“Өмөтлө ҡәләм” үҙ эйәләрен тапты24.04.2012
Йәш драматургтар араһында ойошторолған “Өмөтлө ҡәләм-2011” конкурсы — республиканың театр сәнғәтендә ҡаласаҡ тарихи ваҡиға. Ниһайәт, уға йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде, ошо уңайҙан театр сәхнәһендә бик мәртәбәле сара үтте.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, йәштәрҙе сәләмләп, түбәндәгеләрҙе бәйән итте: “Конкурсты иғлан иткәндә, ул БДУ студенттары өсөн уҙғарыласаҡ тигәйнек, әммә ижади бәйге республика кимәлендәге конкурсҡа әүерелде. Был — беренсе һынау, тәүге тәжрибә. Киләсәктә конкурсты тағы ла үҫтерергә, камиллаштырырға, уға яңылыҡтар индерергә кәрәк”.
Баш режиссер Айрат Абушахманов йәш быуындың әйтер һүҙе булыуына ҡыуанысын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Бик күп әҫәрҙәр алдыҡ, йәштәрҙең әүҙемлеге һоҡландыра. Тағы ла шуныһы: йөрәкте өйкәр мәсьәләләрҙе үҙәккә ҡуйырға ынтылыш көслө, һәм был тик маҡтауға лайыҡ. Конкурс бик уңышлы үтте”, — тине ул.
Конкурсҡа килгән пьесалар араһынан жюри иң-иңдәрҙе һайлағанда, I урынды берәүгә лә бирмәҫкә ҡарар итте. Шулай итеп, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры II урынды ике авторға бүлеп бирҙе: БДУ-нан Фирүзә Мәжитова (“Китек күңел”) һәм ошо уҡ уҡыу йорто студенты Сюзанна Мирзоянға (“Белый снег”), III урынға БДПУ-нан Гөлнара Яҡупова (“Бәхет ҡошом”) лайыҡ тип табылды.
БДУ профессорҙары һәм уҡытыусылары иң яҡшы тип тапҡан пьесалар түбәндәге авторҙарҙыҡы: II урын — “Байлыҡҡа кеше түҙә алмай” пьесаһы менән БДУ студенты Гүзәл Шәрипова менән М. Шолохов исемендәге дәүләт гуманитар университеты студенты Лара Гәрәева; “Буш күңелдәр” пьесаһы авторы — Өфө дәүләт авиация техник университетынан Фәниә Ҡотосова. III урын “Ҡапҡан” пьесаһы өсөн БДУ-нан Әлфинә Хәмзина-Сөләймәноваға бирелде.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов еңеүселәрҙе ихлас тәбрикләне.
Тантаналы концерттан һуң йәштәр өсөн театр етәкселеге һәм БДУ профессорҙары менән берлектә “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Остаздарынан кәңәш алыу, үҙҙәренең пьесалары хаҡында анализ тыңлау студенттарға фәһемле булғандыр.
Рита ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад