Кем алды?14.02.2018
Уҡытыусы ҡулындағы китабын асыу менән өҫтәлгә ташланы.
— Һуңғы тапҡыр һорайым: әйтегеҙ, Бастилияны кем алды?
Уҡыусылар — ләм-мим. Баштарын аҫҡа эйгән дә, тын алырға ла ҡурҡып, шым ғына ултыра. Уҡытыусы иң артта, иптәшенең арҡаһына ышыҡланып, бөкөрәйеп ҡалған малайға эйәк ҡаҡты.
— Йә, кем алды Бастилияны?
Тегеһе ҡолғалай буйын бер аҙ ғына турайта төштө:
— Мин түгел. Күрмәнем...
Уҡытыусы ни әйтергә лә белмәне. Был тиклем дә наҙанлыҡты уның осратҡаны юҡ ине.
— Күрмәнем, имеш, дурак! Етте, күпме түҙергә була?! Завучты саҡырам. Теләһә нимә эшләтһен һеҙҙе!
Уҡытыусы кластан туҙынып сығып китте лә, күп тә үтмәй, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирен алып килде. Мөдир, юғары сөйөлгән танауына күҙлеген элгәс, ҡарашы менән класты байҡаны.
— Дә-ә, ошо көнгә төштөгөҙмө? Оят! Ни түлке оят, ә позор. Беҙҙә бындай хәлдең булғаны юҡ. Мәктәп тарихында ЧП был! Хәҙер үк Бастилияны кем алғанын әйтегеҙ? Ну, кем ҡулын һуҙҙы?
Класс — ләм-мим. Баштарын эйгәндәр ҙә шым ғына ултыралар. Кемдер көлөп ебәрҙе. Уның пырхылдауы үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү менән бер ине. Мөдир туланы ла китте.
— Әле улаймы һеҙ? Апайығыҙҙың Бастилияһын сәлдереү генә етмәгән, көлөп тә ултыраһығыҙмы? Хватит! Хәҙер үк директорҙы алып керәм. Әйттерер ул һеҙҙән.
Һәм ул, башын сайҡап, кластан сығып китте. Бер аҙҙан йүгерә-атлай директор килеп керҙе.
— Мин ашығам. Минең ваҡытым юҡ. Тиҙ генә Бастилияны кем алғанын әйтегеҙ! Әйтмәһәгеҙ, милиция саҡырам. Ул әйттерер. Әйттереү генә түгел, ултыртып ҡуйырға ла күп һорамаҫ. Эште улай ҙурға ебәрмәйек. Апайығыҙҙың Бастилияһын кире ҡайтарып бирегеҙ. Ғәфү үтенегеҙ. Юғиһә — милиция! Төрмә. Мәктәптә ҡараҡтар булырға тейеш түгел. Табығыҙ!
Уҡыусылар бер-береһенә ҡарашып ни көлөргә, ни иларға белмәй аптырашта ҡалған. Ә тарих уҡытыусыһы бөтөнләй ҡойолоп төшкән. Ул ыҡ-мыҡ ниҙер әйтмәксе була. Күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тәгәрәй. Ә бер мәлдә ул — әллә аҡылына зыян килде — шарҡылдап көлөп ебәрҙе һәм аҡрын ғына өҫтәл аҫтына сүгә башланы.
— Бөттө баш. Бирегеҙ, кем алғайны Бастилияһын?! Үлтерәһегеҙ апайығыҙҙы...
Шул саҡ кластың алдынғы уҡыусыһы — һәр йыл иң күп макулатура йыйған әүҙем пионер ҡыҙ тауыш бирҙе:
— Мин әйтәйемме?.. Париж ҡалаһындағы Бастилия крепосын 1789 йылдың 14 июнендә баш күтәреүсе революцион француз халҡы баҫып алған.
Әлеге яуапты ишеткәс, тарих уҡытыусыһына йән керҙе, ул өҫтәл аҫтынан ғына: “Ултыр, биш”, — тип бышылданы…



Вернуться назад