Сергей Собянин сәләмләне24.04.2012
Мәскәү мэры Сергей Собянин илдең баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреүгә бәйле республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа сәләмләү ебәрҙе.
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!
Мәскәү Хөкүмәте исеменән һәм шәхсән үҙемдән Һеҙҙе, шулай уҡ Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен ойоштороусыларҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләйем.
Мәскәүҙәге байрамдар, эшлекле һәм ижтимағи-сәйәси саралар юҫығында Башҡортостан Республикаһы көндәре айырым урын биләй. Байрам программаһына ярашлы ҡул ҡуйыу күҙалланған Мәскәү ҡалаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы оҙайлы яңы килешеү һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге ғәмәлдәр хаҡындағы протокол ошоға дәлил булып тора.
Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһы көндәре төбәктәребеҙҙең хеҙмәттәшлеге тарихында яңы бит асыр, тип ышанам”.


Вернуться назад