Яңы йыл байрамдарында, ял көндәрендә, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән “Башҡорт йыры” һәм “Байыҡ” конкурстарында еңеүселәрҙең йомғаҡлау концерттары – күпселек өсөн көтөп алған яратҡан тапшырыуҙар. Уларҙа халҡыбыҙҙың рухи даирәһендәге йондоҙсоҡтар сағыла, яңылары тыуа.
Быйыл иһә Яңы йыл көндәрен “Ҡурай” телеканалы ойошторған тағы бер рухиәт байрамы “Йөрәк һүҙе” биҙәне.
Был Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһенең йомғаҡлау финалындағы сығыштар беҙҙе, телевизор ҡараусыларҙы, һүҙ ҡөҙрәте менән арбап, милләтебеҙҙең сихри рухиәт күгенә күтәргән тиңдәшһеҙ иҫ китмәле тамаша булды. Ун ике парҙың – шиғриәт һөйөүсе, ифрат талантлы һүҙ оҫталарының сығышы үҙе бер сәхнә күренеше, үҙенсәлекле спектакль ине. Телебеҙ өсөн кинәнеп ғорурландыҡ, күҙҙәрҙе йәш томаланы. Быны һүҙ менән генә аңлатып булмай, уларҙы күрергә, ишетергә кәрәк. Барыһына ла – хөрмәтле конкурсанттарға, һүҙ оҫталарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Минең фекеремсә, “Йөрәк һүҙе”ндә тупланған һүҙ көс-ҡөҙрәтен әүҙем файҙаланырға, мөмкин тиклем күберәк милләттәштәребеҙ – уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар, атай-әсәйҙәр, бигерәк тә йәштәр күрһен ине. “Йөрәк һүҙе”нең телевизион яҙмалары тағы ла күрһәтелһә, “Ҡурай” каналы сайтына индерелһә, яҡшы булыр. Был уңайҙан 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө отошло.
Шул уҡ ваҡытта яҙманы сифатлы итеп дискыларға яҙҙырып сығарыу һәм таратыу, район-ҡалаларҙа туған телебеҙҙе һаҡлауға, яҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа файҙаланыу кәрәк ине. Бәлки, “Йөрәк һүҙе” балаларын туған телендә тәрбиәләүҙе, уҡытыуҙы инҡар итеп, ҡул һелтәп йөрөгәндәрҙең дә йөрәгенә үтеп инер, күңелдәрен иретер?
Мин проекттың авторы Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова менән телефон аша аралашып, рәхмәт һүҙҙәре белдереп, үҙемдең фекерҙе еткерҙем. “Бындай теләктәр менән шылтыратыуҙар башҡа төбәктәрҙән дә булды, был йүнәлештә эш алып барабыҙ”, – тине ул.
Беҙ – бөйөк Рәсәй дәүләте граждандары. Хоҡуҡтарыбыҙ, шул иҫәптән туған телдәр тураһындағылары ла Конституцияла яҙылған, закондарҙа раҫланған. Шуға күрә һәр беребеҙ үҙенән башларға, “юҡ, булмай ул” тип ҡул һелтәргә түгел, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек күрһәтергә тейешбеҙ. Телһеҙ башҡорт булмай. Беҙҙең төп ҡорал – һүҙ көсө.
Ошо урында туған телебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәгән, йәнен биргән бөйөк Рәми Ғариповтың шиғыр юлдарын нисек ҡабатламайһың:
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем
кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!
Халҡым теле миңә –
хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
“Йөрәк һүҙе” милләттәштәребеҙҙе шуға саҡыра, ул аҡыл-фиғелебеҙҙе лә яулаһын.