Һынланыш02.02.2018
ҺынланышУның исеме хәҙер, Урал батыр, Салауат Юлаев, Аҡмулла, Мостай Кәрим кеүек, тыуған ауылы, республикаһы, хатта ҙур ватаны сиктәрен үтеп, донъяның төрлө ҡитғаларында телгә алына. Һоҡланып. Хайрандар ҡалып. Ғорурланып. Ҡайҙа барһаң да, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинды беләләр. Һынлы сәнғәт донъяһы вәкилдәре генә түгел, хатта бөтөнләй сәнғәткә ҡағылышы булмаған һөнәр эйәләре лә. Өлкәнерәк быуын вәкилдәре сәләм дә әйтеп ебәрәләр. Бына бөгөн – 90 йәшлек юбилейыңды һинһеҙ генә билдәләгән көндәрҙә, аңлатып бөткөһөҙ тәрән һыҙланыу, яҡты һағыш, фәлсәфә менән һуғарылған картиналарыңа ғашиҡ һәр милләт, дәүләт кешеләренең сәләмен, рухын ҡабул итһен, хөрмәтле лә, халҡыбыҙҙың ғәзиз дә улы Әхмәт ағай Лотфуллин!

Шәхсән минең өсөн генә түгел, бик күптәр уның рәсемдәрендәге ҡатын-ҡыҙ образдарынан күҙен ала алмай торғандыр. Берсә ғорур, сабыр, инде донъяның үҙен хайран итерлек асыл һынланған был һүрәттәр башҡорт милләтенең булмышын, донъяға ҡарашын, Ер менән Күк араһында, ғаләмдә тотҡан урынын билдәләй кеүек. Ҡайһы бер ҡатындарҙың күҙенә ҡарарға баҙнат итмәҫһең: улар, әйтерһең дә, хатта рәсем килеш тә тере, һынап, гүзәл зат булараҡ асылыңа һалынған миссияң хаҡында иҫкәртеп тора.
Салауат образы асылмаған сер ҙә төҫлө. Яуҙарҙан һуң халҡы менән хушлашҡан батырыбыҙ кесерәйеп, хатта ки баҙап, юғалып та ҡалған кеүек. Батыр менән рәссамдың кисерештәре уртаҡ. Икеләнеү ҙә, ғазапланыу ҙа бар һымаҡ был аҙымдарҙа. Бының менән бөйөк рәссам (ә улай тип әйтергә һөйләм үҙенән-үҙе яҙылып тора!) Салауатҡа булған мөнәсәбәтен, әллә уның менән бергә һыҙланыуын, ҡырылған милләте өсөн асырғаныуын да әйтергә теләнеме икән?!
ҺынланышМилли байрамдарыбыҙ, йолаларыбыҙ – былар барыһы ла Әхмәт ағайҙың фекерләү донъяһынан. Үҙе үҫкән яҡтың күренештәрен, шул йылдарҙы, мәлде һүрәтләү менән бергә ул бит халҡыбыҙҙың боронғо асылын да сағылдыра алған. Уларҙың һәр береһенең һынына, йөҙөнә ҡарап: “Мин – һеҙҙеке! Алығыҙ мине лә үҙегеҙ йәшәгән ысынлыҡҡа (ысынбарлыҡ түгел), ихласлыҡҡа, тәбиғилеккә!” – тип әйтке килә.
Яңыраҡ Интернет селтәрендә “Баш­ҡорт­остандың яратҡан рәссамдары” исемле проектҡа йомғаҡ яһалды. Был хаҡта гәзитебеҙҙә лә яҙылды. Халыҡ юҡҡа ғына бер тауыштан легендалар исеменә Әхмәт Лотфуллинды индермәгән. “Киләсәктә Ә. Лотфуллин исемендәге премия ла булдырыласаҡ”, – ти проект авторы Наил Мәхмүтов. Дәүләт кимәлендәге һынлы сәнғәт әһелдәрен ҙурлаған бүләккә уның исемен бирергә кәрәк. Юбилей йылында тыуған яғында ла, моғайын, исемен мәңгеләштереү эштәре атҡарылыр. Картиналарының төп нөсхәһе яңы зал көтә. Әхмәт Лотфуллин – ғүмере буйы туған халҡынан алған рухын, Питерҙа, Балтика буйҙарында туплаған белемен башҡорт­тарҙың асылын һынландырыуға бағыш­лап, сәнғәт донъяһында үҙен тапҡан рәссам!






Рәми ҒАРИПОВ

Урал урманы


Әхмәт Лотфуллинға

Ленинградтың Рус музейында
тәүге осрашыу иҫтәлеге итеп.


О, Рембрандт! Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Кәмһенмәҫ тә ине ҙур даның.

Хайран ҡалып ҡарап торор инең
Ҡарағайҙың һәр бер быуынын,
Һәр бер быуынында ҡарағайҙың
Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын...

Ҡарағайҙар һәм беҙ, ҡырағайҙар,
Бергә үҫтек, бергә шауланыҡ,
Сәнғәт серен, юҡ, китаптан түгел,
Тәбиғәттән — төптән яуланыҡ.

Әй, тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда — сабый бер бала...

Индермәне беҙҙе залдарына
Эрмитаждар һымаҡ һарайҙар.
Тик ботаҡтар уйымынан беҙгә
Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар.

Быуын-быуын булып тарих ҡарай —
Ҡанлы-данлы халҡым тарихы.
Батыршаның ҡанмаҫ үсе ҡарай,
Салауаттың — һынмаҫ рухы!..

Күңел күҙең һинең һуҡыр булһа,
Маңлай күҙең — ботаҡ тишеге.
Мәңге йәшел Тормош ағасына
Күңел күҙең менән баҡ, кешем.

Һин күрерһең унда ғалимды ла,
Залимды ла — Тәфкил-Батыйҙы,
Бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан
Әпкәләйҙе йәки һантыйҙы!..

Барыһы бар Тормош ағасында:
Быуындарҙы быуын тыуҙырған,
Батырҙарҙан-батыр тыуған ерҙә,
Ҡурҡаҡтарҙан ҡурҡаҡ уҙҙырған.

Соғоллоҡта бына тиңһеҙ сәсән,
Йөҙ һырҡайы — гүйә, урайы,
Мәңгелектең, гүйә, аһын түгә
Ҡулдарына алған ҡурайы...

Урал батыр Аҡбуҙатын менеп,
Замандарҙан саба заманға,
Йәншишмәһен бөркөп тереклеккә,
Фауст ише Ергә ул баға...

Шаула, шаула, Урал урманҡайы,
Сығам һинән нурға төрөнөп,
Үҙ-үҙемә мәхлүк бер көйөк тә,
Хатта бер бөйөк тә күренеп....

Ҡарағайға ҡарап хайран ҡалам:
Уйҙарыбыҙ беҙҙең — уртаҡтар.
Һәр быуынға ҡояш нурын биреп,
Бик аҡыллы үлгән ботаҡтар...

О, Рембрандт! Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Ҡулдан төшмәҫ ине ҡоралың!


Вернуться назад