ҡушҡан” исем менән һала. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен “Капово” тип йөрөтәләр. Иң ҡыҙғанысы – үҙебеҙҙең ха­лыҡ шулай атай. Уларҙан айырмалы рәүештә, сит илдән килгән туристарҙың, рустарҙың да күпселеге “Шүлгәнташ” тип әйтә. Шуға ла фотоларҙа ер-һыуҙы халыҡ­та нисек булған, шул исемен башҡортса һәм русса яҙыуҙы төп маҡсат итеп ҡуям. Тарихи атамаларҙы юғалтмаҫҡа кәрәк, – ти Флүр Ғазин.
Оҫтаның эше күп. Әлеге ваҡытта турис­тар өсөн аттар тураһында китап сығарыу өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ Яҡтыкүл, Талҡаҫ күлдәре, Ирәмәл тауы буйынса бәләкәй китаптар сығарырға йыйына. Хыялдары ҙур уның. Шуларҙың береһе – Башҡортос­тан буйынса йөрөп сығып, тәбиғәтен төшөрөү.
Флүр Ғазинды өйҙә тап итеүе ауыр, сөнки ул һәр саҡ юлда. Бөгөн Өфөлә булһа, иртәгә – Баймаҡта, иртәнән һуң – Әбйәлилдә... Тормош иптәше лә уның сәйәхәт итеүенә өйрәнеп бөткән. Ул бер-ике көн өйҙә торһа, ҡатыны: “Бөгөн берәй ҡайҙа бармайһыңмы? Оҙаҡлап киттең дәһә”, – тип шаяртып та ала. Әйткәндәй, тәүҙәрәк хәләл ефетен үҙе менән алып йөрөгән. Бер аҙҙан, ҡатын-ҡыҙ менән урман гиҙеү хәүефле булыуын аңлап, төрлө көтөлмәгән хәлдәрҙән ҡурсалап, үҙе менән алмай башлаған.
Флүр ағай – тәбиғәт балаһы. Хоҙай уны гүзәл төйәгебеҙҙе ҡурсалау, данлау өсөн тыуҙырған. Әле лә ул кешенең тирә-яҡ мөхиткә ҡырағайҙарса ҡарауына ныҡ борсола.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡош-ҡортта­рыбыҙ ҙа йылдан-йыл кәмей, урмандар ҙа һирәгәйә. Йә был районда, йә теге районда бүреләр үрсегән, атырға кәрәк, тигән кешеләрҙе аңламайым. Күҙәтеүҙәрем буйынса, бары өс өйөр самаһы йөрөй. Айыу­ҙар ҙа хәҙер иҫәпле генә ҡалды. Һуйыр ҙа бер-ике йылдан бөтөр хәлгә етәсәк. Был ҡош шул тиклем ярҙамһыҙ, яҙын уй­нағанда хәүефте онотоп, әллә ҡайҙан үҙе­нә саҡырып ултыра. Матур­лыҡты белмә­гән, тәбиғәтте яратмаған әҙәмдәр меҫкен­дәрҙе йәлләмәйенсә ата. Һуңғы ваҡытта тейенде лә осратҡаным юҡ. Ҡоралай ҙа әҙ ҡалған. Ул бахырҙар ҡар күп булғанда дошманынан ҡаса алмай һәләк була. Ҡурсаулыҡҡа килтерелгән маралдар ҙа кәмегән. Әле ҡуяндың бер аҙ артыуы күҙә­телә. Бөркөттәргә лә юғалыу хәүефе янай. Хәҙер урманда бурһыҡ осратырмын тимә. Ә бит береһе лә: “Бурһыҡ юғалыу өҫтөндә”, – тип яу һалмай, мәсьәләне күтәрмәй.
Ҡайһы бер әҙәмдәр ҡурсаулыҡ биләмә­һендә һунарсылыҡ итергә лә оялмай. Балыҡты ла “ҡытай ауы” менән рәхәтләнеп һөҙәләр. Ғөмүмән, бөгөн тәбиғәтебеҙ шул тиклем яҡлауһыҙ. Әлеге ваҡытта “бәләкәй дуҫтарыбыҙҙы” ҡырыу бара. Беҙҙең илдә генә тәбиғәткә шундай мөнәсәбәт йәшәй. Халыҡ “тәбиғәт мәңге шулай һаҡланыр” тип уйлай, әммә был ҙур хаталаныу. Һыу­ҙың да ҡәҙерен белмәйбеҙ, ә бит киләсәктә ул алтынға тиң буласаҡ. Тәбиғәтте йәбер­һет­кәндәргә асыуым шул тиклем көслө, шу­ға ла браконьер үлһә, мин ҡыуанам. Ысынында шулай уйлайым. Үҙем һунарға ҡаршы, йәнлек ауларға йөрөгәнем дә юҡ”, – ти ул.
Ғүмере буйы фотоаппаратынан айы­рыл­маған, тәбиғәттең матурлығына һоҡ­ланып, ижады аша халыҡҡа еткерергә тырышҡан ҡәләмдәшебеҙҙең ҡайһы берәү­ҙәргә ҡаты итеп әйткән һүҙҙәрен тәнҡитләп булмай, сөнки уларҙа хаҡлыҡ ята.
Туризмды үҫтерәбеҙ, төбәккә башҡа­ларҙы йәлеп итәбеҙ тиһәк, иң беренсе беҙ тирә-яҡ мөхиттең именлеген ҡайғыр­тырға, матурлығын һаҡларға бурыслыбыҙ.
Тәбиғәт йырсыһы булған уҙамандың ижа­ды ҡәләмдәштәре араһында юғары баһалана.
– Мин Флүр ҡусты менән алты-ете йыл яҡындан таныш. Ә быға тиклем ижады аша ғына белә инем. Уның һүрәттәре аша Бөрйән, Урал тәбиғәтен күреп, танып, һоҡ­ланып йәшәйем. Ул фото тигән әҫәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә, сөнки бөтә нәмәне күҙ менән күрерлек итеп алдыбыҙға ҡуя. Унда фоторәссам тотоп алған матурлыҡ үҙенән-үҙе тыуған илгә һөйөү уята. Мин үҙем дә бәләкәйҙән фотоға төшөрөү менән мауыҡтым һәм һәүәҫкәр кимәлендә туҡтап ҡалдым.
Флүрҙең эштәрендә юғары оҫталыҡты күрәм. Техник яҡтан да, художество йәһәтенән дә. Һүрәттәрендә бәләкәй генә деталдән дә образды сағылдыра алыуы уның үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын күрһәтә. Флүр кеүек оҫта фоторәссам булып китә алмағас, яҡташымдың һәләтенә һәр саҡ һоҡланып та, яҡшы уйҙар менән көнләшеп тә ҡарайым. Ә бит сәнғәттең иң юғары талабы – тамашасыны һоҡлан­дырыу, эстетик тәрбиә биреү. Сәнғәттәге ошондай кешеләр – республиканың, ил­дең, милләттең йөҙө. Яңыраҡ “Ағиҙел” жур­налы мөхәрририә­тендә Флүрҙең һүрәт­тәрен ҡарап, ыңғай баһа биреп, ижадына һоҡланып ултырҙыҡ. Уның художест­волы фото әҫәрҙәре йәмғиәтебеҙ өсөн әһәмиәт­ле роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта фото сән­ғәтенең функцияһы һәм мөмкин­лек­тәрен дә еткерә. Хәҙер уға дәүләт тарафынан баһа биреүҙәрен көтәбеҙ, – тине БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Юнир Салауатов.
Һәр кем был донъяға ниндәйҙер бурыс үтәргә ебәрелгән. Флүр Ғазин да үҙ иңенә алған эште лайыҡлы атҡара, ал-ял белмәй алға бара. Ә инде тәбиғәт йырсыһын илһамландырған мөхиттең матурлығы һүрәттә генә ҡалмаһын, Флүр Ғазин кеүек оҫталар һәр саҡ кинәнеп төшөрөрлөк хәлдә һаҡланһын, тип теләргә генә ҡала.


Вернуться назад