“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ21.04.2012
“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ“Атай баҫҡыс яһап
бирһә,
Мин күккә менер
инем!” —
тип дәртләнеп йырлай “Тамыр”ҙың иң шәп егеттәре Хәйҙәр Вәлиев, Руслан Ғәлиев һәм Данир Ғимаҙиев. Хәйер, был йәһәттән кескәйҙәребеҙ бәхетле: ата-әсәнең уң ҡулы булған “Тамыр” улар өсөн “күккә менер” баҫҡысты күптән яһап ҡуйҙы.
Егерме йыл дәүерендә күпме бала, ошо һикәлтәләрҙән күтәрелеп, ҙур киңлеккә аяҡ баҫты, төбәгебеҙҙең данын күтәрҙе. Ҡанат нығытҡан “оя”ларының 20 “Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙйыллыҡ юбилей байрамы уңайынан үткәрелгән “Тамыр” менән бергә үҫәбеҙ” тигән тамашаға ашҡынып килеп етте улар. 1994 йылда “Сулпылар” конкурсында еңеп, әле яратҡан йырсыларыбыҙҙың береһенә әүерелгән Гөлсөм Бикбулатова тамашасыны “Бишек йыры”нда бәүелтһә, заманында ошо уҡ бәйгелә танылыу тапҡан Марсель Ҡотоев итальян моңона ғашиҡ иттерҙе. Ә “Сәңгелдәк”тең тәүге алып барыусыһы, әле ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан, “Яңы тулҡын” конкурсының финалына сыҡҡан Зөлхизә Илбәкова менән “Тамыр” вокаль ансамбленең солисы Гәлсәр Байғусҡарова башҡарыуындағы “Батырым”, йәш йырсы Лиана Хәбибуллина менән бәләкәс “йондоҙ” Шәүрә Әширбаеваның “Тылсымлы йөҙөк” тигән йырҙары әкиәт донъяһының мәңгелегенә дан булып яңғыраны, матур хыял менән йәшәргә әйҙәне.
“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙӘ малайҙарҙың эше башҡа. Уларҙың уйында — ил яҙмышы. Ватан һуғышында төбәгебеҙҙе, милләтебеҙҙе данға күмгән ата-бабаның рухына тоғро быуындар осрашты кисәлә — “Тамыр” ансамбленең малайҙары “Арғымаҡ” төркөмө егеттәре менән бергә “Любизар” йырын башҡарып, сәхнәне дер һелкетеп бейеп тә алды. “Егет кеше Ватанына хеҙмәт итергә тейеш!” тигән фекерҙә улар. “Сәңгелдәк”кә ике тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт иткән Тыртыр әле армиялағы дуҫы Ильяс Ҡарабулатовты һағынып илағанда ла уны шулай тип“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ тынысландырҙылар. Егет кеше шулай уҡ етмеш төрлө һөнәргә эйә булырға тейеш. Быны Тәтешле районынан килгән Ғәзинур Хәлимов үҙ өлгөһөндә раҫланы — гармунда һыҙҙырып уйнап, “Гармунсы егет” тигән дәртле йырҙы башҡарҙы. Туймазы ҡалаһынан килгән “Сәфәр” өлгөлө хореография ансамбленең “Матростар бейеүе”, “Тамыр”ҙың егеттәре Хәйҙәр Вәлиев, Руслан Ғәлиев һәм Данир Ғимаҙиев башҡарған “Атай елкән яһап бирһә” тигән йыры ла тамашасыға дәрт өҫтәне.
“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙЙәш сәхнә оҫталары йәйҙе һағынған икән — “Тамыр”ҙың малайҙары, Стәрлетамаҡтың “Балалар планетаһы” театр студияһына ҡушылып, “Йәй” тигән йырҙы башҡарҙы, күмәкләп һабантуй үткәрҙе. Балтас районы ҡыҙы Ленара Солтанованың “Бөҙрә сәсле малай”, Сибай ҡалаһынан Әмилә менән Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллиндарҙың “Кейәү” исемле йырҙарын, төрлө йыр һәм бейеү ансамбле “Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙсығыштарын да һәр кем ихлас ҡабул итте.
Кисәне Камила Дәүләтбирҙина, Азамат Ҡарабулатов, Эрик Ишмөхәмәтов, Егор Антипин, Асия Сәлихова, Искәндәр Ғәлин, “Шәп арба” һәм “Ғәләмәт донъя” тапшырыуҙарының хужалары Фәрхәт Ғәйнетдинов менән Зөлфәт Ишбаев ифрат йәнле итеп алып барҙы. Тамашаның сценарийын Гөлфиә Раянова яҙған, “Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙҡуйыусы-рәссамы — Арыҫлан Бикбай, режиссерҙары — Ләйсән Солтанғолова, Рөстәм Аҙнабаев.
“Тамыр”ҙы байрамы менән ҡотларға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов килде. Салауат Тәлғәт улы Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Республика етәкселеге “Тамыр”ҙың “Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙмилли быуын тәрбиәләүҙә, башҡорт телен үҫтереүҙә, берҙәмлек, татыулыҡ, дуҫлыҡты нығытыуҙа ҙур ролен билдәләне. “Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ”, — тине улар. Проектҡа нигеҙ һалған Луиза Фархшатова ла телеканалға иң изге теләктәрен еткерҙе.
“Тамыр”ҙы “Класс!” телекомпанияһының генераль директоры Людмила Зайцева, төрлө төбәктән килгән телевидение эшмәкәрҙәре ихлас ҡотланы, киләсәктә тағы ла юғары үрҙәр яуларына ныҡлы ышаныс белдерҙе.
“Тамыр”ҙың һәр тамашаһы бүләккә, күстәнәскә бай була. Әлеге күркәм байрамда ла бәләкәстәр Бауырһаҡ апайҙарының тәм-томо менән һыйланды, яратҡан әкиәт геройҙары менән фотоға төштө, күңеле булғансы йырлап-бейеп ҡайтты.
Д. ИШМОРАТОВА.

“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ
“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ
“Тамыр”лы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ


Вернуться назад