“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”02.02.2018
“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”Алтмыш йәшен үткән шағир бәләкәй саҡтағы ҡушаматын хәтерләп “Шаҙра пәрей” тигән шиғыр яҙған икән, уға, бәлки, шаҙра тип өндәшергә ярай торғандыр. Шиғырымды баҫтырыр алдынан рөхсәт һорағанымда мин уны Назар ағайға уҡып ишеттерҙем. “Һуңғы шаҙра шағир... Күптәрҙе бит заманалар артыҡ шымартты”, “Донъя тулған шыма шиғыр менән” — ижади мөхитебеҙ ысынлап та шулай ине. Әлеге донъябыҙ ҙа шыма шиғыр менән тулған.

Яңы ғына асылған Башҡорт дәүләт университетының беренсе студенттары булып 1957 йылда уҡый башлар алдынан беҙҙе ауылға эшкә ебәрҙеләр. Юғары уҡыу йорттарындағы йәштәрҙе ныҡлап дәрестәр башланғанға тиклем бер айға төрлө райондарҙа эшләтеп алыу ул саҡта йолаға әйләнгәйне. Ырымбур далаларынан Өфөгә килгән минең өсөн бында барыһы ла яңы ине. Һабаҡташтарым йырлаған йырҙарҙың да байтағын мин тәүге ҡат ишеттем. Улар араһында “Тауҙар йыры” тигәне айырыуса йыш ҡабатланды. Уны элек тә радионан, бәлки, ишеткәнмендер. Бына хәҙер көн дә тиерлек тыңланым. Күрәһең, уның бик популяр сағы булғандыр. Алыҫтарҙа тороп ҡалған ул йылдар тураһында уйланһам, иҫтәлектәр ошо йырға барып тоташа. Ул саҡта йырҙың һүҙҙәре Назар Нәжмиҙеке икәнен белмәй инем, әлбиттә. Тиҙҙән уның шиғырҙарын һәм поэмаларын яратып уҡыясағымды, Назар Нәжмиҙең күңелемә иң яҡын шағирҙарҙың береһе буласағын күҙ алдыма ла килтермәй инем. Аҙаҡ уның менән яҡындан таныштым, 1962 йылда студент сағымда “Вокзал” исемле поэмам хаҡында әҫәр “Ағиҙел” журналында баҫылыр алдынан Яҙыусылар союзындағы фекер алышыуҙа ойошманың рәйесе Назар Нәжми ҙә ҡатнашыр тип кем уйлаһын?! Мин шиғриәткә ғашиҡ бер студент, ә ағай ниндәй күренекле шағир! Аҙаҡ уның менән бер әҙәбиәткә хеҙмәт итергә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, байтаҡ юлдарҙы бергә үтергә яҙған икән.


“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”Оло ҡәләмдәшемдең ижады тураһында уйланып, заманында “Йыр менән дуҫ, иптәш табыла” тигән мәҡәлә лә яҙғайным, баҫылмай ҡалды. Назар Нәжми ижады хаҡындағы бөгөнгө уйланыуҙарымды ла шулай атарға булдым. Сөнки шағирҙың иң изге ынтылышы – яҡшы уй-теләктәр менән йәшәүсе кешеләрҙе бергә туплау, моңло йыр менән, аҡыллы һүҙ менән уларҙы берләштереү. Назар Нәжми 1940 йылда яҙылған шиғырҙарынан алып егерменсе быуаттың аҙағына тиклемге ижад юлында шул хәстәр менән йәшәне, һәр саҡ борсолоп, һыҙланып, йөрәге янып йәшәне. “Йоҡлап китһәм” тигән шиғырын­дағы ошо һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәйек: “Йоҡлап китһәм, донъя менән бер-бер хәл булыр төҫлө”, зирәк зиһенле шағир һәр саҡ уяу, бөтә донъяның яҙмышы өсөн үҙен яуаплы тойоп, уның йоҡолары ҡаса. Нәҡ шундай кисерештәр “Туған шиғриәткә” исемле шиғырҙың “Поэзия! Һинән ҡасҡым килә…” тигән тәүге юлын тыуҙыралыр. Шиғырҙың барышында был һүҙҙәр тағы ла ҡабатланасаҡ. Әммә һуңғы юлдар барыбер “Үҙ-үҙеңдән ҡасыу мөмкинме һуң? Мөмкинме һуң китеү, юғалыу?!” тип тамамланасаҡ. Тәбиғәт тарафынан бирелгән шағирлыҡ, тынғыһыҙ шәхес яҙмышы шулай.
Йәшлектә лә, олоғайған саҡта ла тормош һынауҙары һаман дауам итә. 1988 йылда яҙылған “Өс замана” шиғырында тормош шәхесте бына ниндәй һынауҙар алдына ҡуя:
Культлыҡ, волюнтарлыҡ һәм
торғонлоҡ…
Өс замана һәм өс атама.
Кисәге хөрт, бөгөнгө шәп, тип
Һөрән һалды һәр бер атаман.
“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”Ҡаршыңа бындай һынауҙар торғанда, шағир әйтмешләй, “Ике йөҙлө булыу бында аҙ ул, өс-дүрт йөҙлө булыу кәрәктер”. Замандаштарҙың күптәре был хаҡта белде, ләкин “Күҙҙәр асыҡ, әммә йомоҡ ине, йомоҡ ине ауыҙ хаҡ һүҙгә”. Һуңлап булһа ла хаталар хаҡында дөрөҫө әйтелә, “Ләғнәт, тимен, бөтә яманлыҡҡа, ялғанлыҡҡа, татлы телдәргә”. “Үҙ һүҙеңде һөйләйһең” тип шелтәләүселәргә Назар Нәжмиҙең әйткәне бик асыҡ:
Йөҙ һүҙлеләр араһында
Ҡалыу ауыр үҙ һүҙеңдә.
Мин үҙ һүҙле – үҙ һүҙем бар,
Шуның өсөн шағирмын да.
Ғәҙәттә, Назар Нәжми үҙен шағир тип әйтеүҙән тартына, шиғырсы тип атай. Бер мәҡәләһендә ул атаҡлы балҡар дуҫын “Ҡайсын Кулиевтың яратҡан һүҙе бар ине: “Үҙеңде шағирмын тип әйтеү мин яҡшы кешемен тип әйтеү менән бер”, – тип телгә ала. Назар Нәжми йыш ҡына үҙен “Шиғырсы” тип әйтеү менән сикләнһә, “Үҙ һүҙем бар” шиғырында “Шуның өсөн шағирмын да” тип раҫлай. Уның барлыҡ ижад юлында шағирлыҡ сифаты, һүҙ оҫтаһы булғанлығы йылдан-йыл әҫәрҙән әҫәргә нығыраҡ асыла барҙы. 1950 йылда “Тамсылар” исемле тәүге шиғри китабы донъя күргәндә Назар Нәжми утыҙҙы үткәйне. Шағир ҡабаланманы, ләкин беренсе китаптарынан уҡ әйткән һүҙе тос, ижади аҙымдары ышаныслы булды.
Назар Нәжмиҙең беренсе шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыҡҡан һуғыштан һуңғы ун йыллыҡта башҡорт шиғриәте бик ҡаршылыҡлы юл үтте. Был осорҙа әҫәрҙәрҙә дөйөм һүҙ һөйләү, деклара­тивлыҡ, риторика өҫтөнлөк итте, шиғри табыштары аҙ булған оҙон-оҙон поэмалар яҙылды. Ижади ауырлыҡтар кисергән был дәүерҙә күңел донъяһы бер яҡлыраҡ сағылды. Хаталаныуҙар, шикләнеүҙәр совет кешеһе өсөн ят сифаттар тип һаналды. Был осор шиғриәтенә тормошто бөтә тулылығында күрһәтеү етмәне. Был яҡтан Назар Нәжмиҙең беренсе китаптарына ингән әҫәрҙәре кеше күңелен бөтә дөрөҫлөгөндә күрһәтеүе менән айырылып торҙо. Уның ижадында замандаштары ниндәйҙер һәйкәл рәүешендә түгел, тере кешеләр, ҡатмарлы яҙмыштар булып асылды. Яңы быуаттың икенсе яртыһын ҡаршылаған 1951 йылда шағир ошо һигеҙ юллыҡ шиғырын яҙҙы:
Көн елләһә, уны йә аяҙға,
Йә ямғырға, тиҙәр кешеләр.
…Күңелем тыныс түгел, һинең өсөн
Ул да елләй кеүек… Ул елдәр,
Ни өсөндөр, аяҙғамы икән,
Ямғырғамы икән – белмәйем…
Икеһе лә һәйбәт! Тормоштоң мин аяҙ,
Ямғырлы ла булыуын теләйем.
“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”Шағирҙың бындай теләге заман өсөн, бәлки, сәйерерәк тә ишетелгәндер, ләкин шиғриәттең үҫеш юлындағы был йүнәлеш – тормош тулылығына ынтылыу хаҡында Назар Нәжми бик дөрөҫ әйткән. “Көлмәй ҙә ул, иламай ҙа, бәхетһеҙлек бына ҡайҙа” тигән һүҙҙәрҙе тормоштоң ҡатмарлы яҡтарына иғтибарлы шағир ғына яҙа ала. Ә ундай ҡараш менән йәшәүе еңел түгел. Ҡаршылыҡтар юлда көтөп кенә торасаҡ! Һәм был дүрт юллыҡ шағирҙың бик ҡатмарлы кисерештәренән һуң яҙыласаҡ:
Иң яҡшы шиғыр, тигәндәр,
Алдағы – яҙылмағаны.
Ә мин әйтәм: яҙылғаны,
Тик баҫтырып булмағаны.
Назар Нәжми ижад юлында яҙылғанын баҫтыра алмаған. Хатта сығып килгән китабынан айырым шиғырҙарының йолҡоп алынған саҡтары ла булды. Әлеге дүрт юллыҡ яҙылған 1981 йылда шағир “Йөрә­гемә” тигән шиғырында ошоларҙы кисерҙе:
Өмөт өҙөлгәндә, яҙмаҡ булдым
Өмөтһөҙ бер шиғыр, –
Мин йәшәгән миҙгел нимә ҡылһа,
Йөрәк шуны ҡылыр.

Юҡ, ҡылманы! Үҙенсә ул типте –
Яҙҙым башҡа шиғыр.
Эй, йөрәгем, үҙең нимә ҡылһаң,
Донъя шуны ҡылыр.
Үҙенең йөрәгенә кеше шулай өндәште, йөрәге типкәнсә, намыҫы ҡушҡанса йәшә­не. “Һау бул” тигән шиғырына Есениндың “А жить, конечно, не новей” тигән юлдарын ҡуйҙы. “Һау бул”ды башлап ебәргән был һүҙҙәрҙе яҙыр өсөн йөрәктән ниндәй кисерештәр үтергә тейештер?
Был донъяла кәрәгем дә юҡтыр,
Донъяң менән һин ҡал – мин китәм.
Мин бәхетле булырмынмы, юҡмы,
Һин бәхетле булһаң – шул еткән.
Былай тип яҙыуы бик ауыр, уны уҡыған-ишеткән кешегә лә еңел түгел. Ләкин ни хәл итәһең, башҡалар кисергәнде шағирҙар күп тапҡырҙар ауырыраҡ кисерә. Культлыҡ, волюнтарлыҡ, торғонлоҡ – ошо өс бәлә замандарына тиклем ниндәй ауыр һуғыш юлдарын үтеп ҡайтҡан кеше генә ошондай һүҙҙәрҙе әйтергә хаҡлылыр:
Мин бөтмәйем…Ҡалдырһа ла һуғыш
Баҫҡан эҙҙәрендә көл-күмер.
Ә ғүмерҙе ике килмәй, тиҙәр,
Ике килде миңә был ғүмер.
Ләкин был ғүмерҙәр ике килгән кеше лә һынауҙарҙы урап үтә алмай, тормош барыбер үҙенекен итә:
Бәхеткә лә, рәхәткә лә микән
Әллә кеше бик тиҙ күнегә –
Тауҙай шатлыҡ беленмәй ҙә кеүек,
Бер түңгәктәй ҡайғым күренә.
Тау янында бер ни түгел түңгәк,
Ул күҙгә лә һирәк салына.
Ләкин кеше бейек тауға түгел,
Түңгәккә шул килеп абына.
“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”Тормош юлында кеше һиҙмәҫтән килеп абынасаҡ шул түңгәктәр осрамаһа, “Бәхет булғас, бәхетһеҙлек барҙыр – улар йөрөй бер үк һуҡмаҡтан” тигән һүҙҙәр ҙә, бәлки, яҙылмаҫ ине. Быларҙы Назар Нәжмиҙең таланты яҙҙы, һүҙ оҫтаһы ижад итте.
Назар Нәжмиҙе беҙ ҡойоп ҡуйған һәләтле шағир итеп беләбеҙ. Уның яу юлдарындағы һәм тыныс хеҙмәттәге уңыштарының ниндәй юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгәнен һанап тормайым. РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булыу үҙе үк ижадының ни тиклем юғары дәрәжәлә баһаланыуын күрһәтә. Йыр менән дуҫ, иптәш табыла тип йәшәгән Назар Нәжми әҫәрҙәренең халыҡсанлығы уның Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исемгә лайыҡ булыуы менән нарыҡланған. Уның шиғырҙары бик моңло, улар йырланып тора. Улар нигеҙендә төрлө быуын композиторҙары бик популяр йырҙар ижад итте. Был яҡтан Назар Нәжмиҙең бигерәк тә талантлы композитор Рим Хәсәнов менән ижади дуҫлығы хаҡында һоҡланып һөйләргә мөмкин. Назар Нәжми драматургияһы үҙе оло бер донъя, пьесалары башҡорт сәхнәһенә яңылыҡ алып килде, тамашасылар араһында бәхәстәр тыуҙырҙы.
Назар Нәжми ижадында ҙур яҙмыштар, көслө кисерештәр асыла. Үҙенең тойғо­ларына шағир күпме йылдар үтһә лә тоғро ҡала, башҡалар хаҡында һөйләгәндә лә үҙенең күргәндәрен иҫкә төшөрә. Шағир яҡты һәм оло уйҙар менән йәшәй, шуға ла әйткән һүҙҙәре бик кешелекле. “Ағым” исемле поэмаһында Йомағол менән Шәмсиҡәмәрҙең яҙмыштары тураһында һөйләгәндә шағир үҙенең йөрәгендә йәшлектән килгән һыҙланыуҙар хаҡында ла әйтә:
Ярҙа – йыр, ә һалда – ҡурай моңо:
Ике йөрәк бергә талпынып,
Ағып үтеп киткән һалды, имеш,
Ағымдарға ҡаршы ағыҙып,
Тартып алған... Мин үҙ хыялыма
Үҙем, буғай, хәҙер ышанам...
Һөйгәнемдән һөйөлмәгән йәшлек,
Һинән, ахыры, шулай үс алам!

Ни мәғәнә? Мин һөйгән ҡыҙ хәҙер
Ире ташлап киткән бер бисә.
Ваҡытында миңә: “Һин ағымға
Ҡаршы ағып миңә кил!” — тиһә,
Килер инем... “Туҡта, ҡал”, – тип, әгәр
Бер ымлаһа ул үҙ яғына,
Самолетта осҡан ерҙән туҡтап,
Төшөр инем уның янына.
“Йыр менән дуҫ, иптәш табыла”Йәшлек тойғоларын күңелендә шулай һаҡлай алған кеше өсөн үстең булыуы мөмкин түгел. Назар Нәжмиҙең “Ағым” исемле һәм башҡа күп поэмалары шуға ышандыра. Быға тиклем һанағаным юҡ ине, әле махсус һананым. Шағирҙың ун биш поэмаһының һәр береһе хаҡында башҡорт шиғриәтендә был жанрҙың үҫеше мәсьәләһен махсус өйрәнгән ғалим булараҡ икеләнмәйенсә әйтә алам: Назар Нәжми поэмаларының һәр береһе ижад донъябыҙҙа үҙенсә ваҡиға булды тип аяҡ терәп һүҙ алып барам. Шуларҙың миңә иң элек һәм иң ныҡ тәьҫир иткәне “Ҡапҡалар” поэмаһы булды. Әҫәр 1960 йылдың июнь – июль айҙарында яҙылған. Элек баш ҡалабыҙ Өфөлә шундай матур ғәҙәт бар ине: гәзиттәрҙең яңы һанын бик ҡәҙерләп быяла аҫтында урамға кеше күберәк йөрөгән ергә уҡыһындар тип элеп ҡуя торғайнылар. Хәҙер ул эште тергеҙер инең дә, туҡтап тороп уҡыусылары булырмы икән? Ә беҙ, фәҡир студенттар, уларҙы йотлоғоп уҡый торғайныҡ. Назар Нәжмиҙең “Ҡапҡалар” поэмаһын мин урамда эленеп торған гәзиттән уҡыным. Тәүге юлдары менән үк ул мине арбап алды:
Ҡырҙарымдың зәңгәр киңлегендә
Мин ҡанатлы, осҡан ҡош кеүек,
Йөрәгемә әгәр ҡыйын булһа,
Әгәр күңелем булһа буш кеүек,
Һыуһағанда һалҡын шишмәләргә
Һыу алырға төшкән ҡыҙ кеүек,
Йыр алырға ҡайтам ауылыма,
Унан йомарт ер ҙә юҡ кеүек.
Бына бит шиғриәттең тәьҫир көсө! Әле ошо юлдарҙы күсереп яҙғанда 1960 йылда Өфө урамында гәзит уҡығандағы хәлем яңынан әйләнеп ҡайтты һымаҡ. Поэманың йырлап торған юлдары шул саҡта уҡ күңелемә инеп ҡалғайны, был моң әле лә һүнгәне юҡ. Назар Нәжмиҙең башҡа поэмаларының асылына ҡат-ҡат уҡып барып еткәнмендер, ә “Ҡапҡалар” мине тәүге уҡыуҙа уҡ шулай әсир итте.
Назар ағай Нәжмиҙе беҙ бик ҙур шағирыбыҙ, үҙенсәлекле драматург, халыҡ яратып йырлаған матур йырҙарҙы ижад иткән һүҙ оҫтаһы тип беләбеҙ. Ундай таланттарының булыуы менән һәр халыҡ ғорурланырлыҡ, сөнки милләттең киләсәк яҙмышын билдәләйәсәк бындай шәхестәр күп түгел. Уның балҡып торған шиғриәте хаҡында һоҡланып һөйләгәндә публицистикаһы, шулай уҡ тәнҡитсе эшмәкәрлеге тураһында ла онотмайыҡ. Уның “Күңел сәхифәләре” (1999) тигән китабын яңынан байҡап ҡарайыҡ. Ғүмерен шиғриәткә арнап йәшәгән Назар Нәжми ҡәләмдәштәренең ижадына ла иғтибарлы булды, байтаҡ башҡорт һәм татар шағирҙары һәм яҙыусылары хаҡында үҙенең хәстәрлекле һүҙен әйтеп өлгөрҙө. Әлеге китапта Назар Нәжмиҙең публицист һүҙе “Моңһоу шатлыҡтар” тигән тәүге бү­лектә тупланған. Уларҙың күбеһе – билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренә, ғалим­дарға асыҡ хаттар. “Беҙҙе бер үк нәмә борсой – киләсәктә милләт йәшәрме, юҡмы?” – был мөрәжәғәттәрҙең яҙылыу сәбәбен автор шулай аңлата. Бүлек деколонизация тураһында бик урынлы һүҙҙәр әйтелгән, 1993 йылда “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Фажиғә” тигән мәҡәлә менән асыла. Был мәҡәләлә һәм асыҡ хаттарҙа әйтелгән фекерҙәр бөгөнгө көн ваҡиғаларына ҡарата ла бик урынлы. Милләтселек Назар Нәжми өсөн ниндәйҙер яман сифатты ҡәһәрләү һүҙе түгел, Мәскәү ғалимы Ә.Х. Борһановҡа асыҡ хатында (“Ватаным Татарстан”, 27.11.1996 йыл) ошондай һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ: “Асылда ҡайһы милләт милләтсе түгел? Урыҫ милләтсе түгелме лә инглиз, француз, испан, итальян, ғәрәп һәм башҡа суверен милләттәр милләтсе түгелме? Милләтсе­ләр! Ә бит ерҙә милли тойғонан да көслө тойғо бармы һуң?
Һәр бер милләт кешеһе үҙ милләте өсөн янған-көйгән шикелле мин дә янам, көйәм. Мин милләтем менән башҡорт, әммә әсәм теле — татар теле, Татарстанда ла мине татарпәвәр тип яҙып сыҡтылар, тимәк, мин икеләтә милләтсемен, шулай булыуым менән ғорурлана алам”.
Асыҡ хаттарҙың барыһына ла бында ентекләп туҡталыу мөмкин түгел. Шулай ҙа “Кем ул донъя тотҡаһы?” тигән генерал Александр Руцкойға асыҡ хаттағы Назар Нәжмиҙең “Һуң, Алтын Урҙа татарҙыҡы булғанмы ни?” тигән һорауы бик урынлы бирелгәндер. Әммә ҡайһы бер татар тарихсыларының фекере бөгөн башҡасараҡ. Быға асыҡлыҡ индереп үтергә кәрәк, тип уйлайым. Тағы ла шул хаҡта әйтмәксемен. Ә.Х. Борһановҡа төбәлгән асыҡ хатта Назар Нәжми ошондай һорауҙар ҡуя: “Эйе, һеҙҙең әңгәмә “Ҡайҙа бара Россия?” тип аталған. Ул атамаға ҡарата хатым башында мин үҙ мөнәсәбәтемде белдергәйнем инде. Хәҙер инде һеҙҙән: “Ҡайҙа бара Татарстан?” тип һорамаҡсы булам. Уның ҡайҙа барғанын “Ҡазан утлары”ның шул уҡ һанында сыҡҡан (тағы ла тура килеү) шәлкемдәге “Бөгөнгө тәфтиләүҙәр” тигән шиғырымда әйтергә теләгәйнем. Уҡымаған булһағыҙ, уҡып ҡарағыҙ әле. Ә бит тәфтиләүлектән һеҙ ҙә, мин дә азат түгел, ә шулай ҙа нимә эшләргә һуң беҙгә?..
...Киләсәктә Рәсәй һаҙлығынан сыҡҡан хәлдә лә Татарстан нимә эшләр? Шул саҡта ла уға, Татарстанға, шовинизм, федерализм һаҙлығынан сығыу бурысы ҡала, ә нисек сығырға һуң?”
Әгәр фән докторы Ә.Х. Борһанов Назар ағайҙың был һорауына яуап бирһә, уның йөкмәткеһе нисегерәк булды икән? “Бөгөнгө тәфтиләүҙәр” тигән шиғыр ошолай тамамлана:
Әкренләп шым, шып-шым һүнә
Милләттәр, илдәр, телдәр...
Ҡурҡыныс һәм яманыраҡ
Бөгөнгө тәфтиләүҙәр!..
Назар Нәжмиҙең был һүҙҙәренә башҡорт тарихын белгән һәр кем ҡушылырлыҡ. Ләкин бөгөнгө донъяла милләтебеҙҙең палачы Тәфтиләүгә һәйкәл ҡуйырға теләүселәр хаҡында ла онотмайыҡ. Бик алыҫ замандарҙа ҡалһа ла, милләтте мәсхәрәләргә тырышыу тарихта ғәфү ителмәй. Тарихта ҡалған тәфтиләүҙәрҙән бөгөнгөләре ҡурҡыны­сыраҡ һәм яманыраҡ. Улар кеше ғүмерҙәрен ҡыйып ҡына ҡалмай, милләттең рухын емермәксе була.
Назар Нәжми сәйәхәт итергә яратты. Уның байтаҡ әҫәрҙәре шундай сәфәрҙәрҙән һуң яҙылған. Миңә лә ҡәләмдәш ағайым менән байтаҡ юлдарҙы үтеү бәхете насип итте яҙмышым. Һәр сәфәр тураһында айырым-айырым һөйләй башлаһам, һүҙ оҙонға китер. Шулай ҙа Йылайыр яҡтарында юл йөрөгәнебеҙ хаҡында ентекләберәк әйтке килә. 1981 йылдың мартында шул яҡтарҙа халыҡ менән осрашып йөрөнөк. Көндәр бик һыуыҡ ине. Өҫтәүенә туҡтамай буран ҡотора. Ауылдан ауылға көрт йырып үтергә тура килде. Иҫкесә март тыуғанда дүрт башҡорт шағиры, йәғни Назар Нәжми, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбаев, Башҡорт совхозында халыҡ менән осрашҡайныҡ. Һәр кисәнең үҙәгендә, әлбиттә, хөрмәтле Назар ағай Нәжми булды. Ошо ҡәләмдәштәремдең дүртеһе лә йылдар үткәс Башҡортостандың халыҡ шағирҙары булыр тип кем уйлаған?!
Өлкән ҡәләмдәшем, яратҡан шағирым Назар Нәжмигә арнап 1982 йылда мин “Шаҙра шағир” тигән шиғыр яҙҙым. Әгәр 1981 йылда Назар ағайҙың “Шаҙра пәрей” исемле шиғыры яҙылмаһа, минең “Шаҙра шағир” тигән әҫәрем, моғайын, яҙылмаҫ ине. Нисек инде кешегә шаҙра тип әйтәһең? Алтмыш йәшен үткән шағир бәләкәй саҡтағы ҡушаматын хәтерләп “Шаҙра пәрей” тигән шиғыр яҙған икән, уға, бәлки, шаҙра тип өндәшергә ярай торғандыр. Шиғырымды баҫтырыр алдынан рөхсәт һорағанымда мин уны Назар ағайға уҡып ишеттерҙем. “Һуңғы шаҙра шағир... Күптәрҙе бит заманалар артыҡ шымартты”, “Донъя тулған шыма шиғыр менән” — ижади мөхитебеҙ ысынлап та шулай ине. Әлеге донъябыҙ ҙа шыма шиғыр менән тулған. Күрәһең, әҙәбиәттә был хәл ҡотолғоһоҙҙор. Назар Нәжми әҫәрҙәренең һәр береһенә оҫталыҡ тамғаһы һуғылғайны.
Ҙур таланттарҙың үлеменән һуң үлемһеҙлеге башлана. Үҙенең йөҙ йыллығын Назар Нәжми шул үлемһеҙҙәр сафында ҡаршылай. Шағирҙың һүҙҙәрен яңы быуындар ҡабатлай, йырҙарын халыҡ яратып йырлай. Ошо изге ышаныс ватандаштарыбыҙҙы алға әйҙәй: йыр менән дуҫ, иптәш табыла.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


Вернуться назад