Атай ризалығы31.01.2018
Бөгөн Иректең бер ҙә генә хәле юҡ. Иртән эшкә йыйынғанда уҡ ҡатыны:
– Әллә шылтыратып ҡына әйтәһеңме? Сирләгән килеш йөрөмәһәң дә ярар. Табипҡа барып күренер инең, – тигәйне.
– Мөһим осрашыу алдынан эшем күп, үтер әле, – тип нитроглицерин төймәһен ҡабып сығып китте ул.
Ҙур бүлекте етәкләй Ирек, эшенә бик яуаплы ҡарай. Бына әле лә сит илдән тәжрибә уртаҡлашырға делегация килеүенә әҙерләнә.
– Телевидениенан шылтыраттылар, беҙгә йыйыналар, – тине секретарь ҡыҙ.
Ирек Раян улын йәшәгән ҡалала хөрмәт итәләр. Баш ҡаланан күсеп килеүенә ике тиҫтә йыл үтеп киткән, ошо арауыҡта ниндәй генә вазифа йөкмәтһәләр ҙә, һәр эште еренә еткереп башҡарған тәжрибәле етәксе, оҫта ойоштороусы итеп танытты ул үҙен. Дуҫ-иштәр күп, ҡайҙа барһа ла, ҡәҙер-хөрмәт. Өйөнә ҡайтһа, яратҡан ҡатыны йылмайып ҡаршы ала, ике улы үҫеп килә. Барыһы ла яҡшы һымаҡ, тик бына йөрәге генә һуңғы ваҡытта үҙен һиҙҙертә. Атаһы ла ете йыл элек йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булғайны...
Иректең башында атаһы тураһындағы уйҙар, хәтирәләр уралды. Риза булдымы ул улынан. Рәнйемәнеме? Атаһы уның өсөн ниҙәр генә эшләмәне.
– Атайыңдың сире бик етди, улым, ғүмере ҡурҡыныс аҫтында, – тине әсәһе Иреккә бер ҡайтҡанында. – Дарыуҙар ярҙам итмәй, операцияны күтәрә алмаҫ, тинеләр.
– Мин таныш табиптар менән һөйләшермен әле.
Атаһын тәжрибәле табиптарға күрһәтеп, дауаханаға урынлаштырҙы, ҡиммәтле дарыуҙарҙан өҙмәне Ирек. Атаһының ғорурлығы, таянысы булды. Тик шулай ҙа донъя, эш мәшәҡәттәре менән атаһына тейешенсә иғтибар биреп еткерҙеме, йылы һүҙен йәлләмәнеме? Ошо хаҡта уйланды ла уйланды бөгөн Ирек Раян улы.
Әле лә хәтерендә: унынсыла уҡып йөрөгән ваҡыты, атаһының йөҙө балҡып ҡайтып керҙе:
– Һөйөнсө, улым! Биология фәненән олимпиада һөҙөмтәләре килгән, һинең эшеңде абруйлы комиссия 1-се урынға баһалаған! – тине. – Былай булғас, медицина юлынан китеүеңә шигем юҡ!
– Атай, мин инженер буласаҡмын, табип һөнәре минең өсөн түгел! – тине Ирек, үҙһүҙләнеп. Атаһының йөҙө үҙгәреп китеүен әллә күрҙе, әллә юҡ...
– Ни бит әле, улым, атайыңдың йөрәге ауырта, үҙең табип булһаң, ярҙам итер инең. Күреп тораһың – танышһыҙ балнис тупһаһынан үтерлек түгел, – тине икәүҙән-икәү ҡалғас әсәһе. – Атайың һинең табип булыуыңды теләй...
Тик Ирек үҙе теләгән юлды һайланы, Өфөләге техник вуздарҙың береһенә уҡырға инде, атаһының улын табип итеп күреү хыялы тормошҡа ашманы. Дөрөҫ, студент йылдарында ла, ғаиләле булғас та, ул атай-әсәйенә ауырлыҡ килтермәне, һәр ваҡыт аҡыллы, ярҙамсыл булды. Улдары өсөн йөҙҙәре ҡыҙарманы уларҙың. Бөгөн килеп атаһы алдында үҙен ғәйепле итеп тойҙо Ирек Раян улы. Бәлки, медицина юлын һайлаһа, уға нығыраҡ ярҙам итә алған булыр ине... Атаһының ризалығын алдымы ул, юҡмы? Атай-әсәй фатихаһынан башҡа бәхетле булып булмай, тиҙәр бит.
* * *
Көн мәшәҡәтле үтте: осрашыу-һөйләшеүҙәр, интервью биреү... Барыһын да алдан күҙаллап эш итергә өйрәнгән етәксенең һәр аҙымы үлсәнгән, һәр һүҙе урынлы яңғыраны. Инде ҡайтырға ғына торғанда ҡапыл башы әйләнеп йығылып китә яҙҙы. Быны күреп торған секретарь ҡыҙ, ай–вайына ҡуймай. “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртты.
– Бик ваҡытлы килеп еттек, ҡан баҫымы ныҡ күтәрелгән, – тип табиптар, беренсе ярҙам күрһәтеп, дауаханаға алып та китте.
Реанимация бүлегенә индереп һалғанда, ауырыуҙың хәле киҫкенләшкәйне инде.
– Инфаркт кисергән, бөтә ысулдарҙы ҡулланып ҡарарға кәрәк, бәлки, ярҙам итеп булыр, – тине табиптар.
Иренең хәлен ишетеп килеп еткән ҡатыны үҙенә урын тапманы, шулай үкенесле булырмы икән хәләленең яҙмышы? Балалары ла үҫеп етмәгән, уларҙы башлы-күҙле итәһе, оло тормошҡа аяҡ баҫтыраһы бар бит әле. Эх, ниңә ғүмер тигәндәре ҡыҫҡа икән?..
...Табиптарҙың тырышлығы бушҡа ғына булды. Йәшәү менән үлем араһындағы көрәш һуңғыһының еңеүе менән тамамланды.
Коридорға сыҡҡан табип ҡарашы менән эскәмйәлә ултырғандарҙы байҡап алды ла тоноҡ тауыш менән:
– Үлде... Ҡотҡара алманыҡ... Яҡындарына мәрхүм янына инергә мөмкин, – тине.
Эш урынынан ике коллегаһы, ҡатыны Ирек Раян улы ятҡан палатаға ингәс, карауат янына килеп баҫты. Баштан-аяҡ ябылған простыняны берәү асырға ҡыйманы... Әле генә эш тип янып йөрөгән кеше ошолайтып ҡапыл яҡты донъянан китһен әле, башҡа һыйырлыҡ хәл түгел бит!
– Кит инде, бер генә лә Ирек ағайҙың үлгәненә ышанғым килмәй, – тине секретарь ҡыҙ, күҙ йәштәренә быуылып. – Бөгөн күпме эш атҡарҙы, кәйефе лә күтәренке ине.
Уның һүҙҙәренә яуап биреүсе булманы, һәр кем үҙ уйына батып, тынып ҡалған. Күпме торғандарҙыр, билдәһеҙ. Бындай ваҡытта Ер күсәре лә әйләнмәгән кеүек.
Туҡта... Был ни хәл? Һул яҡ яурыны тартышып ҡуйҙы түгелме? Баҫып тороусылар ҡапыл ғына баҙап ҡалды, бер-береһенә ҡарашып, таҡтаташ кеүек ҡатып тороуҙарын дауам итте.
Көтөлмәгән хәлдән ҡатыны аңына килеп:
– Тере... ул тере! – тип сығып йүгерҙе.
Дауахана коридоры буйлап табиптар, шәфҡәт туташтары йүгерешкән, медицина инструменттары зыңлаған тауыштар ишетелде...
* * *
...Ирек үҙен тар ҡараңғы тоннель аша осоп барғандай тойҙо. Кәүҙәһе ҡауырһындай, йөрәге ҡоштай елпенә. “Йәнем гүргә үрелә, ахыры” тип уйлап өлгөрҙө ул.
Тирә-яғында аңлайышһыҙ тауыштар, мәхшәр, халыҡ тулҡыны. Ҡапыл эргәһендә атаһы пәйҙә булды. Ирек уны күреп шатланғандай итте, ниҙер әйтергә теләне, тик тамағы ҡатҡан, ирендәрен ҡыймылдатырлыҡ та түгел!
– Эй, улым, бында килергә иртәрәк әле, әсәйең алдында үтәлмәгән бурысың бар, шуны онотма, – тине атаһы. Өндәштеме ул, әллә юҡмы, тик Ирек тап ошо һүҙҙәрҙе ишеткәндәй булды.
– Һыу... һыу...
Атаһы улына һыу килтерҙе. Уның һәр тамсыһы аша Иреккә көс өҫтәлде, аяҡтарына хәл керҙе.
– Бар, улым, ҡайт, – тине атаһы, Иректең яурынына еңелсә ҡағылып.
* * *
Ирек Раян улы дауаханала ике аҙна ятты. Һауығып, өйөнә ҡайтырға сыҡты. Тышта беренсе аҡ ҡар бөртөктәре өйөрөлдө. “Рәхмәт, атай, Ер йөҙөндә изге кеше булдың, теге донъяла фәрештә икәнһең”, – тине ул күңеленән.
Ауырғазы районы.