Һәр әҫәрҙең сере бар...14.02.2018
Фәрүәз Сәйфуллин башланғыс мәктәптә уҡығанда уҡ яҙыусы булырға хыяллана. Уның тәүге шиғырҙары стена гәзитендә баҫыла, байрамдарҙа яңғырай. Өлкәнерәк кластарҙа райондың “Восход”, “Ленинсы” гәзиттәрендә исеме күренә башлай, уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.
Өсөнсө курста, көндөҙгө бүлектән ситтән тороп уҡыуға күсеп, мәктәптә эшләй башлағас, уның әҙәби ижады һүлпәнләнә төшә, сөнки ул мөкиббән китеп шәхес ижад итеүгә тотона. Педагогик эште үтә лә яратып башҡара. 42 йыл эсендә ул мәғариф системаһының бөтә этаптарын да тиерлек үтеп сыға. Урта мәктәптән тыш, башланғыс һөнәри белем биргән уҡыу йортонда ла, педагогия колледжында ла, институтта ла, университетта ла, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында ла эшләй. Бөгөн ул – Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында профессор.
Әммә Фәрүәзде бала саҡтағы яҙыусы булырға теләге бер ваҡытта ла ташламай. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә әүҙем ижад итә. Уның шиғыр, хикәйәләре “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Атайсал” гәзиттәрендә баҫылып тора. Ул – ике китап авторы. “Ғәфү ит” тигән тәүге йыйынтығы 2005 йылда донъя күрһә, “Юғалтыу һағыштары” тигәне быйыл баҫылып сыҡты.
Билдәле яҙыусы, “Атайсал” гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов авторҙың һуңғы китабы хаҡында былай тип яҙҙы: “Фәрүәз “Юғалтыу һағыштары” тип аталған, яртыһы шиғырҙарҙан, яртыһы хикәйәләрҙән торған китап сығарған икән. Шиғырҙарын уҡып иҫем китте, ундағы фекер тослоғо, образдар киңлеге һәм тығыҙлығы, тел байлығы әсир итте”.
Ауырғазы район китапханаһы директоры З. Хөсәйенова авторға яҙған хатында: “Хикәйәләрегеҙҙе уҡып, илаштыҡ”, – тине.
Фәрүәз Сәйфуллиндың әҫәрҙәре, ысынлап та, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, йөрәкте елкетә. Ул төрлө темаға яҙа. Әммә мөхәббәт темаһы өҫтөнлөк итә. Донъяға, тормошҡа һөйөү менән ҡарай. Мөхәббәт кешене йәшәтә, бейеклектәргә үрләтә тип иҫәпләй. Был уй, мәҫәлән, уның “Хат” тигән шиғырында бик асыҡ сағыла.
Хәрефтәргә тыңҡыслап
Тултырҙым да наҙҙы,
Аҡ болотҡа – ҡағыҙға
Һөйөү хаты яҙҙым.
Яҙған хатым, күрәһең,
Уға барып еткән,
Миңә ҡарап Ай ҡыҙы
Эй йылмая күктә.
Ғашиҡтарға кәртә юҡ,
Юҡ уларға яра.
Ҡанатланып һөйөүҙән
Айға осоп барам.
Фәрүәздең шиғырҙары үтә лә хисле. “Йөрәк осоп сығып китер төҫлө…” тигән бәләкәй генә шиғырында был асыҡ күренә:
Ҡулдарымды ҡулдарыңа һалам,
Ҡулдарыңдың cихри көcө бар.
Йөрәк осоп сығып китер төҫлө…
Һөйөүемә – йөрәк, ә йөрәккә
Күкрәк cитлегенең эсе тар.
Автор шиғриәт үҙенсәлектәрен аңлап ижад итә. Уның әҫәрҙәре декларатив стилдән, ҡоро һүҙ һөйләүҙән азат. Ул ысынбарлыҡты образдар аша сағылдыра. Уңышлы деталдәр, сағыштырыуҙар ҡуллана. Быларҙы уның һәр шиғырында, хикәйәһендә осратаһың. Мәҫәлән, “Шатлыҡ” тигән шиғырында:
Белоретҡа китеп барам –
“Пазик” елә осҡан уҡтай.
Күк йөҙөндә аҡ болоттар,
Самолеттар, ҡоштар туҡтай, – тип яҙһа, “Аҡ юлда” тигән шиғырында:
Аҡ ағастар – аҡһаҡалдар
Миңә, ана, аҡ юл теләй.
Шығыр-шығыр килеп ҡарҙар
Ҡолағыма шиғыр һөйләй, –
тигән юлдар менән тәбиғәтте йәнләндереп, әйтергә теләгән фекерен уҡыусыға аңлайышлы итә.
Шиғриәтендә Фәрүәз мөхәббәт темаһын тыуған илгә, телгә, халыҡҡа, тормошҡа һөйөү менән үреп алып бара. Уның “Ил асыуы”, “Туған тел”, “Йыр-моң” тигән әҫәрҙәре быға дәлил. “Туған тел” тигән шиғыры, мәҫәлән, шундай тәрән йөкмәткеле строфа менән тамамлана:
Астан үлеп барыусыға
Бирһәләр икмәк телеп,
Ул терелә. Милләтемдең
Икмәге – туған теле.
Шиғырға һыймаған хис-тойғоларын, фекерҙәрен автор хикәйәләрендә сағылдыра. Баһаланған китапта ун хикәйәһе баҫылған. Уларҙа күбеһенсә педагогик темалар – кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, тәрбиә, ғаилә мәсьәләләре яҡтыртыла. “Атайымды таптым”, “Юғалтыу”, “Быяла банка” хикәйәләрендә ата-әсәләрҙең хаталары арҡаһында етем ҡалып, тормош михнәттәрен татып үҫкән балалар тураһында һүҙ бара. Уларҙың шул ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тырышып-тырмашып белем алып, һәйбәт шәхестәр булып үҫеүе һүрәтләнә.
“Ҡурҡыныс һүҙ” хикәйәһендә наркотик ҡулланып, ата-әсәһен ауыр хәлгә дусар иткән Фәниә исемле ҡыҙ төп герой булып тора. Хикәйә аҙағында ул да дөрөҫ юлға төшә, наркоманияға ҡаршы көрәшеү маҡсатында медицина университетына уҡырға инә.
Ф. Сәйфуллиндың хикәйәләре тормоштағы реаль факттарға нигеҙләнеп яҙылған. Был турала ул үҙе бына нимә ти: “1994 йылдан бирле беренсе курс студенттарынан уларға осраған, кисергән, шаһит булған тетрәндергес ваҡиғалар хаҡында инша яҙҙырам. Уларҙы йыйып алғас, илай-илай уҡыйым һәм, һайлап алып, хикәйәләр ҡорам”.
Фәрүәз Әбдрафиҡ улынан: “Ни өсөн һеҙ улай 20 йыллап яҙышмай тороп, ҡапыл яңынан ижадҡа тотоноп киттегеҙ?” – тип һораным. Ул: “Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының Сибай бүлексәһе бала саҡтағы теләгемде, әҙәби ижадҡа ынтылышты яңыртып ебәрҙе, – тип яуап бирҙе. – Бигерәк тә бүлексәнең ул саҡтағы етәксеһе Х. Тапаҡов тынғылыҡ бирмәне. Урамда осраған һайын: “Яҙ, яҙ! Яҙғаныңды алып кил”, – тип теңкәгә тейҙе. Көндәрен, сәғәттәрен әйтеп, бүлексәгә саҡырҙы. Бер нисә тапҡыр яҙғандарымды күмәкләп тикшереүҙе ойошторҙо. Уның был “ҡылығын” яңы етәксе Миләүшә Ҡаһарманова ла дауам итте. Әҫәрҙәремде тикшереүҙә ғалимдар, яҙыусылар Ғ. Бүләкова, Ә. Яхина, З. Фәйзуллина, Л. Яҡшыбаевалар әүҙем ҡатнашты. Бөгөн Сибайҙа, уны уратып алған райондарҙа әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр күбәйҙе. Улар араһында башҡортса ғына түгел, рус, татар телендә яҙыусылар ҙа бар. Был төбәк яҙыусылар әҙерләү үҙәгенә әйләнеп бара. Шулай булырға тейеш тә: беҙҙең төбәк әҙәби тарихҡа бик бай. Бында Б. Вәлит, М. Буранғолов, Ғ. һәм Һ. Дәүләтшиналар, С. Мифтахов, А. Игебаевтар ижад юлын башлаған бит”.
Фәрүәз Сәйфуллин – ижад итеү менән бергә нәфис әҙәбиәтте пропагандалаусы ла. Ул 1998 йылда, кафедра мөдире сағында, буласаҡ педагог-психологтарҙың уҡыу планына “Нәфис әҙәбиәт – педагогика, психология буйынса белем сығанағы” тигән ярайһы ғына күләмле уҡыу предметы индереп (ике семестр өйрәнелә), бөгөнгә тиклем уны үҙе алып бара. Факультетта түңәрәк ойоштороп, башлап яҙыусыларға даими ярҙам итә. Үҙенең китаптарын район, ҡалаларҙың китапханаларына бүләк итеүе лә әҙәбиәтте халыҡ араһында пропагандалауға өлөш индерә.