Рәшит САБИТ
Эй, был заман!..Эй, был заман!..
Беҙ көтәбеҙ уны,
Бер үҙгәрер, тиеп яҡшыға.
Ә ул алдай, үҙгәргәндәй итә,
Китә унан кире шаҡшыға.
Иң яманы артта ҡалды буғай,—
Ғәлийәнәп Ельцин заманы.
Тик һаман да хаҡтар үҫә тора,
Үҫә тора белмәй саманы.
Көтәме һуң беҙҙе күркәм тормош?
Өмөт һүнмәй әле, ул ҡала.
Республика гөрләп йәшәгәндә,
Бирешмәбеҙ, тигән уй ҡала.
Ҡайһы берәүҙәр әйтер:
“Был аҙ түгел,
Туған телебеҙ менән дин ҡала”.
Уларҙан да Мәскәү мәхрүм итһә,
Нисек йәшәрбеҙ һуң донъяла?
***
Яратам мин хаҡлыҡты,
Яратмайым ваҡлыҡты.
Вайымһыҙлыҡ — дошманым,
Онотмайым һаҡлыҡты.
Ғәҙеллекте яҡлайым,
Намыҫымды һаҡлайым.
Тоғролоҡта халҡыма
Ышанысты аҡлайым.
Һөйәм мин үҙ илемде,
Ғәзиз туған телемде.
Халҡыма иш булмауҙан
Артыҡ күрәм үлемде.
***
Күпме ғүмер үтте инде юлда,
Барған юлым бик йыш уң булды.
Кескәй генә ҡыуаныстар менән
Оло ҡайғыларым юҡ булды.
Ошо ерҙә тыуғаныма шатмын,
Шаулы, даулы минең заманым.
Йәшәйем мин оло уй-хис менән,
Ваҡ ләззәттәр ҡоло булманым.
Хәл ителгән күптән:
Мин үҙемде
Халҡым бәхетенә арнайым.
Тоғро үтеп тормош һынауҙарын,
Донъяға мин тура ҡарайым.
Дауам итер... Дуҫым Фәнир Ишмөхәмәтов иҫтәлегенә
Рәхимһеҙ сир аяғыңдан йыҡҡас,
Һәм көндәрең ҡалғас һанаулы,
Йыуатырға теләп әйткән булдым:
— Еңерһең был ауыр һынауҙы.
Өмөтһөҙлөк менән әрнеүемде
Күрҙең микән, дуҫым, күҙемдән?
Әйттең: “Йәшәргә бик теләһәм дә,
Ҡасып ҡалып булмай үлемдән”.
Был донъяла мәңге йәшәмәйбеҙ,
Ғүмер сикле, ни хәл итәбеҙ?
Беҙ ҡасандыр ерҙән яралғанбыҙ,
Шул уҡ ергә бер саҡ китәбеҙ.
Намыҫ менән еттем етмешемә,
Рәхмәт, тимен шуға Тәңрегә.
Теге донъя булһа, дуҫлығыбыҙ
Дауам итер шунда мәңгегә”.
Күңелдәрҙә яҡты эҙ ҡалдырып,
Баҡыйлыҡҡа киттең бер таңда.
Был юғалтыу ауыр ҡайғы булып
Йөрәгемдә йөрөй һаман да.
Аңланым мин: оло дуҫлыҡ хисе
Күңелемдән китмәҫ ғүмерҙә.
Ҡартаябыҙ: дуҫтар бер-бер артлы
Китә тора.
Нисек түҙергә?..
Егән буйҙарына киләм (Йыр)
Егән буйҙарына киләм
Йәшлекте һағынғанда.
Сәстәремә салдар өҫтәп,
Һағыштар һарылғанда.
Егән буйҙарына киләм,
Тулҡындар ҡаҡмаҫ микән?
Шул тулҡындарҙа тирбәлеп,
Йәшлегем ҡайтмаҫ микән?
Егән буйҙарына киләм,
Йәшлегем көтмәҫ инде.
Һағыштарым баҫылһа ла,
Һағыныу бөтмәҫ инде.
***
Ваҡыт үтә аяуһыҙ ул,
Бары тик алға атлай.
Кем уны һөйә, үҙ итә,
Ул шуны ғына яҡлай.
Әммә кем уны һанламай,
Белмәй уның ҡәҙерен,
Шул ысын бәхетте тапмай,
Күрә донъя йәберен.
Иртә таба ҡәберен.
***
Ауыр ҙа була, еңел дә...
Шундай тормош ҡануны.
Һыҙланма, һыҡранма, күңел,
Тормош һөйә яныуҙы.
Тал сыбыҡтай һәр бер елгә
Бөгөлөү — бәхет түгел.
Уралтауҙай бейеклеккә,
Ҙурлыҡҡа ынтыл, күңел.
***
Бер нәмә лә миңә еңел килмәне,
Ауырлыҡтар булды — баш эйелмәне.
Баш эйелһә лә рухым һынманы,
Алға таба ынтылыштан тынманы.
Аяҡ салдылар, ҡоланым нисә ҡат,
Тик һәр юлы тороп баҫтым
мин ҡабат.
И, яҙмышым, һынауыңды кәметмә!
Ә башҡаны, Сабитйән, өмөт итмә.
Йөрәк түҙем Яҙмыш миңә ҡаты ҡуллы булды:
Күпме янып, күпме көйһәм дә,
Бөтәһе лә, ахры, елгә осто...
Мин яңғыҙмын һаман кәмәмдә.
Өйөрмәләр аша йөҙгән саҡта
Тик ысын дуҫ кәрәк, бик кәрәк.
Юғалттым да бына шундай дуҫты,
Табалмайым. Шуға бигерәк
Тынғыһыҙмын...
Кәмәм аунап ҡуя
Ыжғыр елдәр ҡаршы иҫкәндә.
Йөрәк түҙем, өмөт йылыта әлдә
Хәтәр тулҡындарҙы киҫкәндә.