Таланттың асылы – халыҡҡа хеҙмәте30.01.2018
Таланттың асылы – халыҡҡа хеҙмәтеМәҙәниәт усаҡтарында, бигерәк тә ҡыш миҙгелендә, шаулап-гөрләп барған төрлө концерттар, спектаклдәр, ижад кисәләре араһында “рәссамдарҙың конкурсы була” тигән хәбәрҙе ишеткәс, нисектер, ул бүтәнсәрәк яңғыраған һымаҡ тәьҫир итте. Ғөмүмән, сәнғәт әһелдәре күргәҙмә ойоштороу менән генә сикләнә бит.








Таланттың асылы – халыҡҡа хеҙмәте“Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” исемле проектҡа йомғаҡ яһау тантанаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Билдәле булыуынса, бәйгегә былтыр 1 июндә старт бирелгәйне, беренсе тур иһә 31 декабрҙә тамамланды. Шул арауыҡта сайтҡа 600 рәссамдың (1917–2018 йылдарҙа Башҡортостанда йәшәп ижад итеүселәр) ике меңдән ашыу эше ҡуйылды. Еңеүселәр интернет аша тауыш биреү, шулай уҡ абруйлы жюриҙың баһалауы буйынса асыҡланды. Шуныһы, “күстәнәс”тән миллиондан ашыу кеше ауыҙ иткән.
Еңеүселәр дүрт номинация буйынса билдәләнде. Моғайын да, күңел ҡылдарын иң ныҡ сирткәне һәм тулҡынландырғаны “Легендалар” тип аталғаны булғандыр. Ни тиһәң дә, үҙҙәре бындай татлы минуттарҙы күрә алмаһалар ҙа, һынлы сәнғәттең үҫешенә тос өлөш индергәндәр. Әхмәт Лотфуллин, Адия Ситдиҡова һәм Николай Пегановтар – шуға асыҡ миҫал. Проект авторы Наил Мәхмүтов белдереүенсә, рәссамдар өсөн ошо өс легенда исемендәге премия булдырыласаҡ. Әйткәндәй, Николай Пеганов исемендәге тәүге бүләк тапшырылған да инде. Шул маҡсат өсөн рәссамдың улы меценат Василий Пеганов 300 мең һум күләмендә приз фондын булдырған.




Таланттың асылы – халыҡҡа хеҙмәте“Оҫталар” номинацияһында ижади профессионалдар союзында ағза булып торғандар ғына көс һынашты. Рәлиф Әхмәтшин, Александр Заярнюк һәм Дмитрий Павловтар бүләктәр алып шатланды.
Ижади профессионалдар союзында ағза түгел, ә профессиональ белемгә эйә булыусылар иһә “Көнүҙәк сәнғәт” тигәнендә ярышты. Сәхнә түренә саҡырылған Инна Калабухова, Анна Анпилогова, Илшат Байбурин, Алмас Мырҙакамалов, Юлия Келу, Руслан Солтанов һәм Азат Ҡужиндарҙың ҡыуанысы сикһеҙ ине. Шулай уҡ Альбина Антипова, Флёра Шәрипова, Юрий Бычков, Мөнир Әбүбәкеров, Рәүфәт Ниғмәтуллин, Мәрйәм Целищева һәм Руслан Ахуновтар “Самородок” номинацияһында алдынғылыҡты бирмәне. Шулай уҡ Владимир Жигулинға махсус приз тапшырылды.
Ҡайһы бәйге йыр-моңһоҙ үтһен, ти?! Һүҙ ҙә юҡ, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡа таланттар сараны был йәһәттән биҙәне.
Уңышлы проект дауам итә, яңы эштәрҙе ҡабул итеү башланды.



Вернуться назад