Яңы үрҙәр билдәләнде02.02.2018
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, башҡорт википедиясылары үҙҙәренең сираттағы ҡорон үткәрҙе. Улар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны, көнүҙәк бурыстарҙы ентекле тикшереп, туған телебеҙҙәге виртуаль энциклопедияны артабан үҫтереү буйынса маҡсатлы йүнәлештәр билдәләне һәм, әлбиттә, үҙҙәре араһындағы әүҙемдәрҙе ҙурланы.
Башҡорт Википедияһы бөгөн ныҡлы үҫеш юлында. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған ирекмәндәрҙең бынан алдағы тиҫтә йылға яҡын үҙ иңдәренә йөкмәп килгән хәстәрҙәрен бер ниндәй эш хаҡы һорамай үҙ итеүселәр бигерәк тә һуңғы осорҙа күҙгә күренеп артты, мөхәррирҙәр сафы яңы көстәр менән тулыланды. Туған телебеҙҙе донъя кимәлендә танытыу йәһәтенән мөһим эш башҡарыусылар араһында мәктәп йәшендәгеләрҙән алып һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған олпат ветерандарға тиклем төрлө быуын вәкилдәренең булыуы, әлбиттә, бик тә һөйөнөслө күренеш. Викиконференцияны тәбрикләү һүҙҙәре менән ирекмәндәрҙең иң олоһо Банат апай Вәлиева-Яубаҫарова һәм иң йәше – дүртенсе класс уҡыусыһы Айҙар Сәлиховтың асып ебәреүе лә быуындар күсәгилешлеген асыҡ сағылдырҙы.
Йыл барышында башҡарылған эшкә төплө йомғаҡ яһап, Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев аныҡ күрһәткестәргә лә туҡталды. Уның әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта башҡорт телендәге виртуаль энциклопедия мәҡәләләренең һаны 41 меңгә яҡынлаша. Былтырғы ошо осорҙа уларҙың 36 мең булғанын иҫкә төшөрһәк, үҫеш кимәле асыҡ күренә. Мәҡәлә яҙыу һәм уларҙы төҙәтеүгә килгәндә, йыл барышында 181 мөхәррир уртаса биш, 48 мөхәррир – 100, ә тағы ла әүҙемерәк 17 мөхәррир 1000 һәм унан да күберәк төҙәтеү эшләгән.
Ирекмәндәр төрлө кимәлдә ойошторолған викибәйгеләрҙә лә даими ҡатнашып килә. Мәҫәлән, әле яңы ғына Азияға, шул иҫәптән Азербайжанға арналған мәҡәләләр яҙыу буйынса үткәрелгән айлыҡҡа ҡушылып, 24 мөхәррир баһалама ҡарамағына 209 мәҡәлә тәҡдим иткән. Сағыштырыу өсөн: былтырғы ошондай конкурста 14 кеше ҡатнашып, 107 мәҡәлә яҙған. Быйылғы викимарафон йомғаҡтары буйынса биреләсәк “Азия вәкиле” тигән исемгә тәү сиратта республикабыҙҙа билдәле Гүзәл Ситдиҡова менән Әлфиә Аҡбутина дәғүә итә.
Беларусь, Украина һәм Молдоваға арналған мәҡәләләр яҙыу буйынса “Яңы йыл Бумы” исеме менән үткән бәйгелә 17 ирекмән ҡатнашҡан һәм 150 мәҡәлә яҙған. “Кулинария марафоны”на 23 ҡатнашыусы 248 мәҡәлә һәм 9 яҡшы сифатлы фотоһүрәт, ә Үҙәк һәм Көнсығыш Европа темаһына арналған конкурсҡа 22 ҡатнашыусы тәржемә иткән 441 мәҡәләһен тәҡдим иткән. Ирекмәндәр Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған һәм уртаса өсәр айлыҡ биш этаптан торған “Башҡортостан-100” викибәйгеһендә бигерәк тә юғары әүҙемлек күрһәтә. Был викимарафон былтыр башланған, быйыл уның ике этабы үткәрелгән, ҡалған икәүһе 2018 йылда ойошторолоп, дөйөм йомғаҡ иҫтәлекле дата алдынан яһаласаҡ. Әле билдәле булыуынса, конкурстың беренсе этабында 38 ирекмән 390 мәҡәлә яҙған, алты кеше республикабыҙға арналған 55 фотоһүрәтен викимилеккә ҡуйған. Икенсе этап йомғаҡтары күрһәтеүенсә, “Башҡортостан-100” бәйгеһенә википедияның башҡа тел бүлектәре, атап әйткәндә, белорус, бүрәт, грузин, ҡырым татары, мари, украин, урыҫ, азербайжан, әрмән һәм эрзя википедияларының 13 мөхәррире лә дәррәү ҡушылған. Һөҙөмтәлә улар һәм беҙҙең 28 ирекмән баһалау өсөн яңы яҙылған һәм тулыландырылған 729 мәҡәлә тәҡдим иткән. Яҡташтарыбыҙҙан туғыҙ ҡатнашыусы һәм башҡа тел бүлектәренең дүрт вәкиле конкурс шарттарына ярашлы еңеүсе тип табылған. Ярыштың быйылғы йылдың сентябренән декабренәсә үткән өсөнсө этабына Яңы йыл байрамдары алдынан йомғаҡ яһаласаҡ. Күҙаллауҙар күрһәтеүенсә, унда ҡатнашҡан мөхәррирҙәр һаны ла, улар төҙөгән һәм тулыландырған мәҡәләләр һаны ла һиҙелерлек артҡан. Викибәйгенең ҡалған ике этабының да юғары әүҙемлек менән үтеүенә ойоштороусыларҙың тулы һәм ныҡлы ышанысы бар.
Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә үткән халыҡ-ара сараларҙа йыш ҡатнаша. Мәҫәлән, Ер шарының төрлө төбәктәренән 31 марттан 2 апрелгәсә Германияның баш ҡалаһы Берлинда, август айында Канаданың Монреаль ҡалаһында, сентябрҙә Польшаның баш ҡалаһы Варшавала йыйылған википедиясыларҙы республикабыҙ вәкилдәре үҙ эштәре, шул иҫәптән Башҡортостан менән таныштырып ҡайтты. Әлбиттә, донъя кимәлендәге викиконференцияларҙа булыу беҙҙең ирекмәндәргә лә күп нәмә бирҙе.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт википедиясыларының телгә алырлыҡ уңышлы эштәре, ҡаҙаныштары бихисап. Кәрәкле һәм әһәмиәтле эшегеҙҙе артабан да шулай әүҙем дауам итегеҙ.