Ашыҡ, рәссам! Әхмәт Лотфуллинға Ашыҡ, рәссам! Иртәгә һуң булыр,
Былай ҙа бит артыҡ һуңланыҡ.
Йәннәт еребеҙҙе, тормай йәлләп,
Йәлләд ҡулдар ҡат-ҡат тунаны.
Емерелә ерҙең ҡыр-семәре,
Матурлыҡтар юйыла, тонсоға.
Эйелеп эсер шишмә – һыу ҡалманы
Сарсап-янып килгән юлсыға.
Күпме урман бөттө, һаҙлыҡ кипте,
Әрәмәләр көйҙө, ҡыуарҙы.
Теләһәк тә, бик-бик теләһәк тә,
Яҙып булмаҫ инде уларҙы.
Ҡарамаймы рәнйеп күҙебеҙгә
Һуңғы тапҡыр бынау ҡоралай?
Атыр өсөн мылтыҡ ҡына түгел,
Ағыу бөркөр завод ҡоралар.
Инәйҙәрҙең һүҙендәге моң-нур,
Йөҙөндәге уйсан сабырлыҡ,
Олатайҙарҙың һынсыл ҡараштары –
Әллә ҡайҙан быны танырлыҡ!
Әллә ҡайҙан бөгөн танырлыҡ та
Иртәгәгә түгел табырлыҡ!..
Яҙ һин, рәссам!
Һинең һүрәт аша
Быуындарға быуын үрелһен.
Өләсәйҙең ихлас күҙ ҡарашы
Сабый ҡарашында терелһен.
Яҙ сабыйҙы. Күҙҙәренә ҡарап,
Ололарҙың күңеле сафланһын.
Ошо сабый үҙе, йылдар үткәс,
Ниндәй булғанына таң ҡалһын.
Ашыҡ, рәссам!
Тәбиғәткә бәндә
Ярһыбыраҡ әле ҡул тығыр.
Һүрәтеңдә ерҙең йәнен тойоп,
Ҡоралайға мылтыҡ тоҫҡағандың
Ҡулынан төшөп китһен мылтығы.
Көлөмһөрәп мине тыңлайһыңдыр:
Нисә йылдар мине өйрәттеләр,
Тағы ла берәү, тиеп, табылды…
Ғүмерең буйы, беләм, яҙаһың бит
Буяуыңа ҡушып ҡаныңды.