Балҡы, әйҙә, балҡы нур булып!07.02.2018
Балҡы, әйҙә, балҡы нур булып!Бөрйәнебеҙҙе шиғриәт нурҙары менән яҡтыртып, имләп торған һөйөклө яҡташыбыҙ Айһылыу Ғарифуллина ла ғүмеренең алтын миҙгеленә аяҡ баҫты. Ошо уңайҙан ойошторолған кисә лә, ижадсының үҙе кеүек, шул ҡәҙәр ихлас, илаһи мөхиттә үтте.


— Атайыбыҙ һеңлебеҙҙе “Айгөлөк” тип кенә йөрөтөр ине, – тип иҫкә алды байрамда шағирәнең өлкән апаһы Фәнүзә Ишбаева. – Шиғыр уҡырға ярата торғайны атайыбыҙ. Был ҡаныбыҙға һалынғандыр. Атайҙың ағаһы Баязит апам да фронттан ебәргән хаттарын шиғри юлдар менән яҙыр булған. Мәрхүм Самат ҡустым үлем түшәгендә лә шиғырҙар һөйләп ятты. Бына ошондай мөхиттә үҫте Айһылыу. Өйөбөҙгә һәр ваҡыт матбуғат баҫмаларын алдыр­ҙыҡ, күпләп китап уҡыныҡ. Ҡағыҙ киҫәктәрендә, гәзит ситтәрендә бәләкәй Айһылыуҙың шиғыр юлдары сыймаҡланған булыр ине…
“Балҡы, әйҙә, балҡы нур булып!” тип исемләнгән был сарала шағирәнең туғандары, ауылдаштары, интернатта бергә йәшәгән тиҫтерҙәре йылы хәти­рәләр менән уртаҡлашһа, Мораҙымдан китапханасы Зәлиә Тулыбаева, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Айгүзәл Уразаева һәм Алһыу Сирбаева әҙибә­нең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ижад­сының әхирәте, хеҙмәттәше Таң­һылыу Баһауетдинованың үҙенсә­лек­ле сығышы айырыуса дәррәү алҡыш­тарға күмелде. Шулай уҡ “Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе етәксеһе Булат Усмановтың юбилярҙың шиғырҙарына тәржемәләрен, ошо ойошма ағзалары Гүзәл Һырлыбаева, Сәрүәр Ғәләүет­динов, Мөнир Фәйзуллин, Миңнур Ҡасимоваларҙың йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен ихлас ҡабул итте тамашасы.
Шағирәне ҡотларға район хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева, ҡатын-ҡыҙҙар берекмәһе рәйесе Рәмилә Салауатова, Байназар ауылы ағинәйҙәре, китапханасылар кил­гәйне. “Элгеләү”, “Мираҫ” ансамбл­дә­ренең, Гүзәл Һырлыбаеваның йырлы-моңло сығыштары кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Береһенән-береһе матур, ихлас теләктәр яңғыраны байрамда. Үҙ һүҙе менән шиғриәт һөйөүселәрҙең йөрәген яулаған, “күңел ҡапҡаларын әллә нисә йоҙаҡҡа бикләһәң дә, асҡысһыҙ асып инә белгән” шағирәнең, шул уҡ ваҡытта иманды донъяуи байлыҡтарҙан өҫтөн күргән баҫалҡы яҡташыбыҙҙың рух тантанаһы булды был кисә.

Бөрйән районы.


Вернуться назад