Батырҙар бармы бөгөн?07.02.2018
Беҙ һәр саҡ Юлай Салауат улын баштан яуға индергән тип белдек. Салауат тотолғас, һорау алғанда өс ҡатыны барлығын әйтә. Икәүһе – еңгә ҡатын. Салауаттың ике ағаһы ла һәләк булған, ул яңғыҙы ҡалған булғандыр, икеһенең дә ҡатындарын үҙенә никахлаған булғас, тимәк, башҡа ир туғаны булмаған.

* * *
Тавасиев ниңә Салауаттың һыңар ҡолағына алҡа тағып һәйкәл ҡойған тигән һорау биргеләйҙәр. Элек һуғышҡа ингәндә атайҙың ғаиләлә бер генә улы булһа (йә башҡалары үлеп береһе ҡалһа), һыңар ҡолағына алҡа таҡҡандар. Был уны башҡалар ҡурсыбыраҡ йөрөһөн өсөн эшләнелгән.
Мираҫ ҡала торған бала тамғаһы ла булған был.
* * *
Казактарҙа ла булған төпсөк баланы һуғышҡа индермәү. Шуларға алҡа таҡҡандар. Һуғышҡа инһә, яуҙаштары уны ҡурсып йөрөргә тейеш булған. Салауат иһә үҙен аяп тормаған. Ике өлкәне һәләк булып ҡалғас, Салауатын ебәргәндер ул Юлай. Тарих ошо йәһәттән асыҡланып бөтмәгән, тип уйлайым.

* * *
Әйткәндәй, бик күп нуғай егеттәре берәй эш боҙһа, ҡасып, казактарға барып, яугирлеккә яллана торған булған. Ка­зактарҙың байтаҡ өлөшө нуғай тоҡомдары. Марина Владиҙа ла нуғай ҡаны бар, тип ҡайҙалыр яҙғайнылар.

* * *
Батырҙар бармы бөгөн?
Юҡ тип тә булмай, күп тип тә булмай.

* * *
Ни өсөндөр йәш быуын, совет заманында әҙ эшләп, күп аҡса алып йәшәгәндәр, тигән фекерҙәр яҙып ҡуя. Ул заманда ла төрлөсә булды – кем көн үтһен тип йөрөнө, кем мороно менән ер һөрҙө. Ауылдашым Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинова Белорет металлургия комбинатында канатсы булды. Ирҙәр түҙмәй китә ине. Ире үлеп, ике бала менән ҡалғас, малайҙарын ашатырға аҡсаһы етмәй, ҡан тапшыра башлай. “Тик минең ҡан бик һирәк төркөм булып сыҡты, һирәк саҡыралар ине”, – тип һөйләгәйне. Икешәр норма биреп, Герой исеме алған апай ине ул.
* * *
Әллә 70-се йылдар аҙағында, әллә 80-се йылдар башында ЗАГС-ҡа инеүселәрҙең икеһенә лә алтын йөҙөк хаҡын ҡайтаралар ине.
“Загыз” ҡағыҙы нимәгә ул, тип йәшәгән әбей-бабайҙар ЗАГС-ҡа барып бөттө... Беҙҙең подъезда ут күрше (ишеккә-ишек тейеп торған) эскесе әбей менән бабай йәшәй ине. Беҙгә шул саҡта ныҡ ҡарт күренһәләр ҙә, шул алтмыш-етмеш араһында булғандарҙыр. Олоғайғас, улар ҙа бергәләнгән. Шулар ЗАГС-ҡа китте бер заман. Шул аҡсаға эсә торғас, бүлмәләре янып китте. Көскә тегеләрҙе ҡотҡарып, саҡ үҙебеҙ янмай ҡалғайныҡ. Беҙҙең балалар бәләкәй ине әле, ҡурҡып шарылдаша бәләкәстәрем. Ишекте шар асып ҡуйып, һыуҙы беҙҙән алалар, төтөн тулып китте, әйбер ыҫланды.
Ҡыҙыҡ замандар бар ине...

* * *
Ауылда үҙ эшен асҡан мил­ләттәштәр ялларға кеше тапмауға зарлана. Хатта мөлкәттәренә зыян һалыусылар ҙа осрай. Совет осоронда “күлак та кулак” тип хәлле, уңған ауылдаштарын һөргәндәр. Һаман шулар тоҡомо дауам итәме? Заманында батрак тоҡомо булыу кешегә юл да аса ине! Әҙәби әҫәрҙәрҙә лә бай, мулла булһа – яман, ярлы булһа яҡшы, тип яҙа инеләр. Һаман шул психология дауам итә түгелме?! Имеш, байға батрак булып бармайҙар!

* * *
Башҡа балаларға һөтөн бер тапҡыр ғына булһа ла имеҙгән йәки эсергән ҡатын хәнәфи мәҙһәб буйынса уның һөт инәһенә әйләнә, ул балалар өсөн Һөт инәһе булып иҫәпләнә. Уның һөтөн имгән бала үҙенең балаларына һөттәш туғанға әйләнә һәм үҙ араларында ғаилә ҡора алмай.
Был ҡатындың һөтөн имгән йә эскән бала һөттәш туғанға әйләнеү сәбәпле, ҡатындың үҙ балалары менән өйләнешә алмай. Бала табыу йортонда күптәр һөтөн банкалап тапшыра ине, шәфҡәт туташтары имә алмаған балаларға эсерергә һорап алалар ине. Мин ике баламды ла ҡулға алғанда күп тапшырҙым. Уларҙың һөттәш туғандары булырға тейеш, тимәк, ә минең һөт балаларым... Бының эҙемтәләре барын кем белгән...
* * *
Кальян – тәмәке тартыу өсөн ҡулланылған һауыт; башҡорт телендәге ҡалъян һүҙе иһә уҡ һауыты тигәнде аңлата: урыҫса – колчан.
Йәл, шундай матур һүҙебеҙҙе шундай насар нәмәгә ҡушҡандар. Ярай, бер өн булһа ла тап килмәй.
Мин дә ул һүҙҙе онотҡайным инде, бәлә­кәй саҡта ниндәйҙер әкиәттә уҡығайным. Кэрроллдың Әлисә тураһындағы әкиәтен тәржемә иткән ваҡытта “кальян” тигәнде нисек тәржемә итергә икән, кәрәкме ул, юҡмы тип баш ҡатырып ултырҙым да һүҙлекте ҡарай башланым. Шунан килеп юлыҡтым онотолған һүҙгә.
Кальяндың башҡортса атамаһы юҡ! Шундай зарарлы нәмә менән мауыҡмаған беҙҙең халыҡ!
* * *
Әйткәндәй, “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары”нда кальян ғына түгел, кәрт тә бар. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа кәрттәрҙең үҙ телдәрендә атамалары бар икән, шуға күрә уларҙы ла тәржемә иткән­дәр. Беҙҙең тәүфиҡлы, иманлы халҡыбыҙҙа һирәкләп уйнағандар бул­ғандыр элек тә, әммә башҡортса исем үк бирерлек дәрәжәлә бының менән мауыҡмағандар.
“Ғилмияза” йырының ҡәйнәм һөйләгән вариантында ҡыҙҙың мулла ағаһы поп менән кәрт уйнап уны отторғаны бәйән ителә ине...
* * *

Кешенең кем икәнен белгең килһә, түрә итеп ҡара, тиҙәр. Бөтәһен дә түрә итеп ҡарап булмай ҙа инде. Кешенең кем икәнен белгең килһә, бү­ләк­ләнеп ҡара – йә премия, йә миҙал­ға ла­йыҡ бул, берәй уңыш­ҡа өлгәш... Шун­да уҡ асыҡ­ланып бөтәләр...

Рубриканы
Гүзәл СИТДЫҠОВА
алып бара.


Вернуться назад